ҠИССАСЫ
ҠИСАҒАС (Р.: кочерга; И.: poker; T.: ölçer) и. диал.
Мейес ҡуҙын болғата торған кәкре башлы, оҙон һаплы тимер; болғауыс. □ Кочерга. Ҡисағас менән болғатыу. Кумерҙе ҡисағас менән бутау.
ҠИСАС [ғәр. (Р/ возмездие; И.: retribution; T.: kısas) и. иҫк. кит.
Үс, ҡон. □ Возмездие, месть. ■ Ҡисас талап итмә, буре, теге угеҙҙән. М. Ғафури.
ҠИСЕМ [ғәр. £4] (Р.: часть; И.: part; T.: kısım) и. иҫк. кит.
Бүлек, өлөш. □ Часть. Әҫәрҙе ҡисемгә айырыу. ■ Был фажиғәләрҙең бер ҡисеме уҙем-дец куҙем менән кургән фажиғәләр булып, икенсе бер ҡисеме рәсми хәбәрҙәрҙән йәки уҙем риуәйәт иткән .. фажиғәләрҙән тора. М. Ғафури. Газетала «Идараға мәктуптәр» ҡисемендә бер нисә хәбәрҙәр яҙылмыш ине.
3. һаҙи.
ҠИСМӘТ [ғәр. ^1 (Р: судьба; И.: fate; T.: kısmet) и. иҫк.
1. Яҙмыш, тәҡдир. □ Судьба, доля, участь. Ауыр ҡисмәт. ■ [Гөләндәм:] Мәрхәмәтһеҙ ҡисмәт, ишетәһеңме беҙҙең һыҡтауҙарыбыҙҙы? 3. Хәкимов. Башҡорттарҙа беренсе аҡын — шағир Салауат Юлаев, ә ҡаҙаҡтарҙа Шал исемле егет булған. Улар икеһе лә бер ук мәлде ғамил әҙәм ғаиләһендә тыуып, икеһе ике ҡисмәт ҡылған. Я. Хамматов. Бер заман Иблис һаҡал йолҡоп ятыр, һәр кеше уҙ ҡисмәтен ҡырҡып ятыр. Ш. Бабич. Шөкөр, ҡисмәт етеп, беҙ ҙә вафа ҡылдыҡ һеҙгә, эй, йән! М. Өмөтбаев.
2. Дөйөм күләмдән бүлеп, кемгәлер тәғәйенләнгән; өлөш. □ Деление. ■ Үгәй ағалары аталары Ҡарағәзиз мулла вафат булғаны һуңында быға сит йөндө ҡисмәткә ҡалдырып, хиссаһына биргәндәр. Ғ. Кейеков.
ҠИССА [ғәр. 514] (Р: предание; И.: tale, story; T.: kıssa) и.
1. Берәй тарихи ваҡиға йәки тарихи шәхес тураһында хикәйәт. □ Предание, повествование, рассказ. Аҡһаҡ Тимер ҡиссаһы. «Ике мөгөҙлө» Йыһангир Зөлҡәрнәй
ҡиссаһы. Н [Әбей] ҡабаттан эшкә тотоноп китеуе булды, [бабай] донъя шаулатып тарих ҡиссаларын да шартлатып һөйләй башланы. С. Кулибай. Батырҙарҙың ҡиссаларын һөйләне миңә атай, һин дә шулар кеуек батыр бул, тине миңә атай. М. Сөндөклө. Кинйәнең киң кукрәге, һомғол буй-һыны уның [ахун хәҙрәттең]куҙ алдына ҡиссаларҙағы аҡ толпарҙа осоп китергә әҙер торған көслө беләкле, бөркөт ҡарашлы сая бәһлеуәнде кәуҙәләндерҙе. Ғ. Ибраһимов.
2. Шул тарихты тасуирлаған әҙәби әҫәр, хикәйә. □ Художественное произведение об историческом событии. «Заятуләк менән һыуһылыу» ҡиссаһы. М Беҙҙә [башҡорттарҙа] «Йософ менән Зөләйха», «Таһир менән Зөһрә», «Буҙйегет» кеуек эпик әҫәрҙәр ҡиссаның классик урнәктәре һанала. С. Галин.
3. дини. Пәйғәмбәрҙәр, дин әһелдәре тормошо тураһындағы хикәйә, риүәйәт, легенда. □ Легенда, рассказ о жизни святых. Пәйғәмбәрҙәр тураһында ҡисса бәйән итеу.
4. Ғибрәтле хикәйә, өгөт, нәсихәт. □ Назидательный рассказ, притча, история. Я Шәреҡ илдәренең кубеһенә каруан йөрөткәндә Мансур әллә ни саҡлы ғибрәтле хәбәрҙәр, фәһемле ҡиссалар, хикәйәттәр ишеткән. Ә. Хәкимов. Һәр нәмәнең уҙенә курә бер ҡиссаһы була. Был ҡушамат та юҡҡа ғына әйтелмәгән. Әлбиттә, уның да ҡиссаһы, йәбешкеһе, уҙенә курә тамыры бар. Н. Ҡәрип. Башланы һөйләргә Иблис ҡиссаһын, баштан уҙған ҡиссаһынан ҡыҫҡаһын... Ш. Бабич.
ҠИССА ҠЫЛЫУ (ҡисса ҡыл-) (Р: повествовать; И.: narrate; T.: rivayet etmek) ҡ.
Хикәйә итеү, хикәйәләү. □ Повествовать. // Повествование. ■ Гәйепһеҙ эш булмай, ти, хаҡтин уҙгә, ҡисса ҡылып яҙған булдым быны һеҙгә. Хикәйәттән.
ҠИССАСЫ (Р.: повествователь; И.: narrator; T.: kıssa söyleyen kimse) и.
1. Ниндәйҙер тарихи ваҡиға йәки тарихи шәхес тураһында һөйләүсе. □ Повество-
391