Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 394 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠИӘФӘТЛЕ
шинда урман ҡарауылсыһы булып эшләй башланы. Н. Мусин. Батша, атынан төшөп, әбей ҡиәфәтенә ингән ҡыҙын тотоп алған. Әкиәттән. Земфира бөтөнләй икенсе ҡиәфәткә инә: йөҙө яҡтыра, тауышы йомшара, куҙҙәренә яғымлы нур сыға. И. Абдуллин.
ҠИӘФӘТЛЕ (Р.: видный; И.: eminent; having good looks; T.: kelli felli) c.
1. Төҫ-башы, килбәте матур; күркәм. □ Видный, представительный. Ҡиәфәтле ҡыҙ.
2. Ниндәйҙер ҡиәфәттә булған, ҡиәфәт алған. □ С определённым видом, имеющий определённый вид; в составе ряда выражений: -образный, -подобный. Фәрештә ҡиәфәтле ҡыҙ. Бөркөт ҡиәфәтле ир. ■ [Хәйри] ҡарап тороуға, ут бөрсәһе кеуек етеҙ, эшлекле ҡиәфәтле кеше. Н. Мусин. Рамазан һәпрә ҡиәфәтле ылаусыны баштан-аяҡ куҙәтеп сыҡты ла, теш араһынан сыртлатып төкөрөп, арбаға менеп ултырҙы. Ә. Хәкимов. Үҙе ирҙәр ҡиәфәтле бер ҡатын ине ул Зифа апай. К. Мәргән.
ҠИӘФӘТҺЕҘ (Р.: неприглядный; И.: unsightly; T: alımsız) с.
Төҫ-башы, килбәте яман; йәмһеҙ, күрмәлекһеҙ. □ Неприглядный, безобразный, непривлекательный. ■ Туҙған сәстәре өҫтөнән кәпәс кейгән башына. Көпә-көндөҙ ҡиәфәтһеҙ йөрөйһөң, тинем, ниңә? К. Кинйәбулатова.
ҠОБА I (Р: светло-бурый; И.: brownish; Т: açık boz) с.
1. Салт асыҡ булмаған, аҡһылланып, көлһыуланып торған аҡһыл һары, аҡһыл ҡыҙыл, аҡһыл ҡара һ. б. төрлө төҫ (хайуан төҫөнә ҡарата). □ Бледно-бурый; светлокоричневый, палевый (о масти животных). Аҡ ҡоба. М Ҡола ҡонандың артынан йөҙ илле ҡуһай самаһы ерҙә уның ерҙәштәре: уның кеуек ук ҡола, ҡоба аттар килә. С. Ильясов. [Кендек:] Ҡоба һыйыр тигәне — беҙҙең аҙбарҙа минең иң яратҡан малым. М. Кәрим. Ҡараһа, өләсәһенең ҡоба һыйыры, кемделер
көткән кеуек, тәҙрәнән ҡараған да моңайып тора. К. Мәргән.
2. миф. Теге донъя менән бәйле төҫ.
□ Светло-бурый, палевый цвет (мифологизированный цвет, связанный с потусторонним миром ).
ҠОБА II (Р.: пустырь; И.: bare; naked; T: boş arazi) c.
Бер ниндәй йәшел үҫемлек булмаған, буп-буш асыҡ ятҡан (ергә ҡарата); ҡола.
□ Пустырь (лишённый растительности). Ҡоба ер. Ҡоба дала.
ҠОБА III (Р.: недублёный; И.: raw; Т: işlenmemiş (deri) с.
Иләнмәгән, эшкәртелмәгән, ҡаты (кунгә, тирегә ҡарата). □ Недублёный, сыромятный (о коже). Ҡоба итек кейеу. Ҡоба сарыҡ тегеу.
ҠОБАҒА (Р.: водосток; И.: drain; T: akaç) и. диал.
Һыу ағыу өсөн ҡыйыҡтың тирә-яҡ ситенә беркетелгән улаҡ. □ Водосток.■ Ҡобаға ҡыйыҡтан аҡҡан ямғыр (ҡар) һыуҙарын йыйнап, тубәнгә ағыҙып төшөрә, һ. Дәүләтшина.
ҠОБАҒАЙ (Р.: блёклый; И.: faded; Т: solgun) с. диал.
Асыҡ булмаған, төҫһөҙ. □ Блёклый. Ҡобағай улән.
ҠОБАҒАУ (Р.: распутица; И.: bad roads; T: yolların çamurdan geçilmez olduğu zaman) и. диал.
Юл өҙөлгән ваҡыт; алашапран. □ Распутица, осенне-весеннее бездорожье. Көҙгө ҡобағау. Яҙғы ҡобағау. Ҡобағауҙа юлға сығыу.
ҠОБАЙЫР (Р: эпос, кубаир; И.: epic story, legend; T: destan) и.
Берәй мөһим тарихи ваҡиғаға йәки батырҙарҙы данлауға, маҡтауға ҡоролған боронғо әҫәр; көйһөҙ йыр. □ Эпос, кубаир (стихотворный эпический жанр башкирского фольклора). Ҡобайыр сығарыу. Ҡобайыр ҡойоу. Тарихи ҡобайырҙар. М Иң элек майҙанға Иштәу ҡарт сығып, уҙе сығарған ҡобайырҙарын йырланы. 3. Бии
394