Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 392 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠИТАР
ватель. Ҡиссасы булыу. Ҡиссасы тигән дан алыу.
2. Шиғри юл менән яҙылған повестар авторы. □ Автор повестей в стихах. Ҡиссасы повестары.
3. Кинәйәле һәм ғибрәтле хикәйә авторы. □ Автор назидательных рассказов, притч. Ҡиссасыны тыңлау.
ҠИТАР (Р.: пугливый; И.: shy; timid; T.: ürkek) с. диал.
Юҡтан ғына ҡурҡып, тертләп барыусан; өркәк. □ Пугливый, боязливый. Ҡитар бәрәс. Ҡитар ат.
ҠИТҒА I [ғәр. (Р.: континент; И.: continent; T.: kıta) и.
Диңгеҙ һәм океандар менән уратып алынған ерҙең бик ҙур ҡоро өлөшө. □ Континент, материк, часть света. Донъя ҡитғалары. Ҡитғалар буйлап гиҙеу. Юғалған ҡитғалар. ■ Ырымбур — Азия менән Ауру-паның тоташҡан сиге, бында ике ҡитға ғына тугел, ике тарих, ике мәҙәниәт берләшә, дәуләттәр генә тугел, халыҡтар ҙа осраша, бер-береһенең көнкуреше, ғәҙәт-йолалары менән таныша, бер-береһенән нимәгәлер өйрәнә һәм өйрәтә. 3. Ураҡсин. Ер шарының төрлө ҡитғалары, төбәктәре, тауҙары, яландары, уйһыулыҡтары, ғәжәп төрлө йән эйәләре, милләттәре, телдәре, мәҙәниәттәре менән төрлө сәскәләр сәйләнендәй тәбиғиҙәр һәм бөйөктәр. Ғ. Хөсәйенов. [Ғәбдессәләм:] Хәҙер беҙҙең Русиә мәмләкәтебеҙҙең Ауру-па, Азия ҡитғаларындағы һәммә дәу-ләттәр менән ныҡлы бағланышҡа кергән дәуере. Ғ. Ибраһимов. Бөгөн ерҙең тимер тамырҙары дәррәу хәрәкәткә башланы, һауа тулҡындары был хәбәрҙе берҙән биш ҡитғаға ташланы. М. Ғафури. «Мираҫ» йыр һәм бейеу фольклор ансамбле ниндәй генә ҡитға сәхнәләрен яуламаған. «Йәшлек», 14 июнь 2011.
ҠИТҒА II (Р.: китга; И.: sort of Oriental verse; T.: kıt’a) и. әҙ.
Тулы бер фекер әйтелгән ике-өс юллыҡ шиғыр. □ Китга (короткое стихотворение
из двух-трёх двустиший со сквозной одинаковой рифмой). Шәйехзада Бабич ҡитғалары. ■ Көнсығыш поэзияһында иһә дурт юллыҡтар уҙҙәре әллә нисәмә шәкел, назым (строфа) шәлкемдәре: робағи, тойоҡ, ҡитға, мөраббә, шәрҡи, дубәйтенән тора. Ғ. Хөсәйенов.
ҠИТҒА ШЕЛЬФЫ (Р: континентальный шельф; И.: coastal shelf; T.: Kita sahan-hğı) и.
Диңгеҙ һыуы баҫыуҙан хасил булған һай урындар. □ Континентальный шельф.
ҠИҺЫТЛЫҠ (ҡиһытлығы) и. диал. ҡар. ҡытлыҡ. Аҡсаға ҡиһытлыҡ. Икмәккә ҡиһытлыҡ. Ҡиһытлыҡта йәшәу.
ҠИШАНБЫЙ и. диал. ҡар. ҡиҡандаҡ. Ҡишанбый ҡатын-ҡыҙ.
ҠИШАННАУ (ҡишанна-) ҡ. диал. ҡар. ҡыйшанлау 2. Ҡишаннап һөйләшеу. Ҡишан-нап тороу. Ҡишаннап йылмайыу.
ҠИӘМӘТ [ғәр. (р.; светопреставление; И.: Doomsday; T: kıyamet) и. дини.
1. Ышаныуҙар буйынса, донъя бөткән көн; ахыры заман. □ Светопреставление, конец света, Судный день, день Страшного суда. М [Алмаҡай:] Абау, абау, бабай, ни ғәләмәт? Ҡуптымы әллә, Хоҙайым, ҡиәмәт? 3. Биишева. Дөрөҫлөктөң тантана итә торған ҡотолғоһоҙ көнө — ҡиәмәт буласаҡ. Башҡортса дини календарҙан. Ашыҡма, ахырзаман! Тилермәгеҙ, кешеләр! Ҡиәмәт көтөп ятһағыҙ, эшегеҙҙе кем эшләр? «һаҡмар», 20 декабрь 2012.
2. Үлгән кешенең йәне бара торған ер; әхирәт. □ Загробная жизнь, тот свет. Ҡиәмәткә ышаныу. ■ Ҡиәмәттә ғазаптарҙың иң ҡатыһын курер ҡанһыҙ — мәрхәмәтһеҙ ил башлығы. Р. Бикбаев.
3. кусм. Шау-шыу, тауыш, ғауға, сыуалыш. □ Столпотворение, суматоха, переполох. Юҡ-барға ҡиәмәт ҡуптарыу. ■ Ана, тулҡындар тамыры-томоро менән ауған ағасты юнышҡы урынына тәкмәсләтеп ағыҙып килтерә. Ағас, ҡороға сығырға, был ҡиәмәттән ҡотолорға теләгәндәй, ярға
392