Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 398 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОҘА АТҠАРЫУ
Бурҙат та шаршау бауы таҫма, һин бәйләнең уны, еңгәкәй. Килер ҙә ҡайтыр ине ҡоҙа, һин димләнең уны, еңгәкәй. Сеңләүҙән.
ҠОҘА АТҠАРЫУ (ҡоҙа атҡар-) (Р.: проводить свадьбу; И.: arrange a wedding; T: düğün yapmak) ҡ. этн.
Туйға килгән ҡоҙаларҙы ҡәҙерләп һыйлау; туй үткәреү. □ Проводить свадьбу. Гөрләтеп ҡоҙа атҡарыу.
ҠОҘА БУЛЫШЫУ (ҡоҙа булыш-) ҡ. ҡар. ҡоҙалашыу. Күршеләр менән ҡоҙа булышыу. Дуҫтар менән ҡоҙа булышыу. ■ «Әгәр ҙә беҙҙең юрағандарыбыҙ юш килеп, беребеҙҙең ҡыҙ, беребеҙҙең ул булһа, ҡоҙа булышырбыҙ», — тип һүҙ ҡуйыштылар, ти, былар [ике хан]. Әкиәттән. Маянһылыуҙың гүзәллеген, өҫтәүенә атаһының уңышлы барымтанан һуң байығыуын да күреп инде, бик күптәр Сарыбай менән ҡоҙа булышырға тырышҡан. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Зөлхизәнең атаһы — Ҡәҙерғолға:] Беҙ Арыҫландың атаһы менән балалар бәләкәй саҡта уҡ ҡоҙа булыштыҡ. Зөлхизә менән Арыҫлан һырға һабағы алмаштылар. Ә. Харисов.
ҠОҘАҒА КИЛЕҮ (ҡоҙаға кил-) ҡ. диал. ҡар. ҡоҙалау 1. ■ Бейата тейешле кеше йома көн ҡоҙаға килә. Экспедиция материалдарынан.
ҠОҘАҒА СЫҒЫУ (ҡоҙаға сыҡ-) (Р: идти на свадьбу; И.: attend a wedding; Т: düğüne katılmak) ҡ. диал.
Кәләш йәки егет яғына туйға барыу. □ Идти на свадьбу. М Беҙҙең яҡта туйға барыуҙы ҡоҙаға сығыу, тип әйтәләр. Экспедиция материалдарынан.
ҠОҘАҒЫЙ (Р: сваха; И.: mother of the son-in-law; T: dünür) и.
Өйләнешкән ҡыҙ менән егеттең йәки ир менән ҡатындың әсәләре һәм оло ҡатын-ҡыҙ туғандары (бер-береһенә һәм башҡа туғандарына ҡарата). □ Сваха (мать и старшие родственницы невесты или жениха по отношению к родителям и родственникам жениха или невесты). Кесе ҡоҙағый.
Төп ҡоҙағый. ■ [Ҡартәсәй:] Ҡоҙағый үҙе лә Әлтәфенә баш була алманы, йомшаҡай. Г. Яҡупова. Шул ваҡыт ҡоҙағыйҙарҙың береһе йыуаса икмәген һалған тоҡсайын йөкмәп бейей башланы. Туй йолаһынан. Тоҡтоң ауыҙын сисәйек, йыуасаһын сәсәйек, ҡоҙағыйҙың күңеле булһын, бөтөргәнсе ашайыҡ. Туй йырынан. Ҡоҙағый килә тиҙәр аръяҡтан, тире туны уның ашҡаҡтан. Сеңләүҙән. • Ҡоҙа ашы мул булһа, ҡоҙағый йомарт була. Мәҡәл. Ҡоҙа ашы менән ҡоҙағый һыйлашҡан. Әйтем. Ҡоҙағый килде — ҡот килде. Әйтем.
♦ Ҡоҙағый ашы менән ҡунаҡ һыйлау кеше иҫәбенә яҡшы, йомарт булып күренергә тырышыу. □ Платить из чужого кармана. букв. Угощать гостя яствами сватьи. Юҡтан ҡоҙағый 1) яһалма туған. □ соотв. Седьмая вода на киселе. Юҡтан ҡоҙағый булыу, 2) бер насарыраҡ нәмәне ирекһеҙҙән бар һанына йөрөткәндә әйтелә. □ соотв. На безрыбье и рак рыба. В [Мәҙинә] юҡтан ҡоҙағый булып алған әрһеҙ был әҙәмгә телен әрәм итмәне, унан һуң, ҡәбер эргәһендә кеше менән яманлашып та булмай. Т. Ғарипова. Профессиональ әҙиптәр юҡ. Бәғзе бер жанрҙар, әҙәби тәнҡит юҡтан ғына ҡоҙағый тиерлек. Ғ. Хөсәйенов.
ҠОҘАҒЫЙ КҮЛМӘГЕ (Р: подарок для свахи; И.: dress given to the mother-in-law as a gift; T: hediyelik elbise) и. этн. диал.
Туйҙа ҡоҙағыйға бирелгән кейем. □ Подарок для свахи. Ҡоҙағый күлмәге әҙерләү. Ҡоҙағый күлмәге бирешеү.
ҠОҘА КЕРЕТЕҮ (Р: обрядовое угощение (сватов)', И.: sort of a wedding ritual; T: düğün yemeği) и. этн. диал.
Ҡоҙаларҙы ҡунаҡҡа алыу йолаһы. □ Обрядовое угощение (сватов). Я Беҙҙең яҡтарҙа ҡоҙа керетеү йолаһын башҡаралар. Экспедиция материалдарынан.
ҠОҘА КҮЛМӘГЕ (Р: подарок для свата; И.: shirt for the father-in law as a gift; T: hediyelik gömlek) и. этн. диал.
398