Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 406 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЙМАЛАТЫУ
ҠОЙМАЛАТЫУ (ҡоймалат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡоймалау, понуд. от ҡоймалау. Йорт тирәһен ҡоймалатып ҡуйыу. Бәрәңге баҡсаһын ҡоймалатып алыу. ■ Мәсәбих таш амбар һалдырҙы. Өр-яңынан ихатаһын ҡоймалатты. В. Исхаҡов.
ҠОЙМАЛАУ (ҡоймала-) (Р.: огораживать; И.: fence; T.: çit dikmek) ҡ.
Нимәнелер кәртә, ҡойма менән айырып йәки уратып алыу; кәртәләү. □ Огораживать, ограждать забором, оградить. // Ограждение, отгораживание. Ишек алдын ҡоймалау. Өй тирәһен ҡоймалау. Тирә-яҡты ҡоймалау. Баҡсаны ҡоймалап алыу. Шишмәне ҡоймалап алыу. Йорт-ҡураны ҡоймалап алыу. Кискә тиклем еләк-емеш баҡсаһын ҡоймалап ҡуйыу. Байрамға тиклем ишек алдын ҡоймалап ҡуйырға кәрәк. Бәрәңге баҡсаһын ҡоймалап сығыу. Ағаслыҡты ҡоймалап бөтөрөү. Төшкә тиклем ишек алдын ҡоймалап бөтөрөү. ■ [Ауыл халҡы] Президент Указы менән бирелгән 100 мең һум аҡсаны зыяратты ҡоймалап ҡуйыуға тотонған. «Табын», 5 сентябрь 2012. Уҡыусылар йәшелсә баҡсаһын ҡоймалап алдылар. Картотека фондынан.
ҠОЙМАЛАШЫУ (ҡоймалат ) ҡ. урт. ҡар. ҡоймалау, взаимн. от ҡоймалау. Ишек алдын ҡоймалашырға ҡустым килде.
ҠОЙМАЛЫ (Р.: обнесённый забором; И.: fenced; T: çitli) с.
Ҡойма менән әйләндереп алынған, ҡоймаһы булған. □ Обнесённый забором (оградой, загородкой, изгородью), огороженный забором. ■ Махау сиренән ыҙа сигеүсе байғоштарҙы, кәмәләргә ултыртып, Нил аръяғына сығаралар. Унда шулар йәшәй торған әйләнә-тирәһе ҡоймалы ялан ер бар икән. Ә. Хәкимов. Ғәлимйән ҙур ике этажлы, бейек ҡоймалы .. баяр йортоноң ҡапҡаһы төбөнә килеп туҡтағанда, ҡояш та ҡалҡып ҡыҙыу нурҙарын һибә башланы. И. Насыри.
ҠОЙМА ТОТОУ (ҡойма тот-) ҡ. диал. ҡар. ҡоймалау. Йортто уратып ҡойма тотоу. Күрше менән ҡойма тотоу. ■ Бүлек
мөдире Шамил менән миңә [Харисҡа] ҡойма тотоу өсөн имән бағаналар күтәреп ташырға ҡуштылар. Ф. Хажиев.
ҠОЙМА ҺУҒЫУ (ҡойма һуҡ-) ҡ. диал. ҡар. ҡоймалау. Тимерҙән ҡойма һуғыу.
ҠОЙМА ҺУҠТЫРЫУ (ҡойма һуҡтыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡойма һуғыу, понуд. от ҡойма һуғыу. Ш Мостафа ла мулла бай булған, ун ике лә ҡойма һуҡтырған. Мөнәжәттән.
ҠОЙМАҺЫҘ (Р.: без ограждений; И.: without railings; T: çitiz) c.
Ҡоймаһы булмаған. □ Без ограждений. Ҡоймаһыҙ йорт. Ҡоймаһыҙ баҡса.
■ [Үтәғол менән Алтынбай] төн таң яғына ауышып, кешеләрҙе ауыр йоҡо баҫҡас ҡына, Юшатыр аша туғай яҡлап Насирҙың ҡоймаһыҙ ғына ишек алдына килеп инделәр.
3. Ураҡсин.
ҠОЙМА ЯМҒЫР (Р: ливень; И.: downpour, driving rain; T.: şiddetli yağmur) u.
Ҡойоп яуған, көслө ямғыр. □ Ливень, проливной дождь, и һаҙағайҙар балҡый баш осонда, гөрләүектәр аға алдыңда. Ҡойма ямғыр, шарлап-шарлап яуып, уй ташҡынын аса аңыңда! Р. Ниғмәти. Көндөң яртыһы башта һил генә булһа ла, төш етеүгә ҡаты дауыл сығып, күк күкрәп, ҡойма ямғыр яуа башлай. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Кисә генә ҡойма ямғыр яуып үткәйне. Туҙан баҫылып, былай ҙа таҙа һауа тағы ла сафланып киткән, газлы, туҙанлы томра ҡаланан килгән кешегә был яңы ағыҙған ҡаймаҡ йотҡан шикелле ине. Р. Солтангәрәев.
ҠОЙМОС (Р: копчик; И.: coccyx; tailbone; T: kuyruksokumu kemiği) и. анат.
1. Кеше умыртҡаһының 4—5 умыртҡанан торған түбәнге өлөшө; ҡойроҡ һөйәге. □ Копчик. / Копчиковый. Ҡоймос умыртҡалары. Ҡоймос һөйәгенең һыныуы.
■ Кешенең ҡоймос умыртҡаларына кәүҙәнең ауырлығы төшмәй. Картотека фондынан.
2. Ҡоштоң ҡойроҡ һөйәге. □ Кость хвостцовая. Ҡоймос ите.
406