Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 384 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЯЛЫУ
Ҡаялы урын, ҡаялар булған ер. □ Скалистая местность. М Иҙел буйҙары, ай, ҡаялыҡ, полковник Тәфтиләү яу урыны. Халыҡ йырынан. Шишмәләрҙең өҫтәрендә күккә тейә ҡаялыҡ, осло, оҙон таштар тора, бер-беренә таянып. С. Кулибай.
ҠАЯЛЫУ (ҡаял-) (Р.: распухать; И.: swell; T.: şişmek) ҡ. диал.
Ҡапайып, ҡалҡып тороу; күбеү. □ Распухать, вспухать, раздуваться, вздуваться. // Распухание, вздутие. Куп ашауҙан эс ҡаялып китте.
ҠАЯСАЙ (Р.: василёк шероховатый; И.: greater knapweed; T.: peygamber çiçeği) u. бот.
Ҡыҙыл кәрзин сәскәле, телгеләнгән япраҡлы болон үләне. □ Василёк шероховатый (лат. Centaurea scabiosd). Ҡаясай йыйыу. Ҡаясай сәскәһе.
ҠАЯСАТЫР (Р.: бороздоплодник; И.: 1о-vage; T.: selâm otu) и. бот.
Ваҡ сәскәле күп йыллыҡ файҙалы үлән. □ Бороздоплодник (лат. Cnidiumjaponicum). Ҡаясатыр йыйыу. Ҡаясатыр төнәтмәһе. Ҡаясатыр ҡайнатыу. ■ Ҡаясатыр ҡытай медицинаһында киң ҡулланыла. Интернет селтәренән.
ҠАЯ ТАУ (Р: высокая отвесная гора; И.: tall steep mount; T.: kaya) и.
Бик бейек, текә ташлы тау. □ Высокая отвесная гора. Ҡая тауға менеу. Ҡая тауҙа үҫкән ағас. ■ [Урал батырҙың] бара торғас, бер ерҙә, бер ҡая тау битендә, уйпат сая эсендә арыҫланынан төшөп, ял итергә ятҡанда, йылан ыҫлаған тауыш ҡолағына салынған. «Урал батыр». Күңелем минең ғорур һәм шат ине. Азат ине борсоу уйҙарҙан, һин килдең дә еңдең. Алып киттең, ҡая таулы борма юлдарҙан. 3. Биишева.
ҠАЯУ I (Р: обруч (на посуде)', И.: hoop; T.: çember) и.
һауыт-һабаға ҡуйылған ҡоршау. □ Обруч (на посуде).
ҠАЯУ II (Р: жало; И.: sting; T.: iğne) и.
1. Саға торған төрлө бөжәк, ҡорт, йылан-саяндың ағыулы сәнскесе. □ Жало. В Ҡара йылан теленән ҡаяуын өҙөп алмаған, илгә ҡаршы торғандың ҡалҡанын яра сапмаған ил батыры булырмы? Ҡобайырҙан. Ҡаяу — эшсе ҡорттарҙың ояны бур бөжәктәрҙән, ҡорттарҙан, дошмандарҙан һаҡлау ҡоралы. Интернет селтәренән.
2. кусм. Зәһәрле нәмә; сәнскес. □ Жало. В Күңелендә яуыз һаҡлап килгән кешегә аяу юҡ — ҡаяу әҙер! Ф. Иҫәнғолов.
ҠАЯУЛАТЫУ (ҡаяулат-) ҡ. ҡар. ҡаяу-лау. Кашыҡты ҡаяулатып яһау.
ҠАЯУЛАУ (ҡаяула-) (Р: набивать обруч; И.: bind a cask with hoops, hoop a barrel; T.: çemberlemek) ҡ.
Ҡоршау, бөгәзе кейҙереү; ҡоршау һуғыу. □ Набивать обруч, натягивать обруч. Туҫтаҡты ҡаяулап ҡуйыу. Ҡаяулап эшләу.
ҠАЯУЛЫ I (Р: имеющий обруч; И.: with hoops; T.: çemberli) c.
Ҡоршау, бөгәзе һуғылған; ҡоршаулы.
□ Имеющий обруч, сжатый. Ҡаяулы һауыт. В Өҫтәл өҫкәйендә өс сынаяҡ, ун ике лә ерҙән ҡаяулы. Халыҡ йырынан.
ҠАЯУЛЫ II (Р: жалоносный; И.: having a sting; T.: iğneli) с.
1. Ҡаяуы (II, 1) булған, саға торған.
□ Жалоносный. Ҡаяулы бөжәктәр. ■ Энә ҡаяулы серәкәйҙәр ҙә, эс бошорғос рәүештә зыулашып, нисек ҡан эсергә белмәйенсә, ат тапҡырынан осоп эйәреп баралар. Ғ. Хәйри. Бал ҡорто — осоусы ҡорт, күмәкләп тереклек итеүсе, ҡаяулы, ярыҡ ҡанатлы бөжәктәр вәкиле. Интернет селтәренән.
2. күсм. Зәһәр, сәнскеле. □ Колкий, язвительный. В Мөхәббәтһеҙ кеше — иң бәхетһеҙ, ул ҡот осҡос мыжыҡ, ҡаяулы, ғашиҡтар ҙа әүлиәләр түгел, тик мөхәббәт булғас аяулы. X. Назар. Үҙе хисле, үҙе ҡаяулы шағир, яҙыусы, драматург һәм бөтә яҡтан да Буранбай булып ҡалған кешегә рәхмәтлебеҙ! «һаҡмар», 8 февраль 2012.
ҠАЯУЫН БАТЫРЫУ (ҡаяуын батыр-) (Р: жалить; И.: sting; T.: iğnesini batırmak) ҡ.
384