ҠИММӘТЛӘНЕҮ
1. Юғары хаҡлы; киреһе — арзанлы.
□ Дорогой, дорогостоящий. Ҡиммәтле тауар. Ҡиммәтле әйбер. Я һигеҙ канатлы иркен тирмә ҡиммәтле келәмдәр, затлы алтын да көмөш һауыт-һаба, төрлө ҡорал менән йыһазланған. Ә. Хәкимов. Ҡиммәтле кәнфит, печенье, йөҙөм, өрөк, лимон, ҡара борос кеуек тәм-том тиһеңме, дөгө, туҡмас, балыҡ консервалары һымаҡ аҙыҡ-тулек тиһеңме, кейем-һалым тиһеңме — бөтәһе лә бар ине. Ф. Әсәнов. Ҡыҙҙарҙың атаһы ҡырҡ ат ектереп, арбалар тулғансы алтын, көмөш, ҡиммәтле әйберҙәр, йыһаздар тейәтте, ти. Әкиәттән.
2. кусм. Әһәмиәте ҙур, ҡәҙерле. □ Ценный, важный, нужный. Ҡиммәтле мираҫ. Я Балалар хаҡында имам Газали ошбу рә-уештә һуҙ һөйләй: сабый уҙенең атаһы, анаһы ҡулдарында — ғәзиз, ҡиммәтле аманат. Р. Фәхретдинов. Федотовтың ҡулына баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле документтар килеп керҙе. Ә. Хәкимов. Хаҡ Тәғәлә һуҙе итеп ятла — тик дәуләтле генә милләтле! Тик дәуләтле генә һиммәтле ул, тик милләтле генә ҡиммәтле! X. Назар. • Ир аҫылы — һиммәтле, ҡыҙ аҫылы — ҡиммәтле. Әйтем.
ҠИММӘТЛЕ ҠАҒЫҘҘАР (Р.: ценные бумаги; И.: stocks and bonds; T.: esham ve tahvilat, değerli kağıtlar) и. иҡт.
Аҡсалата табыш алырға хоҡуҡ бирә торған ҡағыҙҙар (векселдәр, акциялар һ. б.).
□ Ценные бумаги. Я Аҡса булып алтын, көмөш, зиннәтле әйберҙәр, ҡағыҙ һәм тимер аҡсалар, аҡса көсөндә булған ҡиммәтле ҡағыҙҙар иҫәпләнә. Интернет селтәренән. Өфө юридик институтында аҡса һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итә белеуселәр йыйылды. «Йәшлек», 12 май 2011.
ҠИММӘТЛЕ ҠАҒЫҘҘАР БАҘАРЫ (Р: рынок ценных бумаг; И.: stocks and bonds market; T.: esham ve tahvilat borsasi) и. иҡт.
Ҡиммәтле ҡағыҙҙар әйләнешен булдырыусы финанс баҙарының төп өлөшө.
□ Рынок ценных бумаг, фондовый рынок. Я Өфөлә «Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙа
рында системалы сауҙа» белем биреу проектының эш төркөмө ойоштороласаҡ. «Башҡортостан», 8 февраль 2011.
ҠИММӘТЛЕЛЕК (ҡиммәтлелеге) и. ҡар. ҡиммәтселек. Ҡиммәтлелеккә ҡаршы көрәш. Ҡиммәтлелекте бөтөрөу.
ҠИММӘТЛЕЛЕК ЗАКОНЫ (Р: закон стоимости; И.: law of value; T.: değer yasası) и. иҡт.
Тауар етештереүҙең иҡтисади законы (был закон буйынса тауар алмашыуы уларҙы етештереугә киткән ижтимағи хеҙмәт сығымдары нигеҙендә тормошҡа ашырыла). □ Закон стоимости. Ҡиммәтлелек законын өйрәнеу. Ҡиммәтлелек законына ярашлы эшләу.
ҠИММӘТЛЕ ТАШ и. мин. ҡар. аҫыл таш. Ҡиммәтле таш табыу. Ҡиммәтле таштарҙан эшләнгән биҙәуестәр. Я Мари ҡатын-ҡыҙҙарында ҡиммәтле таш, ҡабырсаҡ, ҡаурый, тәңкәләр менән биҙәлгән билбау киң таралған. «Башҡортостан панорамаһы», № 5, 2010.
ҠИММӘТЛӘНДЕРЕҮ (ҡиммәтләндер-) (Р.: поднять в цене; И.: raise value; T.: fiyatları yükseltmek) ҡ.
Ниҙеңдер хаҡын арттырыу, ҡиммәтерәк итеү. □ Поднять в цене; поднимать цену. Кейем-Һалымға хаҡтарҙы ҡиммәтләндереу.
ҠИММӘТЛӘНЕҮ (ҡиммәтлән-) (Р: дорожать; И.: rise in price; T.: pahalanmak) ҡ.
Ниҙеңдер хаҡы артыу, күтәрелеү; ҡыйбатланыу. □ Дорожать, удорожаться; подняться в цене. // Подорожание, удорожание. Нефть ҡиммәтләнде. Шәкәр ҡиммәтләнде. Үткән йыл хаҡтар ҡиммәтләнеп ҡалды инде. Аҙыҡ-тулеккә хаҡтар ҡиммәтләнеп бөткән. Яғыулыҡҡа хаҡтар йылдан-йыл ҡиммәтләнеп тора. Я Ер һатыуҙы, ғө-мумән, туҡтатырға, сөнки ул бик ҡиммәтләнде. М. Өмөтбаев. [Бибиғәйшә ҡарсыҡ:] Мәскәу метроһы ла ҡиммәтләнгән, тип телевизорҙан көнө-төнө һөйләйҙәр. Ф. Янышев, һуғыштан һуңғы осорҙағы халыҡ асыҡҡан, әйберҙәр утә ҡиммәтләнеп
389