Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 382 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАШЫҠ-АЯҠ
ҡатыҡ. Әйтем. Асҡа бер ҡашыҡ аш алтындан ҡиммәт. Әйтем. Туйыр алдынан туя бел, ҡашығыңды ҡуя бел. Әйтем.
4. диал. Ҙур ағас ҡалаҡ. □ Большая деревянная ложка. ■ Ҡашыҡ менән ҡаҙандан һөҙлөк алалар. Экспедиция материалдарынан.
5. диал. Тишекле сүмес. □ Дуршлаг.
♦ Ҡашыҡ ауыҙ самаһыҙ ҙур ауыҙлы.
□ Большеротый. Ҡашыҡ буйы буйға бик бәләкәй. □ Карликовый. ■ Ишбулдин-дың бойҙайы ул йылды ҡашыҡ буйы ғына уҫкән дә һарғайып ҡатҡан. Ә. Вәли. Сәлим сағыштырыуҙар аша белә хәҙер. Ыҫмалалай ҡап-ҡара ерҙәрҙә лә бойҙай ҡашыҡ буйы шикелле генә уҫә. С. Поварисов.
ҠАШЫҠ-АЯҠ (ҡашыҡ-аяғы) и. диал. ҡар. ҡашығаяҡ 1. Ҡашык-аяҡты таҙартып сығыу. ■ Донъя-маҙар йыймаған, ҡашыҡ-аяҡ тотмаған, ҡаҙан аҫып, ҡамыр баҫып, улар [ҡарт менән ҡарсыҡ] донъя көтмәгән. «Урал батыр».
ҠАШЫҠБАШ I и. зоол. диал. ҡар. ҡашыҡморон. Кулдәрҙә бик куп ҡашыҡбаш осратырға мөмкин.
ҠАШЫҠБАШ II и. зоол. диал. ҡар. сүмесбаш 1. Ҡашыҡбаш һөҙөу. Ҡашыҡбаш-тар ыуылдырыҡтан барлыҡҡа килә.
ҠАШЫҠБАШ ӨЙРӘК (өйрәге) (Р.: чирок; И.: teal; T: bağırtlak) и. зоол. диал.
Сыбар көрән төҫтәге бик ваҡ ҡыр өйрәге; сүрәгәй. □ Чирок (лат. Anas сгесса). ■ Ҡашыҡбаш өйрәктәр куберәк һаҙлы урындарҙа осрай. Интернет селтәренән.
ҠАШЫҠ ҠАҒЫУ (Р.: название девичьих гаданий; И.: maidens’ guesswork; T: fal bakma türü) и. этн.
Ҡашыҡ менән күрәҙәлек итеү йолаһы.
□ Название девичьих гаданий.
ҠАШЫҠ Л АУ (ҡашыҡла-) ҡ. ҡар. ҡалаҡлау. Ҡашыклап бал ашау. Сәйҙе ҡашыҡлап эсеу.
ҠАШЫҠЛЫҠ (ҡашыҡ л ы ғы) и. диал. ҡар. ҡашалдырыҡ. ■ Стенаның һандыҡ торған тәңгәлендә ҡашыҡлыҡ яһалған һәм
унда өс-дурт ағас ҡалаҡ теҙеп ҡуйылған. М. Ғафури.
ҠАШЫҠМОРОН (Р: широконоска; И.: shoveler; T: bayağı kaşıkgaga) и. зоол.
Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған оҙон киң моронло йылға ҡошо. □ Широконоска (лат. Anas clypeata). Ҡашыҡморонға һунарға сығыу. Ҡашыҡморон алыу. Ҡашыҡморон аулау. ■ Ҡашыҡморондар куберәк балыҡтар менән туҡлана. Интернет селтәренән.
ҠАШЫҠМОРОН ӨЙРӘК (өйрәге) и. зоол. ҡар. ҡашыҡморон. М Беҙҙең яҡтар-ҙағы йылғаларҙа ҡашыҡморон өйрәктәр йыш осрай. Экспедиция материалдарынан.
ҠАШЫҠ СУМАРЫ (Р: клёцки; И.: trickled pastries; T: hamur, ciğer, patates v. s. köftesi) и. кул. диал.
Йомортҡа менән һөткә баҫылған ҡамырҙан өҙөп-өҙөп бешерелгән йомро һалма. □ Клёцки. Ҡашыҡ сумары әҙерләу. Ҡашыҡ сумарына ҡамыр баҫыу. Ҡашык сумары бешереу. Ҡашык сумары әҙерләу ысулдарын өйрәнеу.
ҠАШЫҠ-ТАБАҠ (ҡаш ыҡ-табағы) и. йыйн. диал. ҡар. ҡашығаяҡ 1. Ҡашыҡ-табак йыуыу. Ҡашык-табак һатып алыу. ■ Хәким бабайҙың тәпәш тубәле өйөндә бер пар сынаяҡ, кескәй генә ҡаҙан, ваҡ-төйәк ҡашыҡ-табаҡтан башҡа бер генә нәмәһе лә юҡ. И. Насыри.
ҠАШЫҠ ЯҺАУСЫ и. ҡар. ҡалаҡ яһаусы. Ҡашык яһаусы булыу. Ҡашык яһаусынан төрлө төҫтәге ҡашыҡтар эшләтеу.
ҠАШЫЛДЫРЫҠ (ҡашылдырығы) и. диал. ҡар. ҡашалдырыҡ. Ҡалаҡтарҙы ҡа-шылдырыҡҡа теҙеп ҡуйыу.
ҠАШЫНА (Р: к, перед; И.: before; Т: önüne) бәйл.
Эш-хәрәкәттең кемдеңдер, нимәнеңдер алдына йүнәлтелгәнен белдерә. □ К, перед, на (предлог). ■ Төшөндә Буҙйегеттең ҡашына ҡырҡ ҡыҙ килгән. «Буҙйегет». Уң ҡулдарҙы куҙ ҡашына ҡуйып, беҙ эҙләйбеҙ икәу ул ҡыҙҙы. М. Хәй. [Яйыҡ батыр] юл-йөрөмөн яйлаған да һикереп атҡа менгән, ти, ил
382