Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 379 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАШМАУ
Тирә-йүндән бейегерәк булып торған ер, ҡалҡыулыҡ; тау битләүе. □ Возвышенность; косогор. Ҡашлаҡҡа урмәләу. Ҡашлаҡҡа менеу. Ҡашлаҡтан төшөу. ■ Йәмләндереп тауҙың ҡашлағын баҫып тора йәп-йәш аҡ ҡайын. С. Ҡудаш. Сәкәй ҡашлағын менгәс тә, ситәнһеҙ-ниһеҙ, тубә трансалары ла бик һирәк кенә бер өй бар. Ғ. Минһажев. Шәмси, ауылды урталайға киҫеп ағыусы йылғаның бейек ҡашлағына барыр өсөн, санаһын һөйрәп урамға сыҡты. Ғ. Хәйри. Азат менән старшина ҡашлаҡҡа ла кутәрелеп өлгөрмәнеләр, уларҙың ҡаршыһына йәш кенә ҡатын килеп сыҡты. Ә. Бикчәнтәев. Мин ышанам: кеше аҡылына бөтәһе лә буйһонор — бейек-бейек тауҙар, ҡашлаҡтар, кеше аяғы баҫмаған әллә ниндәй убалар — бөтәһе, бөтәһе лә. И. Ғиззәтуллин.
ҠАШЛАУ I (ҡашла-) (Р.: вставлять камень; И.: insert a jewel; T.: kaşlamak) ҡ.
1. Ҡаш (I, 4) ҡуйыу. □ Вставлять камень (в перстень и т. п.). Йөҙөк-беләҙекте ҡашлау. Беләҙекте ҡашлап ҡуйыу. ■ Ҡулымдағы балдағымды көмөш менән ҡашланым, һиңә йәдкәр бирер өсөн, йырҙар яҙа башланым. Халыҡ йырынан.
2. Ҡаш (I, 3) яһап ҡуйыу (эйәргә). □ Торочить луку (к седлу). Эйәрҙе көмөшләп ҡашлау.
ҠАШЛАУ II и. диал. ҡар. ҡашлаҡ. Ҡашлауҙа малдарҙы көтөу. Ҡашлауҙа еләк суп-ләу. Ҡашлауҙа сәскә йыйыу. Я Бөтәһен ситкә ҡуйып, Буре ҡашлауы битендәге йукәлек куләгәһенә [ирҙәр] йыйылып ултырҙылар ҙа донъя хәлдәре хаҡында баш ватырға тотондолар. Ғ. Ибраһимов.
ҠАШЛАУ III (Р: налобник; И.: front strap; T: ön bant) и.
Йүгәндең маңлай өлөшөндәге арҡыры ҡайышы. □ Налобник, налобный ремень (у лошади). Ҡашлауҙы алыштырыу. Ҡашлау өҙөлөу. Ҡашлауҙы бәйләу. Ҡашлауҙы ыскындырыу. Ҡашлауҙы бушатыу. Ҡашлауҙы эләктереу.
ҠАШЛАУЫҠ (ҡа ш л ау ығы) и. зоол. диал. ҡар. ҡарышлауыҡ. Йәшел ҡашлауыҡ. Йөнлө ҡашлауыҡ. Ҡашлауыҡка балыҡ тотоу. Ҡашлауыҡ ҡаҙыу.
ҠАШЛЫ (Р: с бровями; И.: having ... brows; T: kaşlı) с.
1. Ҡашы (1,1) бар, ҡашы булған. □ С бровями, -бровый. Я Ҡара ҡашлы, нескә билле, кемдең һөйгән йәре икән? Йырҙан. Оҙон буйлы, туңәрәк аҡ йөҙлө, ҡуңыр ҡашлы, һорғолт куҙле, тоҙ танаулы Фариза еңгәһен Айбулат хөрмәт итә. һ. Дәүләтшина. Йыуан кәуҙәле, аҡ ҡашлы, һорғолт куҙле, һипкелле Мәликә ҡыҙҙар араһында иң олоһо ине. Д. Исламов. Ҡара ғына ҡашлы матур егет урман юлҡайынан көн дә уҙа. Халыҡ йырынан. • Башлыҡ булһаң, башлы бул, йыйырылмаҫ ҡашлы бул. Әйтем.
2. Ҡаш (I, 4) ҡуйылған. □ С (драгоценным) камнем. Ынйы ҡашлы йөҙөк. Ҡашлы алҡа. Фирузә ҡашлы йөҙөк. Я Йома әбей Сафура килтергән йөҙөктәрҙе ҡыҙҙарҙың яҡындарына, ятырағына, олорағына, йәше-рәгенә һәм башҡаларына ҡарап, көмөш, еҙ, ҡашлыларын өләште, һ. Дәүләтшина.
3. Ҡашы (1,3) булған. □ С какой-либо лукой. Я Аҡыҡ ҡашлы көмөш эйәренең башына таянып, уйға талған Йәноҙаҡ эргәһенә куҙәтеп торған дуҫтары йыйыла. Әкиәттән. Ишектән инеугә уң ҡулда көмөш ҡашлы эйәр, көмөшлө кумелдерек, көмөшлө йугәндәр, туйыр ҡамсы, ебәк билғау — һәр ҡайһыһы урыны-урыны менән матурлап элеп ҡуйылған. Ғ. Дәүләтшин.
ҠАШ Л ЫҠ (ҡашлығы) и. диал. ҡар. ҡашалдырыҡ. Аш булмәһенә ҡашлыҡ элеу. Ҡашлыкҡа ҡалаҡтарҙы теҙеу.
ҠАШМАУ (Р.: кашмау (женский головной убор, украшенный кораллами и серебряными монетами)', И.: kind of national Bashkir decoration for women, headgear; T: kadınların başlığı) и. этн.
1. Ҡатын-ҡыҙҙың мәрйен теҙеп, тәңкә-сулпы баҫып, оҙон яҫы ҡойроҡ төшөрөп эшләнгән баш кейеме. □ Кашмау (жен-
379