Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 405 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЙМАҠХАНА
ҠОЙМАҠ (ҡоймағы) (Р.: блин; И.: pancake; T.: blin (bir çeşit akıtma) и.
Шыйыҡ итеп ондан туҡып, табаға йоҡа итеп ҡойоп бешергән йомшаҡ ашамлыҡ. □ Блин; оладьи. / Блинный, оладье-вый. Сөсө ҡоймаҡ. Бойҙай ҡоймағы. Ҡоймаҡ оно. Ыуыҙ ҡоймағы ҡойоу. ■ Маһинур, инәһен уятмай ғына сығып, һыйырын һауып килде, сәй ҡайнатты, тышҡы усаҡҡа яғып, табала ҡоймаҡ шыжлатты. Т. Ғарипова. Әсәйем ҡоймаҡ бешереп бөтөргәс, сәй әҙерләй башланы. М. Ғафури. «Иртәнсәк үҙеңде [Пётрҙы] ҡоймаҡ менән һыйлайым әле,» — тип һөйләнә-һөйләнә Галя он иләргә тотондо. Н. Мусин. Йоҡа ғына итеп ҡойолған майлы ҡоймаҡты Ҡыҙырас элек бик ярата торғайны. 3. Биишева. Сәлимә, иртәнге сәйҙе ултыртҡансы, балаларының һәр бере-һенә бер-икешәр ҡат эҫе ҡоймаҡ тоттороп сыҡты. 3. Ураҡсин. • Майһыҙ ҡоймаҡ ҡупмай. Мәҡәл. Ашамайым, ашамайым, тип, алтмыш ҡоймаҡ ашаған. Мәҡәл. Эштең яйы булмаһа, ҡоймаҡтың майы булмай. Әйтем. Донъя яйы менән, ҡоймаҡ майы менән. Әйтем. Мәжлес йәме ҡунаҡ менән, табын йәме ҡоймаҡ менән. Әйтем. Эттең тешен майлы ҡоймаҡ һындыра. Әйтем. Майламай, ҡоймаҡ шыумай. Әйтем. Донъяның яйы китһә, ҡоймаҡтың майы китә. Әйтем.
ҠОЙМАҠ АШАУ (ҡоймаҡ аша) (Р.: пускать «блинчики»; И.: flat stone skipping; T.: suya taş atarak oynamak) ҡ.
Түңәрәк шыма ташты һыуҙың өҫтөндә һикертеп уйнау. □ Пускать «блинчики», «печь блины», запускать «лягушек» или «жабок» (игра). ■ Яр буйында малайҙар кемуҙарҙан «ҡоймаҡ ашау» уйынын уйнарға кереште. 3. Биишева.
ҠОЙМАҠ ҠОЙОУ (ҡоймаҡ ҡой-, ҡоймаҡ ҡоя) (Р: печь блины; И.: cook pancakes; T.: blin pişirmek) ҡ.
Ҡоймаҡ бешереү. □ Печь блины. ■ Сөләймән сүлмәк ҡаҙанға ҡар ташып, һыу йылытып, һыйырға эсергәнсе, Сәлимә ыуыҙ һөтөн һауып, барлы-юҡлы ҡуҙҙа ҡоймаҡ ҡойғансы,
яҡтырып, буран да бер аҙ баҫылғандай булды. 3. Ураҡсин.
ҠОЙМАҠЛЫ (Р: с блинами; И.: with pancakes; T: blinli) с.
Ҡоймаҡ менән. □ С блинами. ■ [Арыҫландың] ҡатыны, кухняға инеп, ҡоймаҡлы таба аҫтына ут ҡабыҙҙы. Р. Солтангәрәев. Ингән бер өйҙә ҡоймаҡлы сәйҙән һуң .. әбей-ҙәр, кеше һанына ҡарап, хәйер таратты. һ. Дәүләтшина.
ҠОЙМАҠЛЫҠ I (ҡоймаҡлығы) (Р: тесто для блинов; И.: dough for pancakes; T: gözleme hamuru) и. кул.
Ҡоймаҡ бешереү өсөн әҙерләнгән ҡамыр.
□ Тесто для блинов. Ҡоймаҡлыҡ әҙерләү. Ҡоймаҡлыҡ туҡыу.
ҠОЙМАҠЛЫҠ II (Р: блинный; И.: meant for pancakes; T: bliniçin) c.
Ҡоймаҡ бешереү өсөн әҙерләнгән.
□ Блинный, предназначенный для приготовления блинов. Ҡоймаҡлыҡ он.
ҠОЙМА ҠОЙОУ (ҡойма ҡой-, ҡойма ҡоя) ҡ. ҡар. ҡоймалау. Тимерҙән ҡойма ҡойоу. Өй тирәләтеп ҡойма ҡойоу.
ҠОЙМАҠ ОНО (Р: блинная мука; И.: pancake flour; T: blin unu) и. кул.
Ҡоймаҡ бешереү өсөн махсус әҙерләнгән он. □ Блинная мука. Ҡоймаҡ оно һатып алыу. Яҡшы сортлы ҡоймаҡ оно. Ҡоймаҡ оно әҙерләү ысулдарын өйрәнеү.
ҠОЙМА ҠУМЫҘ (Р.: кубыз-забор; И.: kind of kubyz or jew's-harp; T: bir tür kubiz) и. муз.
Ҡоймаға оҡшатып эшләнгән ҡумыҙ төрө.
□ Кубыз-забор (разновидность кубыза). Ҡойма ҡумыҙ эшләү. Ҡойма ҡумыҙ сиртеү. Ҡойма ҡумыҙ сиртергә өйрәнеү.
ҠОЙМАҠХАНА (Р: блинная; И.: pancake house; T: gözlemeci dükkânı) и.
Ҡоймаҡ бешереп һатыу урыны. □ Блинная. Ҡоймаҡхана асыу. Ҡоймаҡханала эшләү. Ҡоймаҡханаға барыу. ■ Бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында бер нисә шәхси ҡоймаҡхана асылды. «Башҡортостан», 12 сентябрь 2010.
405