Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 407 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЙОЛДОРОУ
ҠОЙМОС БИҘЕ (Р.: железа копчиковая; И.: preen gland; T.: yağ bezi) и. анат.
Ҡоштарҙың ҡойроҡ төбөндә уларҙың ҡауырһындарын майлауға май эшләп сығара торған берҙән-бер май биҙе. □ Железа копчиковая. ■ Өйрәк ҡауырһындары һыуланмай, сөнки ҡойроҡ осондағы ҡоймос биҙенән бүленеп сыға торған май менән ҡапланған булалар. Картотека фондынан.
ҠОЙМОСОҠ (ҡоймосоғо) и. диал. ҡар. ҡоймос 1. Ҡоймосоғом ауыртҡан.
ҠОЙМОС ҺӨЙӘГЕ и. анат. ҡар. ҡоймос. Ҡоймос һөйәге зарарланған.
ҠОЙО (Р.: родник; И.: spring; T.: kuyu) и.
1. Ер аҫтынан сығып ятҡан һыу; шишмә. □ Родник. / Родниковый. Ҡойоға һыуға барыу. Ҡойоно таҙартыу. Ҡойо һыуы менән сәй эсеү. ■ Аҡ ҡарсыға кеүек бер ҡаҙ килә, күлгә генә түгел, ҡойоға. Халыҡ йырынан. [Дәрүиш:] Мин пәйғәмбәр илсеһе, байбисә. Пәйғәмбәрҙең изге ҡәбер ташын үҙ ҡулдарым менән һыйпап, зәмзәм ҡойоһонан тамсы-тамсы һыу эсеп килгән әҙәммен мин. М. Кәрим.
2. Шыйыҡ булып ятҡан батҡаҡ. □ Грязь./ Грязевой. Ҡойола бысраныу. Ҡойоға батыу. • һәр сусҡа үҙ ҡойоһон таба. Әйтем.
3. диал. ҡар. ҡоҙоҡ 1. ■ Беҙҙең полк штабы эргәһендә бер ҡойо бар. Унда көн буйы оҙон сират тора. Д. Юлтый. Буралы ҡойо бар беҙҙең, һиртмәһе лә бар уның. X. Ғиләжев. Ҡойоға ҡыҙҙар һалған һуң, ҡыҙҙар шунда үлгән һуң, барыһын алып ҡойонан ҡоҙғондарға ташлайҙар. «Урал батыр».
4. диал. Һыу алыу, мал һуғарыу өсөн боҙҙо уйып эшләнгән тишек; мәке. □ Прорубь. Малдарға ҡойо тишеү.
ҠОЙО БАШЫ и. диал. ҡар. ҡойо 1. Ҡойо башына һыуға барыу. Ҡойо башын таҙартыу.
ҠОЙОҠА I и. диал. ҡар. ҡойҡа I, 1. Ҡойҡа өтөү.
ҠОЙОҠА II (Р: торопливый; И.: hasty; T.: acele) с. диал.
Ҡабалан, өтөк. □ Торопливый. Ҡойоҡа кеше. Ҡойоҡа ҡатын.
ҠОЙО Л АУ (ҡойола-) (Р.: делать мутным; И.: render turbid; T.: bulanık etmek) ҡ.
1. Буръяҡҡа әйләндереү. □ Делать мутным, мутить, һыуҙы ҡойолау. Ҡоҙоҡтағы һыуҙы ҡойолау.
2. Ҡойо (2) тейҙереп бысратыу. □ Пачкать. Ҡейемде ҡойолап бөтөү. Өҫтө ҡойолау.
ҠОЙОЛАНЫУ (ҡойолан-) (Р: грязниться; И.: become soiled; T: pislenmek) ҡ. диал.
Бысраҡҡа буялыу. □ Грязниться, пачкаться; мараться. Бала ҡойоланып бөткән. Ямғырлы көндә ҡойоланып бөтөү.
ҠОЙОЛДОҠ (ҡойолдоғо) (Р: паданец; И.: faller, windfall; T: ağaçtan rüzgârla düşmüş meyva v. b.) и. һөйл.
Ел-дауылдан, артыҡ ныҡ өлгөрөүҙән һ. б. сәбәптән ҡойолоп төшкән орлоҡ, емеш һ. б. □ Паданец, падалица, ветробой. Алма ҡойолдоғо. Еләк-емеш ҡойолдоғо.
ҠОЙОЛДОРОҠ (Р: неопрятный; И.: untidy; T.: şapşal) с.
1. Ҡулынан йүнле эш килмәгән, йыйнаҡ булмаған, таҙалыҡ тотмаған, әрпеш; шамтыр. □ Неопрятный, неряшливый. Ҡойолдороҡ булыу. ■ Ҡойолдороҡ ҡояңҡыһы бер атлай ҙа биш туҡтай. Халыҡ йырынан. Ҡойолдороҡ еңгәһе бар — бер һалмалыҡ он һорай. Халыҡ йырынан.
2. мыҫҡ. Булдыҡһыҙ, әрпеш кешегә кәмһетеп әйтелә. □ Нерасторопный. М [Баҙарғол — Ханнанға:] Ҡойолдороҡ! Ни һөйләгән була! М. Буранғолов. [Сырым:] Ҡара һин уны [Йәнтүрәне], ҡасан өлгөргән анау ҡойолдороҡ егеттәрҙе үҙ яғына ауыштырып. Ә. Хәкимов.
ҠОЙОЛДОРОУ (ҡойолдор-) (Р: проливать; И.: spill; T.: dökmek) ҡ.
Ағыҙыу, түгеү-сәсеү (шыйыҡлыҡ йәки бөртөклө нәмәләргә ҡарата). □ Проливать, просыпать. Игенде ҡойолдороу. Бесәнде ҡойолдороп бөтөү.
407