ҠАШАП
Кесе ярау итеү (атҡа ҡарата). □ Мочиться (о лошади). Яҡшы ат кирелеп ҡашана.
ҠАШАП [ғәр. ‘ағас’] (Р.: лыковые галоши; И.: sort of a bastshoe; T.: ıhlamur ayakkabıları) и. диал.
Йүкәнән эшләнгән ҡата. □ Лыковые галоши. Ҡашап кейеү. Ҡашап тегеү. Ҡашап өсөн йүкә һыҙырыу.
ҠАШ АРАҺЫ (Р.: межбровье; И.: spot between eyebrows; T.: kaş arası) u.
Ике ҡаш арауығындағы урын. □ Межбровье. Ҡаш араһына миң төртөү. ■ Ҡаш араһы алыҫ ҡыҙ алыҫ ергә төшөр, ҡаш араһы яҡын ҡыҙ яҡын ергә төшөр, һынамыш. • Аҡылыңды ҡаш араңа маяҡ ит. Әйтем.
ҠАШАУ и. диал. ҡар. ҡырғыс 1. М [Аттарҙың] ял-ҡойроҡтарын таҙартып, һәр көндө һыу төшөрөп, йөндәрен ҡашау менән ҡырғыслай торғас бөтөнләй һылыуландылар. Ғ. Ибраһимов.
ҠАШАЯҠ (ҡашаяғы) и. диал. ҡар. ҡашығаяҡ. ■ Фатима ысынлап та үҙгәрҙе, .. тотҡан эшен бөтөрмәй ташлай ҙа икенсеһен башлай, эшләй торған эшен ҡайһы саҡта бөтөнләй онота: әйберҙе, һауыт-һаба, ҡашаяҡты ибәтәйһеҙ тотона. Ж. Кейекбаев. Ҡашаяҡ менән оло яҡ араһына ҡыҙыл-зәңгәр шаҡмаҡлы шаршау ҡоролған. Ф. Рәхимғолова. Төшкө аш әҙерләп ҡашаяҡ тирәһендә уралған Зәйтүнә иренең ваҡытһыҙ ҡайтыуына аптырап ҡалды. Яр. Вәлиев.
ҠАШАЯҠ БҮЛМӘҺЕ (Р: кухня; И.: kitchen; T.: mutfak) и. диал.
Аш-Һыу әҙерләү бүлмәһе. □ Кухня. ■ Ул [Айым] ҡашаяҡ бүлмәһенә инеп китте лә, битенә иннек яғып, ҡашына һөрмә тартып сыҡты. Ғ. Ибраһимов.
ҠАШАЯҠ ЯҒЫ и. диал. ҡар. ҡашығаяҡ яҡ. Я Заһит мейесте уратып ҡашаяҡ яғына үтте, шаршау ситенә урындыҡҡа ултырҙы. һ. Дәүләтшина. Өйҙә, ҡашаяҡ яғындағы ҡаҡ һикелә, оҙон буйлы, кипкән битле бер ҡатын,
башын түбән эйгән килеш, йоҡомһорап ултыра ине. Б. Бикбай.
ҠАШБАУ и. этн. ҡар. ҡашмау 1.
■ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының .. ҡул эштә-ренән ҡашбау һәм мәрйен теҙеп эшләнгән тупыйҙы айырып әйтергә кәрәк. Картотека фондынан.
ҠАШ ЕР (Р: холм; И.: knoll, hillock; T.: tepe) и. диал.
Ҡалҡыу ер; уба. □ Холм; возвышенность, возвышение. Ҡаш ергә күтәрелеү. Ҡаш ерҙә еләк йыйыу.
ҠАШ ЙОЛҠҠОС (Р.: пинцет, щипчики для бровей; И.: eyebroy plucker; T.: cımbız) и.
Ҡаштарҙы йолҡоп матурлау өсөн ҡулланылған ике йәпле эҫкәк. □ Пинцет, щипчики для бровей. Ҡаш йолҡҡос һатып алыу.
ҠАШ-КҮҘ (Р: брови и глаза; И.: eyebrows and eyes; countenance; T.: kaş göz) и. йыйн.
Ҡаш һәм күҙ. □ Брови и глаза; лицо. Ҡаш-күҙҙе матурлау.
ҠАШҠА (Р: белая отметина; И.: star; T.: dazlak yer) и.
1. Хайуандарҙың маңлай уртаһындағы аҡ тап. □ Белая отметина на лбу животного, звёздочка. / Белолобый, с белой продолиной на лбу, с лысиной. Йондоҙ кашка. Сыбай ҡашҡа, һыҙылып төшкән оҙон ҡашҡа. Ҡашҡа быҙау. М Ҡараңғы ла төндө юл яҡтыртҡан Салауат менгән кирҙең ҡашҡаһы. Халыҡ йырынан. [Бай:] Ошо йондоҙ ҡашҡа бейәм йыл да ҡасып ҡолонлай. Әкиәттән. Ҡара, беҙҙең ҡашҡа быҙау, ҡара, ҡандай уйынсаҡ! һикерә йөрөп уйнар ине, уңайһыҙлай муйынсаҡ. Ғ. Амантай. Алыҫ ергә китһәм, сыбай ҡашҡам башҡынайын бороп бер ҡарай. Халыҡ йырынан. [Эттең] маңлайында оҙонса өскөл ҡарағусҡыл ҡашҡаһы ла бар. Ф. Иҫәнғолов. Малай иң яҡшы өйөр айғырына атланып ала ла Йондоҙ ҡашҡаны эҙләргә сығып китә. Әкиәттән. Йондоҙ ҡашҡа, урмандан ҡайтҡан кейек һымаҡ, һаман эйәләшмәй. Р. Солтангәрәев. • Яҡшы аттың башы ҡашҡа. Мәҡәл. Яман яҡшы була алмаҫ, айыу ҡашҡа була алмаҫ. Мәҡәл. Ҡорсаңғы тай
376