ҠОҘА
бештергән елеме ете төрлө балыҡ өҫтөнән алынған булмаһа, кереше буре тарамышынан ҡуйылмаһа, мине ултерә алмаҫ инең. Әкиәттән. Уйпатлыҡтарҙа ҡоба талдар бөрөләрен купертеп ултыралар. К. Мәргән. Ҡасандыр селтер-селтер аҡҡан гәлсәр шишмәләр, көслө урғылышлы йылғалар һайыға. Ярҙарға һыйынып уҫкән ҡоба талдар, еректәр, энәлектәр тәләфләнә. «Йәшлек», 4 май 2012.
ҠОБА ТУРЫ (Р.: каурый; И.: light chestnut; T.: doru) с.
Салт асыҡ булмаған аҡһыл ҡара; туры (аттың төҫөнә ҡарата). □ Каурый (о масти лошади). Ҡоба туры ат. Ҡоба туры айғыр.
ҠОБАУ I (Р: маточник; И.: queen bee’s cell; T.: ana arı yüksüğü) и. умарт. диал.
Инә ҡорт ояһы. □ Маточник. Инә ҡортто ҡобауға бикләу. Ҡобау яһау.
ҠОБАУ II и. этн. ҡар. ҡыбау.
ҠОББӘ [ғәр. i3] (Р: купол; И.: dome; Т.: kubbe) и. иҫк. кит.
Ярымшар рәүешендә эшләнгән түбә; көмбәҙ. □ Купол. Ҡәшәнәнең ҡоббәһе. К Ҡоббә — көмбәҙле бина, Ағиҙелгә Ҡариҙел ҡойған саталыҡта — Ағиҙелдең уң ярында урынлашҡан. Й. Солтанов.
ҠОБЛА и. диал. ҡар. ҡибла 1,2. Ҡоблаға ҡарай юл тотоу. Ҡоблаға ҡарап теләк теләу.
ҠОБОРЛЫҠ БАҠА (Р.: обыкновенная жаба; И.: common toad; T.: siğilli kurbağa) и. зоол. диал.
Ҡытыршы тәнле ер-һыу йәнлеге; әрмәнде. □ Обыкновенная жаба, серая жаба, коровница (лат. Bufo bufo). М Ҡоборлыҡ баҡалар иң эре баҡалар рәтенә инә. Интернет селтәренән.
ҠОҒАРЛАЙм. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡоғарлай шешеу. Ҡоғарлайҙы дауалау.
ҠОДЕС [ғәр. (Р: святость; И.: sanctity; T.: kutsallık) и. иҫк. кит.
Изгелек, сафлыҡ, паклыҡ. □ Святость, негрешность, чистота. Ш һиндә курҙем, һиндә таптым милли ҡодес. X. Ғәбитов.
ҠОДУСИ [ғәр. (Р: священный; И.: sacred, holy; T.: mukaddes) с. иҫк. кит.
Изге, саф, пак. □ Священный, чистый, непорочный. Ҡодуси аҡлыҡ.
ҠОҘА (Р: сват; И.: matchmaker; T.: dünür) и.
1. Өйләнешкән ҡыҙ менән егеттең йәки ир менән ҡатындың аталары һәм ир туғандары (бер-береһенә ҡарата). □ Сват (отец и родственники-мужчины жениха или невесты по отношению к родителям и родственникам невесты или жениха). Ҡоҙа менән танышыу. М [Сарыбай] элек-электән көрәшкә һәуәҫ булғанлыҡтан, уҙе лә башҡорт менән көрәшергә баш тартмаҫ ине лә, ҡоҙалары алдында абруйын төшөрөуҙән генә ҡурҡа. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Исхаҡ:] Их, ҡоҙа, ҡоҙа! Минән дә кәрһеҙ, минән дә кәм кеше юҡ инде һинеңсә, ә? М. Кәрим. Ҡоҙаһы Шаҡман турәгә уҙенең мул һәм йомарт ҡуллы икәнен курһәтергә теләгәйне ул [Буләкән]. К. Мәргән. [Фәруҡша:] Ҡоҙа менән ҡоҙағыйға рәхмәт инде, игелекле бала тәрбиәләгәндәр. М. Хужин. Беҙҙең ҡоҙа хәлле икән, йыуасаһы баллы икән. Туй йырынан. • Алыҫ ергә ҡоҙа булһаң, арта-арта аш килер, яҡын ергә ҡоҙа булһаң, арта-арта һуҙ килер. Мәҡәл. Ҡоҙа булғансы ныҡ һөйләш, ҡоҙа булғас, ныҡ һыйлаш. Мәҡәл. Ике бай ҡоҙа булһа, араларында юрға йөрөр. Әйтем. Дуҫтың иҫкеһе яҡшы, ҡоҙаның яңыһы яҡшы. Әйтем. Ҡырҡ өйҙә ҡоҙа булһа, ҡырғын килмәҫ. Әйтем. Юҡ менән ҡоҙа булғансы, бар менән барымталы бул. Әйтем. Ябағаны яуға менмә, ялы бар, тип, яман менән ҡоҙа булма, малы бар, тип. Әйтем. Яңы ҡоҙа барҙа иҫке ҡоҙа ишек төбөндә ултырған. Әйтем.
2. Улына кәләш әйттерергә, ҡыҙ ҡоҙалап һоратырға килгән кеше (ғәҙәттә, егеттең атаһы йәки башҡа оло ир туғаны килергә тейеш булған). □ Сватающий, сват. Ҡоҙа булып барыу. Ҡоҙа килеу. ■ [Хөббөниса:] Ҡыҙыбыҙ Хөмәйрәгә ҡоҙа килеу менән аптыраныҡ, эйәле-башлы итер инек, уҙебеҙгә тиң ырыуҙан ҡоҙа килмәй. Т. Хәйбуллин.
397