Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 383 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЯЛЫҠ
ҡашына килгән, ти. Ил-йорт менән хушлашып, тауҙар ҡарай елгән, ти. Ҡобайырҙан. Ҡашына арыҫландың килә батыр, үлгәнен аныҡлап белә батыр, быға инде бер билге һалайым тип, арыҫландың шунда телен телә батыр. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ҠАШЫНДА (Р.: перед; И.: before; Т.: önünde) бәйл.
Кемгә йәки нимәгә булһа ла бәйләнешле эш-хәлде белдереү өсөн ҡулланыла; алдында. □ Перед кем, чем. • Хан ҡашында ғәйебең булһа, ҡара ерҙән ҡайыҡ тарттырыр. Мәҡәл.
ҠАШЫНЫУ (ҡашын ) ҡ. ҡайт. ҡар. ҡашыу, возвр. от ҡашыу. Ҡашынып тик йөрөү. Бесәй ҡашынып ултыра. Ялҡау, торорға иренеп, ҡашынып ята. Уйланып, бер аҙ ҡашынып тороу. ■ Егет тырнаша ла ҡашына, ҡашына ла тырнаша. Башы ауырта башлай. Тора-бара бөтөнләй ауырыуға һабыша. Әкиәттән.
ҠАШЫУ (ҡашы-) ҡ. диал. ҡар. тырнау
1. Елкәне ҡашып йөрөү. Башты ҡашып ултырыу. Эйәкте ҡашып тороу. ■ Ишек алдында Әмир, Нур, Шәрифйән баҫып тора. Ни эшләргә белмәй, улар елкәһен ҡашып тора. Т. Арслан. [Кәртә Мәргән:] Ҡәһәтемдә тормаһам, елкәм ҡашып, тырнаһам, «Кәртә» атым ҡороһон, «Мәргән» атым ҡороһон! «Кәртә Мәргән». • Ҡысымаған ерҙе ҡашымайҙар. Әйтем. Атың булһа айғыр, ят та ҡашыр. Мәҡәл.
ҠАЯ (Р.: скала; И.: rock, crag; T.: kaya) и.
1. Тауҙа сусайып сығып торған осло текә, ҙур, бейек таш. □ Скала, утёс. / Скалистый. Ҡая башына үрмәләү. Ҡаяға яҙыу. Ҡаяны емереп төшөрөү. ■ Һәнәрсе эҙләнеүен дауам иткән. Һаман шулай тауҙар, далалар гиҙгән. Ер ҡаҙыған, таш аҡтарған, текә ҡаялар аҫтына, мәмерйәләргә төшкән.
3. Биишева. Урал буйын буйлаған, ат өҫтөндә уйнаған, ҡаяла башаҡ ҡайраған, ҡыҙҙың һылыуын һайлаған, тыуған ерен һаҡлаған, ир намыҫын һатмаған батыры бар был илдең. Ҡобайырҙан. Алайғыр ҡаяһы башы
нан әлеге моңло көй бында тағы ла асығыраҡ ишетелә ине. Н. Мусин. Ҡара ла ғына урман ҡая бите, шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта. Халыҡ йырынан. • Тау ҡаяһыҙ булмай, бөркөт ояһыҙ булмай. Мәҡәл.
2. күсм. Саҡматаштай ныҡлы, ҡорос кеүек кеше. □ Кремень (о человеке). М [Айгөл Ғәлиева:] Янымда ҡая таштай ныҡлы, ышаныслы, тәүәккәл, эшлекле тормош иптәшем булмаһа, ауыл ерендә ундай таһыллыҡ менән донъя көтөүе ауырға тура килер ине. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2012.
ҠАЯҘ (Р.: кузовок; И.: birch bark basket; T: sepet) и.
1. Туҙҙан яһалған ҡапҡасһыҙ һауыт (емеш-еләк тиреү өсөн). □ Кузовок, коробок из бересты. Ҡаяҙға ҡарағат тиреү. Ҡаяҙға еләк йыйыу.
2. у март. диал. Айырған ҡортто ваҡытлыса ябыу өсөн ҡабыҡтан эшләнгән һауыт; моҙға. □ Короб из бересты (для временного помещения пчёл). Умарталағы ҡорттарҙы ҡаяҙға күсереү. Ҡаяҙ эшләү.
ҠАЯЛЫ (Р.: скалистый; И.: rocky; Т: kayalık) с.
Ҡаяһы (1) булған, ҡаяһы бар. □ Скалистый. Ҡаялы тау. ■ Көньяҡ Уралдың урман баҫҡан ҡаялы тауҙары араһынан кескәй генә йылға аға. Ул — һәләүек йылғаһы. Я. Ҡолмой. Инде күрҙек күҙ менән .. дейеү йөҙгән диңгеҙҙең ергә әйләнеп ҡалғанын, Әзрәҡә тигән батшаңдың ҡаялы тау булғанын. «Урал батыр». Йүгерә-атлай бер тын ырамлы ғына барғас, беленер-беленмәҫ урман һуҡмағы Алтынсәсте Ҡаҙаяҡ йылғаһының Йылан ятыуы тип йөрөтөлгән бейек ҡаялы, хәтәр боролмалы текә ярына алып сыҡты. Ә. Хәкимов. Ҙур ҡыралыҡтың артында оҙонлоғо егерме — егерме биш саҡрымға һуҙылған, урман менән ҡапланған, текә-текә тарлауыҡлы, ҙур ҡаялы бейек тау армыты ята. С. Ильясов.
ҠАЯЛЫҠ (ҡаялығы) (Р: скалистая местность; И.: rocky terrain; T: kayalık) и.
383