Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 402 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОҘОҠ ҠЫУАЛЫ
□ Колодец (в башкирской мифологии: врата в иной мир). ■ Яҙ ауыл менән ҡоҙоҡ таҙарта инек, беренсе алынған һыуын бергә ҡайнатып эстек. Таҙартҡан көндө иң оло инәйгә хәйер бирә инек. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Ҡоҙоҡҡа еткәнсе ҡоҙа яһалма, алыҫ туған тигән мәғәнәлә әйтелә. □ соотв. Седьмая вода на киселе.
ҠОҘОҠ ҠЫУАЛЫ и. диал. ҡар. сиртмә I, 3. Ҡоҙоҡ ҡыуалы яһау. Ҡоҙоҡ ҡыуалын нығытыу. Ҡоҙоҡ ҡыуалын һындырыу.
ҠОҘОҠ ЭЙӘҺЕ (Р.: дух колодца; И.: spirit of a well; T.: Kuyu iyesi) и. миф.
Ен-шайтандарҙан һаҡлаусы ҡоҙоҡ хужаһы. □ Дух колодца. ■ Ҡоҙоҡ эйәһе ҡоҙоҡто ташлап китһә, уның һыуы ла бөтә. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОҘОРАЙЫУ (ҡоҙорай-, ҡоҙорая) (Р.: важничать; И.: put on airs; T.: kurumlanmak) ҡ. диал.
1. Үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн һанап, эре тотоу; маһайыу, эреләнеү. □ Важничать. Ҡоҙорайып йөрөү. Ҡоҙорайып һөйләшеү. Ҡо-ҙорайып тороу.
2. һүҙ күтәрмәү; ҡылтайыу. □ Обижаться, не сносить попрёков, һәр бер әйткән һүҙгә ҡоҙорайып тороу.
ҠОҘОР-ҠОҘОР (Р: подражание кулдыканию индюка; И.: sound imitative word; T.: hindi sesi) оҡш.
Күркә ҡысҡырған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание кулдыканию индюка. ■ [Шәүрә:] Эй-й мәҙәк, мулла олатай шундай асыуланған, хатта танауы хас ата күркә суҡышына оҡшап, сосрап төшкән. Ҡоҙор-ҡоҙор тип, күркелдәп ебәрһә, бигерәк тә мәрәкә булыр ине. 3. Биишева.
ҠОҘУРИ [ғәр. (Р.: учебник по шариату; И.: Moslem law text-book; T.: şeriatın ders kitabı) и. дини.
Шәриғәт ҡанундары тураһындағы дәреслек. □ Учебник по шариату. ■ Бер ҡоҙури дәреслеге кәрәк ине миңә. .. Намаҙ, зәҡәт, ғөшөр, ураҙа тураһында яҙылған был китап
ты һорағас, мәзиндең күңеле йомшап китте. Ғ. Ғүмәр.
ҠОЖАҠА (Р: короста; И.: scab; T.: yara kabuğu) и. диал.
Йоғошло ҡысыу; ҡутыр. □ Короста. Таҙҙың ҡожаҡаһы ҡалҡа.
ҠОЖАН (Р: пурга; И.: snowstorm, blizzard; T.: tipi) и. диал.
Ыжғырып торған көслө буран. □ Пурга. Ҡожан сығыу. Ҡожан эсендә ҡалыу.
ҠОЖОНОУ (ҡожон-) (Р: чесаться; И.: itch; T.: kaşınmak) ҡ. диал.
Үҙ тәнеңде тырнау; тырнаныу. □ Чесаться, почёсываться. Бер туҡтауһыҙ ҡожоноп ултырыу. Ҡожоноп йөрөү. Ҡожоноп тороу.
ҠОЖРАЙЫУ (ҡожрай-, ҡожрая) (Р.: съёживаться; И.: shrivel; T.: büzülmek) ҡ. диал.
Кәүҙәне, аяҡ-ҡулды йыйып, йомарланыу; шоҡрайыу. □ Съёживаться. Ҡожрайып ултырыу. Ауыртыуҙан ҡожрайыу. Ҡожрайып ергә сүгеү.
ҠОЗОРОУ (ҡозор-) (Р: зудеть; И.: itch; T.: kaşınmak) ҡ. диал.
Ҡысыу, ҡымырйыу. □ Зудеть. Ҡулдар һыуыҡтан ҡозороп тора. Ҡозороп әрнеү.
ҠОЙҘОҒОУ (ҡойҙоҡ-) (Р: лить; И.: found; cast; T.: dökmek) ҡ. диал.
Өҫтән бер туҡтауһыҙ ағып тороу (ямғырға ҡарата). □ Лить, сильно идти (о дожде). Ямғыр көнө буйы ҡойҙоғоп яуып тик тора.
ҠОЙҒАН (Р: литой; И.: cast; T.: dökme) с. диал.
Ҡойолған, ҡойоп эшләнгән. □ Литой. Ҡойған итек. Ҡойған калуш.
ҠОЙҒОРОШ I (Р.: подхалим; И.: toady (person); T.: yaltak) и. диал.
Ҡемгәлер ярарға тырышҡан; ялағай кеше. □ Подхалим, угодник, прислужник, льстец, подлиза. / Угодливый, льстивый. Ҡойғорош ҡатын. Ҡойғорош булыу.
ҠОЙҒОРОШ II с. диал. ҡар. ҡылансыҡ.
Ҡойғорош ҡыҙ.
402