Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 393 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠИӘФӘТ
яҡынланымы, шашынған тулҡындар уны тағы йылға үҙәгенә ҡыуалай. Н. Мусин. [Мәстүрә:] Тәүге герман һуғышы сыҡҡан йыл ине. Мәрхүм Ғарифулла ағайың менән дә ошондай ҡиәмәт заманда ҡауышҡайныҡ. Ә. Хәкимов.
ҠИӘМӘТ АТАЙ и. этн. ҡар. ҡиәмәтлек атай. Я Туй гөр килә .. Өй хужаһы, йырлап, буҙа тултырылған сеүәтәһен күтәреп, кейәүҙең ҡиәмәт атаһы Йәғәфәргә тотторҙо. Я. Хамматов.
ҠИӘМӘТ КӨН и. дини. ҡар. ҡиәмәт 1,1. ■ [Йосоп:] Алланан ҡурҡам, ҡиәмәт көн рисуай булыуҙан ҡурҡам. «Йософ ҡиссаһы». «Аятел-көрси» — Ҡөрьәндәге иң оло доғаларҙың береһе. Уҡыған хәрефе һайын бер фәрештә яратылыр. Ул фәрештәләр ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр «Аятел-көрси»ҙе уҡығанға истиғфар ҡылып торор. Башҡортса дини календарҙан. Ҡиәмәт көндә болот аҫта булыр, ҡояш түбән торор, ти. Ҡешенең мейеһе ҡайнап ултырыр, ти. Башҡорт мифологияһынан. Иман шарты — Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныу, Аллаһы Тәғәләнең фәрештәләренә, пәйғәмбәрҙәренә, ҡиәмәт көнөнә, тәҡдиргә ышаныу. «Ағиҙел», № 3, 2010. Ҡояш сыҡҡанда, нур төшә күҙгә, ҡиәмәт көнһөҙ ҡауышыу юҡ беҙгә. Бәйеттән.
ҠИӘМӘТ ҡыҙ и. этн. ҡар. ҡиәмәтлек ҡыҙ. Ҡиәмәт ҡыҙ булыу. Ҡиәмәт ҡыҙ итеү.
ҠИӘМӘТЛЕК АТАЙ (Р.: названый отец; И.: sworn father; proxy; T.: evlat edinen baba) и. этн.
Ҡиәмәтлек әсәнең ире; морондоҡ атай. □ Названый отец. ■ Башҡорттоң борондан килгән ҡиәмәтлек атай менән әсәй яһау йолаһы бар, был туғанлыҡ күп ваҡыт ҡан туғанлыҡҡа ҡарағанда ла ихласыраҡ, яҡыныраҡ булып китә. Р. Солтангәрәев. [Ғиззәт — Менәүәрәгә:] Геүләтеп туй үткәрәбеҙ, үҙем һиңә ҡиәмәтлек атай булам. Н. Мусин.
ҠИӘМӘТЛЕК ИНӘЙ и. этн. диал. ҡар. ҡиәмәтлек әсәй. Ҡиәмәтлек инәй һайлау.
Ҡиәмәтлек инәй булыу. Я Беҙҙә ҡиәмәтлек инәй яһау йолаһы бар. Экспедиция материалдарынан.
ҠИӘМӘТЛЕК ҠЫҘ (Р: названая дочь; И.: sworn daughter; T.: evlat edinilmiş kız) и. этн.
Йола буйынса, ҡиәмәтлек әсәгә ҡыҙ итеп алынған ситтән төшкән килен кеше; морондоҡ ҡыҙ. □ Названая дочь. Я [Райхан:] Бына, инәй, ҡиәмәтлек ҡыҙыңдан бүләк. Ул Гөлйөҙөм инәй алдына күлдәклек ситса менән кешмир яулыҡ һалды. Р. Солтангәрәев.
ҠИӘМӘТЛЕК УЛ (Р: названый сын; И.: sworn son; T.: evlat edinilmiş oğul) и. этн.
Ҡиәмәтлек ҡыҙҙың ире; морондоҡ ул. □ Названый сын. Я Халҡыбыҙҙың борон-борондан һаҡланып килгән матур йолалары, ғөрөф-ғәҙҙәттәре бихисап. Шундай матур йолаларҙың береһе ул — ҡиәмәтлек ҡыҙ, ул ҡабул итеү. «Һаҡмар», 12 сентябрь 2011.
ҠИӘМӘТЛЕК ӘСӘЙ (Р: названая мать; И.: adopted mother; T.: evlat edinen anne) и. этн.
Йола буйынса, ситтән төшкән килендең аралашып йәшәү өсөн бүләк биреп яһап алған әсә кешеһе. □ Названая мать. Я [Райхан менән Шакир — Голйоҙөмгә:] Бына үҙ-ара һөйләшеп уйлаштыҡ та һине ҡиәмәтлек әсәй яһарға булдыҡ бит әле. Р. Солтангәрәев. [Маһинур — Мәҙинәгә:] Ҡайтырыңды шулай ныҡ көттөм, ҡиәмәтлек әсәй итеп алһаңсы мине, балам?! Т. Ғарипова.
ҠИӘМӘТ УЛ и. этн. ҡар. ҡиәмәтлек ул.
Ҡиәмәт ул булыу.
ҠИӘМӘТ ӘСӘЙ и. этн. ҡар. ҡиәмәтлек әсәй. Ҡиәмәт әсәй булыу. Ҡиәмәт әсәй яһау.
ҠИӘФӘТ [ғәр. (Р: внешность; И.: appearance; T.: kıyafet) и.
Кешенең тышҡы күренеше, килеш-килбәте, төҫ-сырайы. □ Наружность, внешность; вид, облик. Етди ҡиәфәт. Борсоулы ҡиәфәт. Мөләйем ҡиәфәт. Ҡиәфәтте үҙгәртеү. Я Ун биш йәшендә айыу йүгәнләп менерлек егет ҡиәфәтенә инеп, буйсанла-нып, көсләнеп киткән Илһам Роман Лап-
393