ҠЕҮӘТЛЕ
1. Ҡаяу (П, 1) батырып, ағыу ебәреү (йылан-саянға, ҡортҡа һ. б. ҡарата}, сағыу □ Жалить, кусать, вонзать своё жало. Ҡорт ҡаяуын батырҙы.
2. кусм. Әсе һүҙ әйтеү, рәнйетеү. □ Язвить, жалить. Ҡаяуын батырып һөйләшә.
ҠАЯУЫН ҠАҘАУ (ҡаяуын ҡаҙа-) ҡ. ҡар. ҡаяуын батырыу. М Малайға уткер ҡаяуын ҡаҙаны бит һағыҙаҡ. Г. Ситдикова.
ҠЕҮӘ [ғәр. м] (Р-: Дар; И.: gift; T.: kuvve) и.
Көс, һәләт. □ Дар, дарование, способность, талант. Йыр ҡеуәһе. Фекер ҡеуәһе. ■ Яңы матурлыҡтарҙы бар иткәне уның [кешенең]аҡыл вә хыял ҡеуәһе икән, шуларҙан тәм-зауыҡ тапҡаны — уның куңеле. Ғ. Хөсәйенов. Шафиҡ торараҡ, ярһыуҙары һыуына төшкәс, айыҡ уйлау ҡеуәһе алды. Ф. Иҫәнғолов. Тора-бара уның [Шәрәфиҙең] кешеләрҙә булған аҡыл ҡеуәһе лә юғалып, фекерҙәрен бәйләй алмай.. эштәренең ахыры ни менән бөтөрөн һиҙмәй башланы. И. На-сыри. Яҙыусылыҡ ҡеуәһен унда [Я.Хамма-товта] тормош уҙе уятты, уҙе тәрбиәләне. Ә. Хәкимов. Менәуәрәне бына шулай ишек асыу менән таный ул [Ирғәле], әйтерһең, бөтөнләй һуҡыраймаған, ниндәйҙер юғары көс унда тик Менәуәрәне генә курә торған ҡеуәне һаҡлап алып ҡалған. Н. Мусин.
ҠЕҮӘТ [ғәр. bjS] (р.; сила; И.: power; Т.: kuvvet) и.
1. Кешенең физик эш, хәрәкәт яһау һәләте, эш башҡарыу мөмкинлеге; ғәйрәт, ҡөҙрәт. □ Сила, мощь. Ҡеуәт биреу. М Хоҙайға илап, теләйем теләк: беләккә — ҡеуәт, йөрәккә — йөрьәт. Ш. Бабич. Йылдар уҙҙәре менән оло йәштәгеләрҙең ҡеуәтен, көсөн алып китә баралар, ә йәштәргә улар, киреһенсә, әйләнгән һайын көс-ғәйрәт өҫтәйҙәр. К. Мәргән. [Ҡола ҡонан] ғаләмгә курһәтәм тип, ер тырнап, урәпсеп, һикереп тормаһа ла, бөгөнгө сабышыуҙа уҙ ҡеуэтенә, ғәйрәте барлығына, тыны иркенлегенә инанды. С. Ильясов. • Ҡуңел етһә, ҡеуәт етә. Әйтем. Буре ҡартайһа ла, бер ҡуйлыҡ ҡеуәте
ҡала. Әйтем. Ат — әҙәмдең ҡанаты, аш — кешенең ҡеуәте. Әйтем.
2. Эш башҡарыу һәм эшләп сығарыу мөмкинлеге. П Мощь, могущество. Заводтың ҡеуәте. Йөк механизмының эшләу ҡеуәте.
3. кусм. Ҙур сәнәғәт объекты (завод, машина һ. б.). □ Производственные объекты, мощности. Яңы производство ҡеуәттәрен сафҡа индереу.
4. Ниндәйҙер ижтимағи күренештең, ил, йәмғиәт һ. б. көсө. □ Могущество, мощь. Иҡтисади ҡеуәт. Ауыл хужалығының ҡеуәте. ■ Ул [Ырымбур] уҙенең туп-тура урамдары .. ҡорал арсеналы, ҙур сиркәуҙәре, бейек-бейек йорттары менән мәғрур һынланып, «мин Рәсәйҙең ҡеуәте» тип, шәреҡ яҡтарына ғорур ҡарап тора. Ғ. Ибраһимов. Хандың ҡеуәтен арттырыу өсөн, яһаҡ туләргә кәрәк. К. Мәргән. Ризығы кәмлек ҡылһа, ғәскәрҙең ҡеуәте бөтә, ҡылыс һелтәр ҡулы кәрһеҙләнә. Ә. Хәкимов. • Ил ҡеуәте — икмәктә. Мәҡәл. Илһамлы хеҙмәт — илгә ҡеуәт. Мәҡәл. Абруй — ирҙең ҡеуәте. Мәҡәл.
ҠЕҮӘТ АЛЫУ (ҡеүәт ал-) (Р.: набирать силу; И.: gather force; T.: kuvvet almak) ҡ.
Кемдәндер йәки нимәнәндер көс алыу, йыйыу. □ Набирать силу. Тәбиғәттән йәшәу өсөн ҡеуәт алыу. Тирә-яҡтан ҡеуәт алыу. Яҡшы кешеләрҙән ҡеуәт алыу.
ҠЕҮӘТЛЕ (Р: сильный; И.: strong; Т.: kuvvetli) с.
1. Физик яҡтан ныҡ, көслө; ҡөҙрәтле. □ Сильный. Ҡеуәтле ир. Ҡеуәтле ат. ■ Әбей бик ҡеуәтле була, бабай менән бергә ашлыҡ сәсергә йөрөй. Әкиәттән. Баш өҫтөндә, талғын бәуелеп, ҡеуәтле дәу имәндәр ҡыштырлаша, ара-тирә берәй ҡарт ағас, нимәгәлер зарланған, иңрәгән һымаҡ, шығырлап ҡуя, уға аҙашҡан ҡоштоң шомло тауышы килеп ҡушыла. Ә. Хәкимов. Ҡояш байығанда артынан болот ағылһа, ҡеуәтле ел булыр. Һынамыш.
385