Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 377 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАШҠАЙЫУ
ҙа ҡашҡа булыр. Әйтем. Атаһы башҡа, аты ҡашҡа. Мәҡәл.
2. кусм. Дәрәжәле, абруйлы кеше. □ Человек, завоевавший авторитет и положение. Илдең ҡашҡаһы булыу. ■ [Ҡарт:] Егетем, батыр икәнһең, куҙ ҡарамдай һаналған илгә ҡашҡа икәнһең, быуын-быуын буйына маҡталырлыҡ икәнһең. «Урал батыр». Телдән телгә маҡталып, илдең оло турендә байман табып ултырыр кусәм бул һин, Иҙеукәй, ҡашҡа бул һин, Иҙеукәй! Ҡобайырҙан.
3. диал. Һайлап алынғандар, айырым хоҡуҡ менән файҙаланған кешеләр. □ Избранные. Ҡашҡа булырға тырышыу.
♦ Илгә ҡашҡа булыу илдең данлыҡлы кешеһе булыу. □ Быть прославленным. ■ Яуҙа батыр бул, балам, илгә ҡашҡа бул, балам, [илем бутән бөлмәһен] атаңдан ил көлмәһен. Ҡобайырҙан. Ил ҡашҡаһы иле, халҡы алдында танылған билдәле кеше. □ Прославленный перед всем народом; признанный, авторитетный. ■ Ҡайтмаҫ ергә киткәстен ил ҡашҡаһы Мөйтәнбей, ил теҙгене бушаған, буш турһыҡҡа оҡшаған. Ҡобайырҙан. Ҡашҡа батыр ҡар. ҡашҡа ир. ■ Зөһрәнең мәрхум ире ҡашҡа батыр булған икән. «Алдар менән Зөһрә». Ҡашҡа ир маҡтауға лайыҡлы, яҡшы, һәйбәт шәп, дан кеше. □ Славный, замечательный мужчина. М «Ҡаигка up икәнһең, кейәу, мең йәшә!» — ти ҡарт, кейәуенән бик риза булып. Әкиәттән.
ҠАШҠАБАҠ (ҡашҡабағы) и. зоол. диал. ҡар. ҡашҡабаш II. Ҡашкабаҡтар бала сығара.
ҠАШҠАБАШ I (Р.: лысуха; И.: coot; Т.: sakarmeke) и. зоол.
Тартай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, ҡанат ситтәре һәм ҡойроҡ аҫты аҡ, суҡышы ҡыҙыл, маңлайында ҙур аҡ һөйәле булған ҡара өйрәк ҙурлығындағы ҡош. □ Лысуха (лат. Fulica atra). ■ Ҡашҡабаш йәш уҫем-лектәр, тамыр-томор, ваҡ балыҡ, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
ҠАШҠАБАШ II (Р.: чёрный гриф; И.: black vulture; T: kara akbaba) и. зоол. диал.
Ҡарсыға һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, башы һәм елкәһе ҡауырһынһыҙ, ҡара көрән төҫтәге бөркөт ҙурлыҡ күсмә ҡош; таҙғара. □ Чёрный гриф (лат. Aegyoius топа-chus). ■ Ҡашкабаштар ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Яңғыҙ ҙа, кумәкләшеп тә йөрөйҙәр. Интернет селтәренән.
ҠАШҠАБАШ III (Р: плешина; И.: bald patch; T: dazlak) и. диал.
Пеләш (ялтас) баш. □ Плешина, плешь, лысина. Ҡашкабашҡа әйләнеу.
ҠАШҠАЙМАҠ (ҡашҡаймағы) (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени юрматы.
ҠАШҠАЙТЫУ I (ҡашҡайт-) (Р: оскалить; И.: bare one’s teeth; T: dişlerini göstermek) ҡ.
Ауыҙҙы ҙур асып тештәрҙе ыржайтып күрһәтеү. □ Оскалить, ощерить (зубы). Тештәрҙе ҡашҡайтып көлөу.
ҠАШҠАЙТЫУ II (ҡашҡайт-) (Р.: ходить горделиво, с высоко поднятой головой; И.: strut; T.: mağrurca yürümek) ҡ. диал.
Башты юғары күтәреп, тәкәббер ҡиәфәт менән йөрөү. □ Ходить горделиво, с высоко поднятой головой. Башты ҡашҡайтып атлау. Эре ҡиәфәт менән башын ҡашҡайтып йөрөй.
ҠАШҠАЙЫУ (ҡашҡай-, ҡашҡая) (Р.: скалиться; И.: grin; T.: dişlerini göstermek) ҡ.
1. Тештәр ныҡ күренеү, ыржайып тороу.
□ Скалиться, ощериться. Бынау әҙәмдең теше бигерәк ҡашҡайып тора.
2. кусм. Һерәйеп, ҙур булып күренеү.
□ Быть заметным, выделиться, һәйкәл ҡашҡайып тора. М Дурткел бер өй тора ҡашҡайып себер йылғаһының буйында. Картотека фондынан. [Аҡша батыр Ҡарас
377