Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 400 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОҘАЛАУ
□ Погостить определённое время друг у друга в дни свадьбы (о сватах и сватьях). Килендәр яғында ҡоҙалап йөрөу.
ҠОҘАЛАУ (ҡоҙала-) (Р.: сватать; И.: propose smb to smb as a wife or husband; T.: dünür düşmek) ҡ.
1. Ҡыҙ һоратыу; яусылау. □ Сватать кого, свататься. // Сватовство, сватанье. Ҡоҙалап тороу. Ҡыҙҙы бер йыл алдан ҡоҙалап ҡуйыу. ■ [Алдар — Зөһрәгә:] Ҡоҙалау эшен һиңә ҡушмаҡсы булдыҡ, һин уның ҡылын тартып ҡарамаҫһыңмы? «Алдар менән Зөһрә». [Катын:] Килделәр, ҡоҙаланылар, тәкә салып, йәрәштеләр ҙә бер аҙнанан туй яһанылар. И. Абдуллин.
2. кусм. һөйл. Ниҙер һорап, ҡайҙалыр өгөтләп, ризалатырға тырышыу. □ Сватать, уговаривать кого на что. ■ Азаматтың тоҫмаллауҙары дөрөҫ булған икән, уны эшкә ҡоҙаларға саҡырғандар. Р. Солтангәрәев. Суяров машинаһына шофёр кәрәк булды, .. башҡа шофёр булмағанлыҡтан, Әсҡәпте ҡоҙаланылар. Д. Исламов. • Дингә ҡоҙалап килмәйҙәр, доғалап киләләр. Әйтем.
ҠОҘАЛАШЫУ (ҡоҙалаш-) (Р: стать свойственниками; И.: become kinsmen; T.: dünür olmak) ҡ.
1. Ҡоҙа-ҡоҙағый булышыу. □ Стать свойственниками, породниться через брачные отношения. ■ Тәуҙә Сырым да, Аҡҡужа ла иң ауыр саҡта Кук Ҡорттан йөҙ сөйөргән, ярҙамға киләһе урында, уҙен генә ҡайғыртып, һырт биреп ҡасҡан ырыу менән ҡоҙалашыуҙы ил заңын тупаҫ боҙоуға иҫәпләй. Ә. Хәкимов.
2. ҡар. ҡоҙалау 2. Эшкә ҡушырға ҡоҙалашып йөрөу.
ҠОҘАСА (Р: свойственница; И.: femalein-law; T.: dünür) и.
1. Өйләнешкән ҡыҙ менән егеттең йәки ир менән ҡатындың ата-әсәһенән кесе ҡатын-ҡыҙ туғандары (бер-береһенә ҡарата). □ Свойственница (младшие родственницы родителей снохи или зятя по отношению друг к другу). ■ [Исмәғил:] Шул, беҙҙең наҙлы ҡоҙаса минең ағайҙы куҙгә элгән
инде, курәһең. һ. Дәүләтшина. Ҡараташ аҫты — кук муйыл, кутәргеһеҙ куп быйыл. Ҡоҙасаны алам тиеп, атһыҙ ҡалдым мин быйыл. Халыҡ йырынан. • Ҡоҙасаң биргәнде ҡуйыныңа ал, ҡоҙасаң әйткәнде куңелеңә һал. Мәҡәл.
2. һөйл. Ир-аттың таныш булмаған үҙенән йәш ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙе. □ Форма обращения мужчин к незнакомым женщинам моложе себя. Ҡоҙаса, һин ҡайһы яҡтан?
ҠОҘАСА СӘЙЕ (Р: обряд угощения младшими сёстрами невесты или жениха своих сверстников во время свадьбы; И.: wedding tea-party; T.: bir düğün âdeti) и. этн.
һәр ике тарафта (ҡыҙ һәм егет яғында) ҡоҙа булып һыйланып йөрөгәндә, ҡоҙасаларҙың туйҙағы йәштәрҙе йыйып мәжлес үткәреү йолаһы (сәй эсеп бөткәс, һәр ҡоҙа сынаяғын көмөш тәңкә һалып туңкәрә). □ Обряд угощения младшими сёстрами невесты или жениха своих сверстников во время свадьбы. Ҡоҙаса сәйе әҙерләу. Ҡоҙаса сәйенә саҡырыу. Ҡоҙаса сәйенә барыу.
ҠОҘАТҠАРЫР ҺЫЙ (Р: прощальное свадебное угощение (часть свадебного ритуала)', И.: farewell ceremony for the bride; T.: bir düğün âdeti) и. этн. диал.
Ҡыҙҙы оҙатыу алдынан ойошторолған һый. П Прощальное свадебное угощение перед проводами невесты (часть свадебного ритуала). Коҙатҡарыр һыйға саҡырыу.
ҠОҘАШ (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T: Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Танып, юрматы ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён танып, юрматы. Ҡоҙаш араһы егете.
ҠОҘҒОН I (Р: ворон; И.: raven; T.: kuzgun) и.
1. зоол. Аулаҡ урындарға оялай торған ялтыр ҡара йөнлө эре ҡош. □ Ворон. / Вороний (лат. Corvus corax). ■ Тондороу ы була, эт ҡоҙғонға әйләнеп китә. Әкиәттән.
400