ҠИҠ ИТЕҮ
ҠЕҮӘТҺЕҘ (Р.: маломощный; И.: low-powered; T.: kuvvetsiz) с.
1. Ҡеүәте әҙ, ҡеүәте булмаған. □ Маломощный, малосильный, слабый. Ҡеуәтһеҙ двигатель. Ҡеуәтһеҙ завод.
2. Тәьҫир итеү көсө әҙ; көсһөҙ. □ Слабый; незначительный по воздействию. Ҡеуәтһеҙ ҡымыҙ.
ҠЕҮӘТҺЕҘЛӘНЕҮ (ҡеүәтһеҙлән-) (Р.: ослабеть; И.: become weak; T: kuvvetsizlen-mek) ҡ.
Көсһөҙ, ҡеүәтһеҙгә әйләнеү. □ Ослабеть, становиться слабым, маломощным. Ҡеуәт-һеҙләнә төшөу. Ҡеуәтһеҙләнә барыу. Ҡе-уәтһеҙләнеп китеу. М [Егет] бер шешәнең һыуын эсһә, ҡеуәтһеҙләнә, икенсеһен эсһә, бик ҙур ҡеуәт алғандай була. Әкиәттән.
ҠИБЛА [ғәр. (Р: направление на Каабу; И.: direction to the Kaaba; T.: Kâbe) и.
1. дини. Намаҙ уҡығанда йөҙ менән торған тараф; Мәккәгә ҡараған яҡ. □ Направление на Каабу, куда обращаются мусульмане во время молитвы. Ҡиблаға ҡарап ултырыу. Ш Ҡиблаға ҡарап аҡҡан шишмәләр шифалы, уларға тәңкә һалалар. Башҡорт мифологияһынан. Саҡырылған кешеләр .. Ҡуҙыйкурпәскә эйәреп, Ҡарабай мәрхум ҡәбере янына юл тоталар; уҡ атырлыҡ ер барып етмәҫ борон, ҡиблаға йөҙ ҡуйып туҡтайҙар ҙа, аттарын ҡалдырып, ҡәбер янына йәйәу китәләр. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Көньяҡ. □ Юг. / Южный. Ҡибланан иҫкән ел. К Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан, Урал тауы буйлап көн битләп. Халыҡ йырынан. Беренсе кук кукрәу ҡибла яғынан булһа, иген уңыр. Һынамыш. Болот ҡиблаға табан барһа, көн аяҙытыр, һынамыш.
3. кусм. Кешенең күңеле тартылған урыны, нәмәһе. □ Излюбленное место (куда душа лежит). Һәр кемдең уҙ ҡиблаһы бар. М Беҙгә ҡибла берәу генә — Башҡортостан тигән ил — Ватан. «Башҡортостан», 12 май 2012.
♦ Дүрт яғың ҡибла үҙ иркеңдә, теләһәң ҡайҙа китергә мөмкин тигән мәғәнәлә әйтелә. □ соотв. В чистом поле четыре воли. ■ [Туҙемғол:] Эбей, хәҙер һинең дурт яғың ҡибла. Ошо болотҡа ултырып, теләгән ереңә кит. Әкиәттән. [Федотов — егеттәргә:] Бының өсөн икегеҙҙе лә, дурт яғығыҙ ҡибла, тип лагерҙан ҡыуырға кәрәк ине. Ә. Хәкимов. [Егор Николаевич — Алтынбайға:] Мин һине һуҡтырып йә хөкөмгә тарттырып тормам бер юлға. Ана, дурт яғың ҡибла! 3. Ураҡсин. [Поленов — һалдаттарға:] Дурт яғығыҙ ҡибла — башығыҙ тартҡан яҡҡа тайығыҙ. Тағы ла эләкһәгеҙ, уҙегеҙгә ҡарап упкәләрһегеҙ! Й. Солтанов.
ҠИБЛАНМА (Р: компас; И.: compass; Т.: pusula) и. иҫк.
Донъя тарафтарын билдәләү өсөн ҡулланылған, һәр ваҡыт төньяҡты күрһәткән магнитлы теле булған прибор. □ Компас. Ҡибланма буйынса барыу.
ҠИҒЫР (Р: сообразительный; И.: smart; T.: anlayışlı) с. диал.
Тиҙ аңлаған; отҡор. □ Сообразительный, догадливый, сметливый. Ҡиғыр бала. Ҡиғыр булыу.
ҠИҒЫРЛАҠ (ҡиғырлағы) и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡиғырлағы шешкән.
ҠИҠ (Р: подражание неожиданному крику птиц; И.: sound imitating word; T.: kuş sesi) оҡш.
Ҡапыл ҡысҡырып ебәргән, ҡаҙ-тауыҡ кеүек ҡоштарҙың тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание неожиданному крику птиц. Ҡиҡ-киҡ килеу.
ҠИҠАНДАҠ (ҡиҡандағы) (Р: кокетка; И.: coquette; T.: cilveli kadın) и. диал.
Артыҡ борғоланып-һырғалана торған кеше; ҡылансыҡ. □ Кокетка, воображала. / Кокетливый. Ҡиҡандак ҡыҙ. Ҡиҡандаҡ булыу. Ҡиҡандаҡ, борғоланып һөйләшкән була.
ҠИҠ ИТЕҮ (ҡиҡ ит-) (Р: пищать; И.: squeak; T.: cıvıldamak) ҡ.
Ҡапыл ҡысҡырып ебәреү (ҡаҙ-тауыҡ кеуек ҡоштарға ҡарата). □ Пищать. Ем
387