ҠОБА ҠАҘ
шева. Башҡорт шиғриәтендә халыҡ ижады үрнәгенән — эпостарҙан, ҡобайырҙарҙан, аҫыл йырҙарыбыҙҙан сығып, улар өлгөһөндә классик стилдә яҙыу әле лә өҫтөнлөк итә. «Йәшлек», 19 сентябрь 2009. [Иртәксе] күҙҙәрен йомған килеш думбыраһын сиртә-сиртә, .. үҙе кеүек үк бер байғош тарафынан ҡасандыр сығарылған ҡобайыр юлдарын талғын ғына көйгә һамаҡлап теҙҙе лә теҙҙе. К. Мәргән. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» ҡобайырында хандарҙың хакимлыҡ өсөн көрәшен һүрәтләүгә ҙур урын бирелә. С. Галин. Ҡобайыр — башҡорт халҡының быуаттар төпкөлөнән дәүләтсел фекерен, аңын, миҫ (тарихи хәтер) һәм һүҙ сәнғәтен системалы кәүҙәләндергән әҫәр. Р. Солтангәрәева.
ҠОБАЙЫР ҠОЙОУ (ҡобайыр ҡой- , ҡобайыр ҡоя) ҡ. ҡар. ҡобайыр сығарыу. Я Кем белә, бәлки, ул да [Һабрау], анау үҫәргән йырауы Йылҡыбай кеүек, дан ҡаҙаныр? Ҡобайырҙар ҡойор? Ә. Хәкимов. Район, республика йыйындарында сәсәнлеге менән дан алған ҡобайыр ҡойоу оҫтаһы Миңниса апай Камалованың көслө тауышы бөтә аҡланды яңғыратты. «Йәшлек», 14 июнь 2012.
ҠОБАЙЫРСЫ (Р: сочинитель и сказитель кубаиров; И.: performer of epic stories; T.: destancı) и.
Ҡобайыр сығарыусы һәм әйтеүсе сәсән. □ Сочинитель и сказитель кубаиров. Ҡобайырсылар бәйгеһе. Ҡобайырсылар йыйыны. Ш Ишмөхәммәт Мырҙаҡаев йәш сағынан уҡ ҡурайсы, йырсы, ҡобайырсы булып танылған. «Йәшлек», 20 сентябрь 2011.
ҠОБАЙЫР СЫҒАРЫУ (ҡобайыр сығар-) (Р: слагать кубаир; И.: compose an epic; T.: destan yazmak) ҡ.
Ҡобайыр ижад итеү. □ Слагать кубаир. ■ Салауат, төн оҙоно йоҡлай алмай ыҙаланып, балаларына, ҡатындарына, тоғро дуҫтарына төбәп ҡобайыр йә йыр сығарыр ҙа шуларҙы шым ғына көйләп ултырыр булды. Б. Рафиҡов.
ҠОБАЙЫРСЫЛЫҠ (ҡобайырсылы-ғы) (Р: сочинительство кубаиров; И.: composition of Bashkir epic songs; T.: destancihk) u.
Ҡобайыр сығарыу ижады. □ Сочинительство кубаиров. ■ Ҡобайырсылым, сәсәнлек сәнғәте, ғәҙәттә, ил-йорт яҙмышы хәл ителә торған мәлдә, тарихтың киҫкен боролош яһаған саҡтарында балҡыш кисерә. С. Галин. «Аҡбуҙат», «Ҡара юрға», «Аҡһаҡ ҡола», «Бала бәшнәк» ише эпостар ҙа башта шау ҡобайыр үлсәмендә ижад ителгән булып, ҡобайырсылым традицияһы һүрелә килә генә, уларҙа өлөшләтә сәсмә телмәр формаһы урын ала башлауы ихтимал. Ә. Сөләймәнов.
ҠОБА ЙЫРЫ (Р: хвалебная песня; И: ode; T.: övgü şarkısı) и.
Маҡтау йыры. □ Хвалебная песня, ода, дифирамбы, гимн. Ҡоба йыры башҡарыу.
ҠОБАЙЫР ӘЙТЕҮ (ҡобайыр әйт-) (Р: сказывать кубаир; И.: recite Bashkir epic songs; T.: destan anlatmak) ҡ.
Ҡобайырҙы көйләп һөйләү. □ Сказывать кубаир. ■ Һабрау көн буйы ҡурай тартып, думбыра сиртеп, йәштәрҙең күңелен асты, үҙе лә уларға ҡушылып бейене, отоп алған ҡобайырҙарын әйтте. Ә. Хәкимов.
ҠОБА КҮН (Р.: сыромять; И.: tawed leather; T.: işlenmemiş deri) и.
Эшкәртелмәгән, ҡаты күн. □ Сыромять (недублёная кожа, выделанная из шкур крупного рогатого скота). Ҡоба күндән тегелгән һауыт.
ҠОБАҠ I (Р: мутный; И.: turbid; T.: bulanık) с. диал.
Ҡом, балсыҡ ҡатнашып болғанған; буръяҡ. □ Мутный. Балалар ҡобаҡ һыуҙа һыу инәләр.
ҠОБАҠ II (ҡобағы) и. диал. ҡар. ҡауаҡ!, 1. Баштың ҡобағын бөторөү. Ҡобаҡ башты ҡысыта.
ҠОБА ҠАҘ (Р: дикий гусь; И.: bean goose; T.: tarla kazı) и. зоол.
Ҡуңыр төҫтәге эре ҡыр ҡаҙы. □ Дикий гусь, гусь-гуменник (лат. Anser fabatis).
395