ҠЕҮӘТЛЕЛЕК
2. Эш башҡарыу, эшләп сығарыу мөмкинлеге ҙур. □ Мощный. Ҡеүәтле завод. Ҡеүәтле мотор. ■ Элек йөҙҙәрсә көрәктәр эшләгән урында хәҙер ике ҡеүәтле экскаватор тора. М. Хәйҙәров. Лесхозға ике трактор, ағас эшкәртеу цехына кеуәтле двигатель алыу өсөн разнарядка килеп төштө. Н. Мусин. Юл ремонт-төҙөлөш участкаһы быйылғы ташҡынға тейешенсә әҙерләнгән. Ике авария бригадаһы ойошторолоп, уларға ҡеуәтле техника беркетелгән. «Ейәнсура таңдары», 15 август 2011. • Инә ҡорт ғәйрәтле булһа, умарта ҡеуәтле була. Әйтем.
3. кусм. Ҙур ижтимағи көскә эйә булған (ойошма, ил, дәуләт һ. б. ҡарата). □ Мощный, сильный, могущественный, могучий. Ш Башкортостан халҡы уҙенең ҡаһарман хеҙмәте менән башлыса аграр булған төбәкте ҡеуәтле индустриялы республикаға әйләндерҙе. «Ағиҙел», № 7, 2010. Батша властары баш күтәреүселәрҙе баҫтырыу өсөн, даими армия менән бергә, ҡеуәтле хәрби көс булып танылған башҡорт һыбайлыларын файҙаланыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Р. Шәкүр.
4. һөйл. Тәьҫир итеү мөмкинлеге көслө, ныҡ. □ Сильный, крепкий. Ҡеуәтле ҡымыҙ. Ҡеуәтле дарыу.
ҠЕҮӘТЛЕЛЕК (ҡеүәтлелеге) (Р.: сила; И.: power; T: kuvvet) и.
Ҡеүәтле булыу хәле. □ Сила; мощность, могущество. Илдең ҡеүәтлелеге. М Дубинов-ка һәм һарыҡташ станцияларын аҡтарҙан һаҡлауҙа Мырҙабулатов иптәш ғәжәп ҡеүәтлелек күрһәтә. Й. Солтанов.
ҠЕҮӘТЛӘНДЕРЕҮ (ҡеүәтләндер ) (Р: усиливать; И.: strengthen; T: kuvvetlendirmek) ҡ.
1. Кемделер йәки нимәнелер көсләнде-реү, көс биреү. □ Усиливать что, укреплять, подкреплять, придавать силы кому-чему, делать мощным, сильным кого, что. Илде ҡеүәтләндереү. Милләтте ҡеүәтләндереү. ■ Владимир Путин артабан Рәсәй армияһының ниндәй хәл-торошта булы
уын, уны ҡеүәтләндереү өсөн бөгөн ниндәй маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйылыуын бәйән итә. «Башҡортостан», 12 июнь 2012.
2. Кемдеңдер һүҙен, эшен хуплап дәртләндереү; йөпләү. □ Вдохновлять кого на что. Эшкә ҡеүәтләндереү. М Шағирҙың [Ирек Кинйәбулатовтың] лирик геройын тәбиғәттәге тереклек тә, еребеҙҙең уңдырышлылығы ла сикһеҙ ҡеүәтләндерә. «Ағиҙел», № 7, 2010.
ҠЕҮӘТЛӘНЕҮ (ҡеүәтлән-) (Р.: усиливаться; И.: get strong; T.: kuvvetlenmek) ҡ.
1. Ҡеүәте артыу, көсләнеү. □ Усиливаться, крепнуть, подкрепляться, делаться сильным, приобретать мощь. Заводтар йылдан-йыл ҡеүәтләнә бара. ■ Казактарҙың ҡеүәтләнеүенән ҡурҡып, батша хөкүмәте һуңғы замандарҙа, яңы ҡасаҡтар килеүен туҡтатыу өсөн, төрлө саралар күрә башлағайны. Ғ. Ибраһимов.
2. Ҡеүәт алыу, дәртләнеү. □ Вдохновляться. Ҡеүәтләнеп шиғыр яҙыу. Ҡеүәтләнеп эш башлау. Матурлыҡты күреп, ҡеүәтләнеп китеү. Яратҡан кеше янында ҡеүәтләнеп йәшәү. Ҡеүәтләнә барыу. Йәшәүҙән көс алып, ҡеүәтләнә төшөү.
ҠЕҮӘТЛӘҮ (ҡеүәтлә-) (Р: одобрять; И.: approve; T.: takdir etmek) ҡ.
Дәртләндереү, көс биреү. □ Одобрять, подбадривать. // Одобрение. Эшкә ҡеүәтләп тороу. Әйткән хәбәрҙе ҡеүәтләп ултырыу. ■ [Мостафа] ыҡ-мыҡ иткән маҡау Әптел-гә ярҙам иткеләп, тегенең һүҙен ҡеүәтләп ултыра. Ф. Иҫәнғолов. Ҙур һикенең түрбаш яҡ ситендә йөҙөн яулығы менән йәшерә биреп ултырған Факиһа йорт хужаһының һүҙен ҡеүәтләне. Ж. Кейекбаев. «Әйҙә, тиҙерәк!», «Афарин!», «Ура!» ише ҡеүәтләү тауыштарынан, алҡыштарҙан гөрләп торҙо «Баһадир» комплексы. Интернет селтәренән.
ҠЕҮӘТЛӘҮСЕ (Р: вдохновитель; И.: inspirer; T.: kuvvetlendirici) и.
Кемгәлер йәки нимәгәлер көс, дәрт биреүсе. □ Вдохновитель. • Башлаусыһы булһа, ҡеүәтләүсеһе табылыр. Мәҡәл.
386