ҡоҙоҡ
Ҡоҙғон былай тип әйткән ти: «Мин ҡан эсмәй, ит еймәй, үләкһәнең куҙ майын өс көндә бер соҡомай һис донъяла торолмам». «Урал батыр». Туҡтамыштың онталған һөйәк-һаяғын йыйҙырып, ҡоҙғондарға һиптереп, Иҙеукәй ҡайтып киткән, ти. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Баш осонда ҡарға ҡарҡылданы, яҡында ғына һайыҫҡан шыҡырланы, артынса уҡ ҡоҙғон ҡысҡырҙы. Т. Ғарипова. Ҡәзә Мәзин емтеккә ташланған ҡоҙғон тиҙлеге менән ҡыҙының ҡулынан хатты тартып алды ла, ҡәһәрләнеп усаҡҡа ырғытты. 3. Биишева. • Буренеке — уртаҡ, ҡоҙғондоҡо — ағас башында. Әйтем. Емтектән ҡоҙғон ерәнмәҫ. Әйтем. Үләкһә янына ҡоҙғон йыйылыр. Әйтем.
2. кусм. һөйл. Ҡомһоҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Падкий на всё, жадный человек.
3. кусм. Дошман самолёттары тураһында әйтелә. □ Вражеские самолёты. М Капитан самолёттарға атыу өсөн ҡулайлаштырылған максимканан свастикалы ҡоҙғондарға һис туҡтауһыҙ ут бөрк-төрҙө. Ш. Бикҡол. Батарея командиры капитан Әхмәт Шәһимәрҙәновтың команда биреуе булды, ерҙән күккә ҡорос суҡмар һуҙылды һәм фашист ҡоҙғононоң ҡанатын өҙҙө. Ә. Ихсан.
4. лшф.Үлемменәнбәйлетотемҡош. □ Ворон (мифологизированная птица, тотем, прорицатель, связан со смертью). ■ Ҡоҙғон ҡайһы тирәлә ҡысҡырһа, шунда мәйет була. Башҡорт мифологияһынан. Үлек сыҡҡан йорт тирәһендә ҡоҙғондар ҡарҡылдашып алыусан була. К. Мәргән. Зыярат өҫтөнән ҡоҙғон өйрөлөп осһа, ауыл тирәләп, кәртә-ҡура тирәһенә килеп ҡорҡолдаһа, мәйет сыға. Экспедиция материалдарынан. • Ил өҫтөндә ҡоҙғон ҡорҡолдаһа, илдән оло мәйет сығыр. Әйтем.
♦ Ас ҡоҙғондай нимәгәлер ҡомһоҙланып йәбешкән кешегә әйтелә. □ Падкий на всё, жадный. Н Иген йыйыусы кулактар.. игенде арзаныраҡ хаҡ менән эләктереп ҡалыу өсөн, ас ҡоҙғондай яҡ-яҡтарына ҡарана-
ҡарана, баҙарҙың бер башынан икенсе башына йугереп йөрөйҙәр. Ғ. Дәүләтшин.
ҠОҘҒОН II (Р.: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T.: Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, юрматы, ҡатай, ҡыпсаҡ ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён бурзян, юрматы, катай, кыпчак. Ҡоҙғон араһы. Ҡоҙғондар ауылы.
ҠОҘҒОН ҠАРА (Р.: чёрный-пречёрный; И.: pitch black; T.: simsiyah) с. диал.
Ҡуйы ҡара. □ Чёрный-пречёрный, совершенно чёрный. Ҡоҙғон ҡара кеше. Ҡоҙғон ҡара булыу.
ҠОҘҒОН-ҠОШ и. зоол. ҡар. ҡоҙғон I. һауала ҡоҙғон-ҡош оса.
ҠОҘОҠ (ҡоҙоғо) (Р.: колодец; И.: well; T.: kuyu) и.
1. Һыу алыу өсөн ҡаҙып, бура төшөрөп эшләнгән соҡор. □ Колодец. / Колодезный. Ҡоҙоҡ ҡаҙыу. Ҡоҙоҡ быраулатыу. Ҡоҙоҡҡа һыуға барыу. Ҡоҙоҡ һыуы тәмле була. ■ Аталары күҙҙәренән юғалыу менән, уны [Йософто] эткеләп-төрткөләп, сәсенән тартҡылап, туҡмап, икмәген эткә бирәләр, һыуын түгәләр, уҙен иһә йылан-саянлы ҡоҙоҡҡа аталар. «Йософ ҡиссаһы». Ҡарашы менән егет йөрәген тағы бер өтөп алғас, ҡыҙ боролдо ла ҡоҙоҡҡа табан китеп барҙы. Н. Мусин. Мискәләрҙәге иртә менән килтереп ҡуйылған һыуыҡ ҡоҙоҡ һыуҙары хәҙер ҡайнарға етешеп эҫегән. Һ. Дәүләтшина. • Ҡолонло бейәнән ҡоҙоҡ һыуы ла артмай. Әйтем. Үләһе мал ҡоҙоҡ тирәһендә уралыр. Әйтем. Ҡоҙоҡҡа төкөрмә, һыуы кәрәк булыр. Әйтем. Ҡомһоҙ ҡоторһа, ҡоҙоҡҡа ҡармаҡ һалыр, ялҡау ҡоторһа, байрамда эшкә барыр. Әйтем.
2. диал. Һыу алыу, мал һуғарыу өсөн боҙҙо уйып эшләнгән тишек; мәке. □ Прорубь. Ҡоҙоҡ уйыу. Ҡоҙоҡта малға һыу эсереү. Ҡоҙоҡ тишеү.
3. миф. Башҡорт мифологияһында әхирәткә инеү ҡапҡаһы, теге донъя ҡапҡаһы.
401