ҠАШ
биреп, ҡашын биреп тороу. Экспедиция материалдарынан. • Ашыңды биргәс, ҡашыңды бир. Әйтем. Ҡаш емереү асыу, ризаһыҙлыҡ белдереп төҫтө боҙоу. □ Нахмурить брови; нахмуриться, насупиться. ■ Асылы ҡул батшаһы борсолоп иренен тешләй, ҡашын емерә. «Аҡбуҙат». Перовский уға, ҡалын ҡашын емереп, бик уҫал ҡарай ине, Ырыҫҡол ниҙер аңлатырға ынтылғайны, Перовский уға ирек бирмәне.
3. Ураҡсин. Ҡаш йыйырыу (йәки йыйырылыу) ҡар. ҡаш емереү. ■ Перовский урынынан тороп уҡ китте, уның дала еленә янған ҡуңыр йөҙө етди төҫ алды, ҡаштары йыйырылды. 3. Ураҡсин. Салауаттың ҡаштары йыйырыла, йоҙроҡтары төйнәлә, өндәшмәй, шулай ҙа Ҡәнзәфәр яғын тотоуы куренеп тора. Б. Рафиҡов. [Йәнтимер] ғәҙәтенсә эштең ауырлығын, етдилеген курһәтер өсөн ҡаштарын йыйырып бер аҙ уйлап ала. С. Агиш. • Ашыңды биргәс, ҡашыңды йыйырма. Әйтем. Ҡаш йәмрәйтеү (йәки йәмрәйеү) ҡар. ҡаш емереү. Ҡаш йәмрәйтеп ҡарау. Ҡаш йәмрәйтеп тороу. ■ Маслов урынынан торҙо, ҡашын йәмрәйтеп, иҙәндә ары-бире йөрөргә тотондо. Н. Мусин. Туғаҙаҡ йылмайырға итеп ҡараны. Ҡашы йәмрәйҙе, һоро бәбәктәре ҡауышып, сәгер куҙен ҡапланы. Т. Килмөхәмәтов. Ҡаш менән күҙ араһында ҡар. күҙ менән ҡаш араһында. Ҡаш менән куҙ араһында юҡ булыу. Ҡаш менән куҙ араһында барып ҡайтыу. Ҡаш менән куҙ араһында эшләп ҡуйыу. Ҡаш сөйөү ҡашты ҡапыл ғына өҫкә һикертеп, ым яһау. □ Играть бровями, подмигивать. Кешене ҡаш сөйөп саҡырыу. Ҡаш сөйөп һөйләшеу. Ҡаш тартыу ҡаш ваҡ-ваҡ ҡына итеп дерелдәү. □ Дёргать (о бровях). ■ Уңлап та ғына һуллап ҡашым тарта, ни булыр ҙа икән был башҡа. Халыҡ йырынан. Уң ҡаш тартһа — кеше куреугә, һул ҡаш тартһа — йәшкә. Экспедиция материалдарынан. Ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарыу (йәки сығарылыу), бер эште эшләйем тип, икенсе эште боҙоу. □ Налаживая одно,
испортить другое, соотв. Оказать медвежью услугу. Я Кемдеңдер иҫ киткес ғәмһеҙ ҡулы менән ҡаш төҙәтәм тип куҙ сығарылған. Р. Ғарипов. Ҡаш төйөү ҡар. ҡаш емереү. ■ Ҡыҙырас, ҡашын төйөп, куңелһеҙләнеп, йәнә иҙәнгә ҡараны. 3. Биишева. Бер саҡ Урал Шулгәндең ҡомһарылып, ҡаш төйөп, ултырғанын кургән. «Урал батыр». һөйәһеләр һөйөлмәгән, кәйелмәгән көйәһе, яттарға ҡаш төйәһе бар. Алда әле төйәһе... Т. Йосопов. Ҡаш һалыныу ҡар. ҡаш һыныу. ■ Йомағоловтың йөҙө уҙгәрҙе, һорғолт куҙен ҡаплаған киң ҡара ҡашы һалынды, сөм ҡара мыйығы, ҡыҫҡа сәсе тырпайҙы, танауы йәлпәкләнде. Я. Хамматов. Ҡаш һикертеү ҡар. ҡаш сөйөү. Ҡаш һикертеп һөйләшеу. Я [Мансур] Вәлимәгә һирпелеп, шаян ҡаш һикертеп, куҙ ҡыҫты. X. Тапаҡов. Баҡса ҡыҙы, сирень араһынан, ҡаш һикертеп мине саҡырма! Ғ. Хәйри. Һөйәрбикә, ҡыйғас ҡаштарын һикертеп Сабурға ҡараны. Р. Өмөтбаев. Көнгә сығып бағыр гөл сәскәләр, ҡаш һикертеп, көлөп ҡарарҙар. Б. Вәлид. Ҡаш һыныу төҫ боҙолоу, ҡаш емерелеү. □ Злиться, нахмуриться. ■ Залда тауыш тынғас, директор ағай сәхнәгә менде. Уның ҡаштары һынған, төҫө ҡасҡан. Ҡ. Ибәтуллин.
ҠАШ II (Р: близ; И.: near, by; T: yan) и.
1. Ян, эргә, ал. □ Близ, около, возле, подле, при. Өй ҡашы. Ҡыҙҙар ҡашында ултырыу. ■ Беҙгә йәшәу теләп, тик бер ҡояш ҡалды көн ҡашында. М. Ғәли.
2. Эйәлек категорияһы аффикстары менән килеп, бәйләүес функцияһында ҡулланыла (ҡар. ҡашына, ҡашында). □ В сочетании с аффиксами принадлежности выступает в роли служебного имени близ, около, возле, подле, при, у, к.
ҠАШ III и. диал. ҡар. ҡашлаҡ. Ҡашҡа табан урмәләу. Ҡаштан төшөу. Ҡашта ҡарлуғас ояһы бар. Тау ҡашына менеу.
ҠАШАҒА I (Р: карниз (печи)\ И.: ledge; T.: soba saçağı) и.
374