Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 378 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАШҠАЛАҠ
батыр тураһында:] Ҡашҡайып торған убала һынаша торған ир икән. Халыҡ ижадынан.
ҠАШҠАЛАҠ I (ҡашҡалағы) (Р.: свиязь;
И.: wigeon; T.: fiyu) и. зоол.
Йылға буйҙарында йәшәй торған, өйрәктәр ғаиләһенә ингән, башында аҡ ҡашҡаһы булған, оҙон текә муйынлы һунар ҡошо. □ Свиязь (лат. Anas penelope). ■ Томбойоҡтарҙа, сай араларында буталған ҡашҡалаҡтар, ҡашыҡморондар, сумғалаҡтар һунарсыларҙың түҙемлеген минут һайын нығыраҡ ҡаҡшата. Т. Килмөхәмәтов. Ҡашҡалаҡ һыу үҫемлектәре, һирәкләп һыу йәнлектәре менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
ҠАШҠАЛАҠ II (ҡашҡалағы) (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Эй ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени айле.
ҠАШҠАЛАҠ ӨЙРӘК (өйрәге) и. зоол. диал. ҡар. ҡашҡалаҡ I. Ҡашҡалаҡ ойрәк тауышы. Ҡашҡалаҡ өйрәк күреү.
ҠАШҠАЛДАҠ (ҡашҡалдағы) и. зоол. диал. ҡар. ҡашҡалаҡ I. ■ Ҡашкалдаҡ башҡа өйрәктәрҙән маңлайындағы һәм түбәһендәге һарғылт аҡ һыҙығы менән айырыла.
Э. Ишбирҙин.
ҠАШҠАЛТАЙ и. зоол. диал. ҡар. ҡашҡалаҡ I. Күлдә бер төркөм ҡашҡалтайҙар күренә.
ҠАШҠА ӨЙРӘК (өйрәге) и. зоол. диал. ҡар. ҡашҡалаҡ I. Ҡашҡа өйрәктәргә һунарға сығыу. Ҡашҡа өйрәк аулау.
ҠАШҠАР I и. зоол. ҡар. бүре 1,1.
ҠАШҠАР II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Түңгәүер ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени тангаур.
ҠАШ ҠАРАҺЫ (Р: карандаш для бровей; И.: modelling pencil; T: kaş kalemi) и.
Ҡашты ҡарайтыу өсөн ҡәләм. □ Карандаш для бровей. ■ Ҡаш ҡараһы сығарғандар ҡашты ҡарайтыр өсөн. Халыҡ йырынан.
ҠАШҠАРЫЙ и. бот. диал. ҡар. йондоҙ сәскә. Йөнтәҫ ҡашҡарый. Ҡашҡарым гөлләмәһе. Баҡсаға ҡашҡарый ултыртыу.
ҠАШҠАРЫУ (ҡашҡар-) (Р.: реветь; И.: roar; T.: böğürmek) ҡ.
Ҡалын, яман тауыш менән ныҡ ҡысҡырыу; үкереү, ырылдау. □ Реветь; рычать. ■ Дошманын күреп, Дәмми бей, ҡарт айыуҙай ҡашҡарған. Халыҡ ижадынан.
ҠАШҠА САБАҠ (сабағы) (Р: лысач;
И.: pike asp; T: balık türü) и. зоол.
Амударъя һәм һырдаръя бассейнында йәшәгән эре йыртҡыс балыҡ. □ Лысач (лат. Aspiolucius esocinus). Ҡашҡа сабаҡ тотоу.
ҠАШҠА СЕБЕН (Р: муха-жигалка; И.: stable fly; T.: baldırsokan) и. зоол.
Ер йөҙөнөң бөтә өлөштәрендә осрай торған, йәйҙең икенсе яртыһында барлыҡҡа килгән, үҙенең тештәре менән йоғошло ауырыуҙар тарата торған, өй себененә оҡшаған себен. □ Муха-жигалка (лат. Stomo-xys calcitrans). Ҡашҡа себендәрҙе ағыулау. Ҡашҡа себендәргә ҡаршы көрәш. ■ Ҡашҡа себен — ҡан эскес бөжәк. Интернет селтәренән.
ҠАШҠА СӘПСӘҮ (Р: черныш; И.: green sandpiper; T: yeşil düdükçün) и. зоол.
Ҡыҫҡа аяҡлы һәм ҡыҫҡа суҡышлы бәләкәй һыу ҡошо. □ Черныш (лат. Tringa осһ-ropus). Ҡашҡа сәпсәү аулау. Ҡашҡа сәпсәү тотоу. М Ҡашҡа сәпсәүҙәр ҡомло һәм ҡырсынлы күл, йылға буйҙарында йәшәй, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
ҠАШ-ҠАШЛАҠ (ҡаш-ҡашлағы) и. диал. ҡар. ҡашлаҡ. Каш-ҡашлаҡҡа менеү.
ҠАШЛАҠ (ҡашлағы) (Р: возвышенность; И.: hillside; T.: yamaç) и.
378