ҠОЙҠАЛАНЫУ
ҠОЙҒОРОШЛАНЫУЦҡойғорошлан-) (Р.: подхалимничать; И.: cringe; T.: birine yaltaklanmak) ҡ. диал.
Кемгәлер яҡшы күренергә, ярарға тырышыу; ялағайланыу. □ Подхалимничать, угодничать, подлизываться. // Подхалимаж, угодничание. Ҡойғорошланып йөрөу. Хужаға ҡойғорошланып ярау.
ҠОЙҒОРОШЛАНЫУ II (ҡойғорош-лан-) ҡ. диал. ҡар. ҡыланыу 3. Ҡойғорошланып атлау. Ҡойғорошланып бейеу. Ҡойғорошланып һөйләшеу.
ҠОЙҘОРОУ (ҡойҙор-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡойоу, понуд. от ҡойоу. ■ Көмөш кенә йөҙөк ҡойҙорҙом егерме тин көмөш аҡсанан. Халыҡ йырынан.
ҠОЙҘОРТОУ (ҡойҙорт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡойҙороу, понуд. от ҡойҙороу. ■ Хан .. ҡырҡ таяҡ тәрәнлегендә бер баҙ ҡаҙытҡан, шунда утын тултыртҡан, иреткән ыҫмала ҡойҙортҡан. Әкиәттән.
ҠОЙҠА I (Р.: палёная кожа; И.: scorched skin; T.: yanmış deri) и.
1. Өткән мал тиреһе. □ Палёная кожа (животных). ■ Таймаҫтың балтырына уҡ тейгәйне. Ҡойҡа ябып, ҡыҫып бәйләһә лә, йәрәхәтенең һыҙлауы баҫылмай. Ә. Хәкимов.
2. һөйл. Кешенең баш тиреһе. □ Кожа головы (человека). / Кожный. ■ Баштан ҡойҡа һуйылды, ауыҙҙан теш ҡойолдо, һәр яҡтан да куп кеше һанһыҙ булып ҡырылды. Ҡобайырҙан. Әхмәтйәндең ҡанға сарсаған йөрәге ныҡ тулап, кәрәгенән артыҡ йыш тибә, һул беләгендәге ыржайып торған йыртыҡ яранан, башының ҡойҡаһы һыҙырылған урындан туҡтауһыҙ ҡан һарҡа. И. Ноғоманов.
3. кул. Өткән тиренән бешереп һыуытылған ашамлыҡ; тертелдәк. □ Студень, холодец. Ҡойҡа бешереу. Койҡа әҙерләу. ■ Оҙон коридорҙың арғы башынан, әллә нисәмә примус һөрөмөнә ҡушылып, ҡурылған һуған, ниндәйҙер ҡойҡа еҫе килә, өс-дурт ҡатындың, ата малы булешкәндәй, сарбайлашҡаны
ишетелә. Ә. Хәкимов. • Аста ейгән ҡойҡаңды туҡ булғанда онотма. Мәҡәл. Берәуҙә ҡойҡа ите ашаһаң, у ҙең оса ите әҙерлә. Мәҡәл.
4. кусм. мыҫҡ. Ҡулынан килмәгән эшкә һ. б. ынтылған, шәп булып маташҡан кешегә әйтелә. □ Бестолочь, никчёмный человек. ■ [Мәйсәрә — Линараға:] Иртәгә ук Стәрлеңә ҡайтып кит! — тине. — Етем бала аҫрағансы, етем быҙау аҫра, ҡойҡа. Л. Яҡшыбаева. [Әҙел:] Батша законынан баш тарталар тиген, ә? Әй, ҡойҡалар. Бөтәһен дә хәҙер ук оҙатып бөтөрөргә кәрәк. М. Буранғолов.
♦ Эт ҡойҡаһы кешене кәмһетеп, мыҫҡыллағанда әйтелә. □ Замухрышка (уничижительное). ■ [Колморҙа старшина:] Әһә, ҡараҡ, тотолған икән, бире кил, эт ҡойҡаһы, — тине лә, Турәбайҙың алдына килеп, куҙен уға ташланы. Т. Хәйбуллин.
ҠОЙҠА II (Р: бедный; И.: poor; needy; T.: yoksul) с. диал.
Мохтажлыҡта йәшәгән; ярлы. □ Бедный, неимущий. Койҡа ғына йыйыштырылған йорт.
ҠОЙҠА III (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени табын. Койҡа араһы кешеләре.
ҠОЙҠА БӘШМӘК (бәшмәге) (Р.: гриб студенистый; И.: mushroom species; T.: bir mantar türü) и. биол.
Аҡһыл төҫтәге ҡалпағы телгә оҡшаған ҡойҡа һымаҡ ашарға яраҡлы бәшмәк. □ Гриб студенистый (лат. Fungi). ■ Койҡа бәшмәк йәй урталарында, көҙ көнө ылыҫлы урмандарҙа йыш осрай. Интернет селтәренән.
ҠОЙҠАЛАНЫУ (ҡойҡалан-) (Р: превращаться в студень; И.: turn into galantine; T: paça dondurması olmak) ҡ.
403