Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 388 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠИҠРАЙЫУ
ашап йөрөгән тауыҡ ҡурҡышынан ҡиҡ итеп ҡалды.
ҠИҠРАЙЫУ (ҡиҡрай-, ҡиҡрая) ҡ. диал. ҡар. ҡуҡрайыу. Ҡиҡрайып ултырыу. Ҡиҡрайып китеу. Ҡиҡрая башлау. Ҡиҡрайып тороу.
ҠИҠЫЛДАУ (ҡиҡылда-) (Р.: пищать; И.: squeak; T.: cıvıldamak) ҡ.
Ҡиҡ-ҡиҡ итеү, ҡиҡ-ҡиҡ килеү. □ Пищать. Я Бәпкә ҡиҡылдап барып, төркөмгә ҡушылды. Ж. Кейекбаев.
ҠИЛЛӘТ [ғәр. <&] (Р.: недостаток; И.: disadvantage; T.: kıtlık) и. иҫк.
Етешһеҙлек, юҡлыҡ. □ Недостаток. Ҡил-ләттән йонсоу. ■ Дәртһеҙҙәрҙең эше юҡ һиммәт менән, һиммәтленең ҡулы ҡыҫҡа ҡилләт менән. М. Аҡмулла.
КИ Л ЫМ и. диал. ҡар. ҡомаҡ II. Сәйнук төбөнә ҡилым ултырған. Ҡилымын ышҡып таҙартыу.
ҠИМҒЫЛДАУ (ҡимғылда-) (Р: шевелиться; И.: stir; T.: kımıldamak) ҡ. диал.
Урындан хәрәкәт итеү; ҡыймылдау. □ Шевелиться, пошевелиться. // Шевеление. Ағастағы япраҡтар ҡимғылдай. Ҡим-ғылдап ҡуйыу. Ҡимғылдап тороу.
ҠИММӘТ I [ғәр. (Р: дорогой; И.: dear; expensive; T.: pahalı) с.
1. Хаҡы билдәле бер кимәлдән юғары; ҡыйбат; киреһе — осһоҙ, арзан. □ Дорогой, недешёвый (о ценах). Ҡиммәт әйбер. Ҡиммәт кулдәк. Ҡиммәт магазин. ■ Петер -бургтан килгән, ай, мәрмәр таш баһалары ҡиммәт, [уҙе] ҙур тугел. Халыҡ йырынан.
• Ҡиммәт таштың ауырлығы юҡ. Әйтем.
2. кусм. Баһаһы юғары, ҡәҙерле. □ Ценный, дорогой. Ҡиммәт мәғлумәт. Я Малың булмаһа ла, даның булһын, даны менән ҡиммәт ир башы. Халыҡ йырынан. Ғәзиз башҡынайың, ай, һау булһын, башҡынайың ҡиммәт аҡсанан. Халыҡ йырынан. Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән, ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән. М. Аҡмулла.
• Боландың — мөгөҙө, ғалимдың — һуҙе, филдең — теше, оҫтаның эше ҡиммәт.
Әйтем. Алтын уҙенең төҫөн уҙгәртмәгәне өсөн ҡиммәт. Әйтем. Ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт. Мәҡәл. Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер айынан ҡиммәт. Әйтем. Һуғышта алтындан тимер ҡиммәт. Әйтем. Берәугә угеҙ ҡиммәт, берәугә мөгөҙ ҡиммәт. Әйтем. Намыҫ аҡсанан ҡиммәт. Әйтем. Аҡыллыға баш ҡиммәт, аҡылһыҙға мал ҡиммәт. Әйтем. Алтындан аҡыл ҡиммәт. Әйтем. Ут сыҡҡанда һыу ҡиммәт. Әйтем. Мал ҡиммәт тугел, баш ҡиммәт. Әйтем.
ҠИММӘТ II (Р: ценность; И.: value; Т.: kıymet) и.
1. Нимәнеңдер тотҡан әһәмиәте, мөһимлеге. □ Ценность, значимость, достоинство. Ҡиммәтен баһалау. Әҫәрҙең художество ҡиммәтен асыҡлау. Я Төрлө халыҡтар, төрлө диндәге кешеләр йәшәгән ерҙә .. һәр халыҡ уҙенең милли асылына, теленә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, халыҡтың башҡа төрлө ҡиммәттәренә кәмселек килтермәй ватандаштар булып йәшәу хәйерле. Башҡортса дини календарҙан. Ҡиммәте, әһәмиәте булмаған сәнғәт тарихта һаҡланып ҡала алмай. Ф. Нәҙершина. Уның [Аҡмулланың] ижадының идея-эстетик ҡиммәте мәғрифәтселек ҡараштарын томаналыҡҡа, деспотизмға ҡаршы сатира уғын ысын сәнғәт юғарылығына кутәреуендә сағылды. Ә. Вилданов. Әҙәби әҫәрҙең сәнғәти ҡиммәте образлылыҡ (һуҙ-һурәт), идеялылыҡ (мәғәнә), эмоционаллек (хис-тойғо) менән дә бәйле. «Ағиҙел», № 11, 2011. • Табылғандың ҡиммәте юҡ. Әйтем. Ҡиммәт барҙа һиммәт бар. Әйтем. Әҙәмдең ҡиммәтен әҙәм белер. Әйтем.
2. иҡт. Тауар етештереү өсөн билдәле бер кимәлдә сарыф ителгән һәм шул тауарҙа әйберләштерелгән ижтимағи хеҙмәт. □ Цена, стоимость. Өҫтәмә ҡиммәт. • Арзандың бер сәбәбе, ҡиммәттең бер хикмәте була. Әйтем.
ҠИММӘТЛЕ (Р: дорогой; И.: costly; Т: pahalı) с.
388