Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 404 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЙҠАЛЫ
Ҡойҡа (1,3) хәленә килеү. □ Превращаться в студень; застывать (о жидкой массе для студня). Ит ҡойҡаланып тора. Һурпа ҡой-ҡалана төшкән. Һарҡынды һыуыҡта ҡойҡаланып килә. Ҡойкалана барыу.
ҠОЙҠАЛЫ (Р.: студенистый; И.: gelatinous; T.: peltemsi) с.
1. Ҡойҡа (I, 3) һымаҡ. □ Студенистый; похожий на желе. Ҡойҡалы йәшелсәләр.
2. Ҡойҡа менән әҙерләнгән. □ Заливной. Ҡойҡалы балыҡ. М Өлөш өсөн иң элек ҡойҡалы ит һурпаһы әҙерләргә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 11, 2010.
ҠОЙҠАЛЫҠ I (ҡойҡалығы) (Р.: масса для заливного; И.: broth to make aspic; T.: jöle) и. кул.
Ҡойҡа (I, 3) яһау өсөн әҙерләнгән һурпа, һарҡынды. □ Масса для заливного. Ҡой-ҡалыҡты һөҙөу. Ҡойҡалыкты һарҡытыу.
ҠОЙҠАЛЫҠ II (Р: предназначенный для студня (холодца); H.:meant to make aspic; T.: paça dondurması için) с.
Ҡойҡа (3) яһау өсөн әҙерләнгән. □ Предназначенный для студня (холодца). Ҡойка-лыҡ баш-тояҡ.
ҠОЙЛОҒОУ (ҡойлоҡ-) (Р: обильно течь; И.: flow profusely; T.: akmak) ҡ. һөйл.
1. Күп булып ҡойолоу, туҡтауһыҙ ағыу.
□ Обильно течь, литься; сыпаться. Ҡан яранан туҡтамай ҡойлоға. Һыу ҡойлоғоп тора.
2. кусм. Бер туҡтауһыҙ күп булып килеү; ағылыу. □ Хлынуть, валить. Халыҡ мәсеткә табан ҡойлоға.
ҠОЙЛОҒОШОУ (ҡойлоғош-) (Р: обильно течь; И.: flow abundantly; T.: akmak) ҡ.
Күп булып төрлө ерҙән ҡойолоу.
□ Обильно течь, литься; сыпаться. Өйҙөң балсығы ҡойлоғошоп тора.
ҠОЙЛОШ (Р: выползок; И.: slough; Т.: hayvan postu) и. диал.
Йылан тиреһе (ҡабығы). □ Выползок,вы-ползина. Ҡау йылан ҡойлошо. Йылан ҡойлошо табыу.
ҠОЙМА I (Р: забор; И.: fence; T.: çit) и.
Нимәнелер айырып йәки уратып һалынған ҡоролма; кәртә. □ Забор, ограда, загородка, изгородь. / Заборный. Селтәрле ҡойма. Бурәнә ҡойма. Ситән ҡойма. Ултыртма ҡойма. М Тимер ҡойма янында уралып уҙ яйына туғыҙ башлы бер йылан һаҡсы икәнен белгән. «Урал батыр». [Ҡыҙрас] өсөнсө ҡат һуға, айғыры ҡойма аша һикереп сыға ла куҙҙән юғала. Әкиәттән. Ҡойма буйҙарына ҡыҙғылт һары һабаҡлы ҡурай еләктәре, өлпөлдәшеп ултырған ҡарағат, крыжовник ҡыуаҡтары теҙелгән. Н. Мусин. Ҡарағайҙан һалынған ҙур йорт бейек таҡта ҡойма менән уратып алынған, хатта һарайы ла бурәнәнән. Р. Солтангәрәев. Баярҙың ат заводы ла эре аҡ таштан һалынған, бурәнә ҡойма менән уратылған. 3. Ураҡсин.
ҠОЙМА II (Р: литой; И.: cast; T.: dökme) с.
Иретеп ҡойоп эшләнгән. □ Литой. ■ Эйәренең ҡашы алтын, ҡойошҡаны ҡойма алтын, өҙәңгеһе һум алтын. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠОЙМАҒҮЛӘН (Р: подорожник; И.: plaintain; T.: sinirotu) и. бот. диал.
Ярым түңәрәк япраҡлы дарыу үләне; юл япрағы. □ Подорожник (лат. Plantago).
■ Ҡоймағулән ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла. Интернет селтәренән.
ҠОЙМА ДАУЫЛ УТЫ (Р: качим постенный; И.: baby’s breath; T.: çöven otu) и. бот. диал.
Алһыу сәскәле бер йыллыҡ үҫемлек; дүм-гәләк. □ Качим постенный (лат. Gypsophila muralis). Ҡойма дауыл уты йыйыу.
ҠОЙМА КӘРЕШКӘҺЕ (Р: горец заборный; И.: herb species; T.: bir tür bitki) и. бот.
Ябай тура һабаҡлы, күбәләк кеүек сәскәле, яланғас япраҡлы, күп йыллыҡ үлән. □ Горец заборный (лат. Vida sepium).
■ Ҡойма кәрешкәһе болондарҙа, урман ситтәрендә, йылға буйҙарында, ҡаялы урындарҙа уҫә. Интернет селтәренән.
404