ҠАШЫҠ
ҠАШШАҠ II (Р.: упрямый; И.: stubborn; T.: inatlı) с. диал.
Кеше һүҙен тыңламай, яйға килмәй торған; тиҫкәре, үҙ һүҙле. □ Упрямый, неуступчивый, непослушный. Ҡашшаҡ бала. Ҡашшаҡ булыу.
ҠАШШАҠЛАНЫУ (ҡашшаҡлан-) (Р.: упрямиться; И.: be obstinate; T.: inat etmek) ҡ. диал.
Киреләнеү, кеҙеләнеү. □ Упрямиться. Бушҡа ҡашшаҡланып йөрөү. Көнө буйы ҡашшаҡланып ултырыу. Ҡашшаҡланып тороу. Я Ат ябыҡһа, ҡашшаҡлана. Т. Морат.
ҠАШЫҒАУЫҘ (Р: верхогляд; И.: predatory carp; T.: balık türü) и. зоол.
Ауыҙы өҫкә ҡарап торған, Ҡытайҙағы һәм Алыҫ Көнсығыштағы йылғаларҙа йәшәүсе балыҡ. □ Верхогляд (лат. Erythroculter erythropterus). Я Кашығауыҙ — сөсө һыуҙа йәшәй торған балыҡ. Интернет селтәренән.
ҠАШЫҒАЯҠ (ҡашығаяғы) (Р: посуда;
И.: table ware; T.: kap kacak) и. йыйн.
1. Аш-Һыу әҙерләү һәм ашау-эсеү өсөн ҡулланылған һауыт-һаба. □ Посуда, утварь. Ҡашығаяҡ йыуыу. Ҡашығаяҡты йыйыштырыу. Я Миңлеямал, самауыр, шәшке, сәйгүн, тәрилкә, ашъяулыҡтарын йыйып алып, өҫтәлен һөрттө. Унан ҡашығаяҡтарын таҙартты. Ғ. Дәүләтшин. Төрлө гәлсәр һауыт-һаба, алтын-көмөш ҡашығаяҡ, серванттың эсенә һыймағас, китап шкафына, башҡа урындарға ла ҡуйыла башлағайны инде. Р. Солтангәрәев. Ҡашығаяҡты йыйғас, Мәликә ҡыҙы менән уйнаған Әйүп янына килде. Т. Ғарипова. • Сығынсы ат тәртә һындыра, уңмаған ҡатын ҡашығаяҡ һындыра. Әйтем.
2. ҡар. ҡашығаяҡ яҡ. Я Таңһылыу инеү менән ҡашығаяҡҡа үтте, Полина апайға аш-һыу әҙерләшә башланы. Р. Камал.
♦ Ҡашығаяҡ шылтырау ғаиләлә сыҡҡан ығы-зығы, еңелсә талаш-тартышҡа ҡарата әйтелә. □ Ссоры в семье. Я Кешеләрҙең күбеһе ғаилә тормошоноң беренсе айҙарын бигерәк тә күңелле үткәрә, һуңынан ара-тирә ҡашығаяҡ шылтырай башлай. Ш. Шә
һәр. [Мулла — Мөкәрәмәгә:] Донъя булғас, ҡашығаяҡ шылтырамай тора буламы? Бе-регеҙҙе берегеҙ аңлашып, һәүетемсә генә ярашығыҙ! Я. Хамматов.
ҠАШЫҒАЯҠ ЯҠ(яғы) (Р: передняя комната; И.: antechamber; T.: ön oda) и.
Өйҙөң аш бешереү, аш-һыу әҙерләй торған яғы; түрбаш. □ Передняя комната. Ҡашығаяҡ яғын йыйыштырыу. Ҡашығаяҡ яғын йыуыу. ■ Айбулат, ҡашығаяҡ яҡҡа сығып, усаҡ янынараҡ ултырып, Мәғфүрә менән бик оҙаҡ һөйләште, һ. Дәүләтшина.
ҠАШЫҠ (ҡашығы) (Р: поварёшка; И.: ladle; T.: kepçe) и.
1. Аш һоҫа торған оҙон һаплы ҙур ҡалаҡ. □ Поварёшка. Билмән ҡашығы. Ҡамыш ҡашыҡ. Өйрә ҡашығы. Семәрләп, ағастан ҡашыҡ яһау. Я Көмөш кенә ҡашыҡ, һабы нәҙек, тотмаһана, ҡулың бешерер. Халыҡ йырынан. Ҡарабәкәл ашанырға тотонған. Эй ашай, эй ашай, ти. Нисек кенә тырышмаһын, бер сынаяҡ сәйе менән бер ҡашыҡ һурпаһын эсеп бөтөрә алмаған. Әкиәттән. • Һабан тотҡан берәү, ҡашыҡ тотҡан етәү. Әйтем. Ҡаҙанға һалмағанды ҡашыҡ менән эҙләмә. Әйтем.
2. у март. Һарыған ҡорт күсен һоҫоп алыу өсөн туҙҙан, ағастан яһалған ҙур ҡалаҡ. □ Деревянная или берестяная ложка для забора роя пчёл. Я Ул [Баһау] билғауына моҙға элде, ҡулына ҙур ҡашык алды. .. Моҙғаны ботаҡҡа элде лә, күсте шуның эсенә ҡашыҡ менән һоҫоп төшөрә башланы. Ж. Кейекбаев.
3. диал. ҡар. ҡалаҡ 1. Я Ашап бөткәс, Индрил ҡашығын һөртөп ҡунысына тыҡты. Д. Юлтый. [Илеүкәй батыр — Туҡ батырға:] Атанан туғыҙ тыуһаң да, бер ҡашыҡтан ейһәң дә, атҡа берҙәй менһәң дә, мацлай тирең сығарып, егерме яуҙа булһаң да, яңғыҙ ҡалдың терәкһеҙ. Халыҡ ижадынан. • Ерҙә ашлыҡ башағын ҡалдырғансы, ашар ҡашығыңды ҡалдыр. Мәҡәл. Ямандан ярты ҡашыҡ аш ҡалыр. Әйтем. Яҡшы һүҙ — баллы ҡашыҡ, яман һүҙ — әсе
381