Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 396 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОБАҠАҪ
V Ары ла ғына оса ҡоба ҡаҙ, бире лә генә оса ҡоба ҡаҙ. Халыҡ йырынан.
ҠОБАҠАҪ и. зоол. диал. ҡар. ҡоба ҡаҙ. Ҡобакаҫтар тубы.
ҠОБАҠҺЫУ (ҡобаҡһы-) ҡ. диал. ҡар. ҡабығыу 1. Ҡобаҡһыған һалам.
ҠОБА ҠЫҘЫЛ (Р.: муругий; И.: maroon; T.: kestane rengi) с.
Көрән, ҡара көрән (хайуандарҙың төҫөнә ҡарата). □ Муругий (о масти животных). Ҡоба ҡыҙыл айғыр. Ҡоба ҡыҙыл угеҙ. Ҡоба ҡыҙыл байтал.
ҠОБАЛА и. диал. ҡар. ҡибла. Ҡобалаға ҡарап доға уҡыу.
ҠОБАН (Р.: кубанка; И.: kubanka', T.: buğday türü) и. а. х.
Ҡылсыҡлы, эре, ҡаты бер бойҙай төрө. □ Кубанка (сорт пшеницы). Ҡобан уҫтереу. Ҡобан урыу. Ш Ауыл старостаһы Батырхан Аҙнабай улы Юнысов ауылдаштарын байрам менән ҡотланы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡаҙан аҫып ҡобан ашы бешерҙе. «Урал», 20 ноябрь 2010.
ҠОБАРА (Р: цвет лица; И.: complexion; T.: beniz) и.
1. Кеше йөҙөнөң ғәҙәттәге төҫө. □ Цвет лица, облик. • Даны оло, ҡобараһы ҡоро. Әйтем.
2. миф. Кеше йәне. □ Душа, дух ведающий обликом, лицом человека.
ҠОБАРА ҠАСЫУ (ҡобара ҡас-) ҡ. ҡар. ҡобара осоу. Ш Ғәйнислам иртән иртук тороп эшкә йыйына ине. Йомошо менән сығып киткән Зәлифәһе ҡобараһы ҡасып ҡайтып инде. Р. Торомтаева.
ҠОБАРА ОСОУ (ҡобара ос-) (Р: бледнеть; И.: become pale; T: benzi atmak) ҡ.
Йөҙҙөң ғәҙәттәге төҫө үҙгәреп, төҫһөҙ булып, ағарынып китеү. □ Бледнеть, побледнеть. ■ Ҡобараһы осоп, йән-фарманға тубылғылар, таштар аша һикереп, тубәнгә, саңдауға, осто ул [һарыҡай]. С. Ильясов. Тау батыр, ҡобараһы осоп, уҡты бөтөнләй тиҫкәре яҡҡа атып ебәрҙе, ти. Әкиәттән. Сәғит дурттәр самаһында, ҡобараһы осоп,
битенең һөрөмө ҡойолоп килеп инде. С. Агиш. [Әсәһе — Хаятҡа:] Атаҡ, балаҡайым, ни эшләп улайтып төҫтәрең ҡасып, ҡобараң осоп киткән, һ. Дәүләтшина. Ҡаҙанда һарыҡ ите бешкән ваҡыт та утмәне, ҡобараһы осоп, баяр йортҡа ҡайтып та төштө.
3. Ураҡсин.
ҠОБАРТЫУ (ҡобарт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡобарыу 1. понуд. от ҡобарыу 1. ■ Сурағол, .. йөҙөн бер аҙ ҡобарта төшөп, асыуын тамам йөҙөнә йугертеп, ниҙер әйтергә уҡталды, ләкин әйтә алманы. Т. Хәйбуллин.
ҠОБАРЫУ (ҡобар-) (Р: побледнеть; И.: grow pale; T: benzi atmak) ҡ.
1. Йөҙҙөң ғәҙәттәге төҫө юғалыу, ағарыныу; ҡобара осоу. □ Побледнеть, побелеть. М Тимербай ағай ҙа бер ҡыҙарҙы, бер ҡобарҙы. Башын тубән баҫып, урағын кәлтә өҫтөнә һалды. һ. Дәүләтшина.
2. Төҫһөҙгә, ҡобаға (II) әйләнеү. □ Желтеть, обесцветиться, оголиться (о природе). М Урмандағы куҙҙең яуын алып торған йәшеллектәр, бөҙрә япраҡтар урынына кипкән һуҡталары ғына ҡалып, тимгел-тимгел ҡобарып тора. Ғ. Дәүләтшин.
ҠОБА САРЫҠ (сарығы) (Р: чарык, сшитый из необработанной лошадиной шкуры; И.: kind of traditional leather boots; T: işlenmemiş at derisinden yapılan bir çeşit ayakkabı) и.
Эшкәртелмәгән йылҡы тиреһенән тегелгән сарыҡ. □ Чарык, сшитый из необработанной лошадиной шкуры (старинная обувь с кожаной головкой и суконным голенищем, украшенным узорной вышивкой). Ҡоба сарыҡ кейеу. Ҡоба сарыҡ тегеу. Н Ҡайһы бер һөйләштәрҙә ҡоба сарыҡты кун сабата, тип тә йөрөтәләр. Картотека фондынан.
ҠОБА ТАЛ (Р: ива сизая; И.: gray willow; T: boz yapraklı söğüt) и. бот.
Ҡабығы ҡубырсып торған аҡһыл көрән төҫтәге тал. □ Ива сизая (лат. Salix glau-cd). ■ [Мәскәй — егеткә:] Атҡан уғың ҡомда уҫкән ҡоба талдан булмаһа, башағы — ер йөҙөн ете әйләнгән сәмреғош суҡышы, ә йә
396