Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 399 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОҘАЛАП ЙӨРӨҮ
Туйҙа ҡоҙаға бирелә торған кейем. □ Подарок для свата. Ҡоҙа кулмәге алыу. Ҡоҙа кулмәге биреу.
ҠОҘА КҮРҺӘТЕҮ (Р.: первое свадебное угощение сватов; И.: kind of Bashkir wedding ceremony; T.: bir düğün âdeti) и. этн.
Туйҙа туған-тыумасаны саҡырып, ҡоҙаларҙы беренсе тапҡыр һыйлау йолаһы. □ Первое свадебное угощение сватов. Ҡоҙа курһәтеу йолаһын шартына килтереп уткә-реу.
ҠОҘА КҮСТӘНӘСЕ (Р.: свадебная кис-лушка; И.: mead for a wedding; T: bir çeşit düğün içkisi) и. этн. диал.
Туйға килтерелгән әсе бал. □ Свадебная кислушка. Ҡоҙа кустәнәсе менән һыйлау. Ҡоҙа кустәнәсен ауыҙ итеу.
ҠОҘАҠАН ТАМАҠ (тамағы) и. зоол. диал. ҡар. ҡомай II.
ҠОҘА-ҠОҘАҒЫЙ (Р: сваты и сватья; И.: son-in-law’s father and mother; T: dünürler) и. йыйн.
Ҡоҙалар һәм ҡоҙағыйҙар, ҡоҙа-ҡоҙағый туғандар. □ Сваты и сватья. ■ [Назаров:] Ағай-эне, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, һеҙ беҙҙе шулай баҫмаҡлап килеп кергән осон ғәйепләп ҡалмағыҙ инде. Н. Мусин. Ҡоҙа-ҡоҙағый осон ебәк менән һарауыслап сиккән кейеҙ тирмәләр ҡорғандар. Ғ. Ибраһимов. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар араһында татыулыҡ хөкөм һөрһә, йәш ғаилә лә ныҡ, берҙәм була. «Йәйғор», 18 сентябрь 2011.
ҠОҘА-ҠОҘАҒЫЙ БУЛЫШЫУ (ҡоҙа-ҡоҙағый булыш-) ҡ. этн. ҡар. ҡоҙалашыу. М Ҡоҙа-ҡоҙағый булышып, йәше-ҡарты йоплашып, ҡанлы яуҙан тынышып, байман табып, тын алып, рәхәтләнеп ҡалған, ти. «Урал батыр».
ҠОҘА-ҠОҘАҒЫЙЛЫҠ (ҡоҙа-ҡоҙа-ғыйлығы) (Р: быть в положении сватов и сватий; И.: kinship among matchmakers; T: dünürlük) и.
1. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар араһында туғанлыҡ мөнәсәбәте. □ Быть в положении сватов и сватий, родство (по линии мужа или жены).
Ҡоҙа-ҡоҙағыйлык мөнәсәбәттәрен нығытыу. ■ Кантон башлыҡтары йәки кантондар итеп батшалыҡҡа тоғро хеҙмәт иткән башҡорт феодалдары ҡуйыла. Ҡуп осраҡтарҙа был вазифа нәҫелдән нәҫелгә, атанан улға кусә, кантон башлыҡтары араһында ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, туған-тыумасалыҡ киң тарала. «Башҡортостан», 15 апрель 2012. Ауыл кешеһе ят ҡунаҡты куреу менән уның кемлеген, ҡайҙан икәнлеген, нәҫел-нәсәбен һорашырға әуәҫ. Яйы тура килһә, ете атаһына тиклем төпсөнөп, туған-ырыулыҡ, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, һис юғында танышлыҡ эҙләй башлай. Р. Солтангәрәев. Етәксе халыҡ менән туғанлыҡ, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ ептәре менән бәйләнмәгәндә генә азат тоя уҙен — бер кем дә уға ни менәндер тейеш тугел, ул уҙе лә кемгә булһа ла бурыслы тугел. Т. Ғарипова.
2. кусм. һөйл. Танышлыҡ-туғанлыҡҡа ҡоролған мөнәсәбәт. □ Кумовство, семейственность. / Семейственный, кумовской. Ҡоҙа-ҡоҙағыйлык аша эш табыу.
ҠОҘА-ҠОҘАСА (Р: сваты и свахи; И.: kith and kin; T: dünürler) и. йыйн.
Өйләнешкән ҡыҙ менән егеттең йәки ир менән ҡатындың ир һәм кесе ҡатын-ҡыҙ туғандары (бер-береһенә ҡарата). □ Сваты и свахи. Ҡоҙа-ҡоҙасаларҙы ҡунаҡҡа саҡырыу. Ҡоҙа-ҡоҙасалар менән аралашыу. Ҡоҙа-ҡоҙаса булышыу. Н Һабантуйҙарҙа, һырғатуйҙа, никах туйҙарында ҡара-ҡаршы төртмә йырҙар йырлашыу, таҡмаҡ әйтешеу; ҡоҙа-ҡоҙасаларҙы, еҙнәй менән еңгәләрҙе мәрәкәләуҙәр, иронияға ҡоролған йолалар башҡорттарҙа борондан булған. Ә. Сөләймәнов.
ҠОҘАЛАП ЙӨРӨҮ (ҡоҙалап йоро-) (Р: сватать; И.: propose smb to smb as a wife or husband; T.: dünür düşmek) ҡ. этн.
1. Ҡыҙҙы яусылау (бер нисә мәртәбә, оҙаҡ итеп). □ Сватать (долго). Ҡыҙҙы бер йыл буйы ҡоҙалап йөрөу.
2. Туй ваҡытында ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың бер-береһендә ҡунаҡ булышып йөрөүе.
399