ҠОЙОЛМА
♦ һәпрәһен ҡойолдороу бысраҡ, әрпеш булыу йәки насар, алама кейенеү. □ Быть нечистоплотным, одеваться неряшливо. Һәпрәһен ҡойолдороп йөрөй инде шунда.
ҠОЙОЛМА (Р.: слиток; И.: ingot; T.: külçe) и.
Иретеп ҡалыпҡа ҡойоп алынған металл киҫәге. □ Слиток, заготовка. Алтын ҡойолмаһы. Суйын ҡойолмаһы. ■ Киләсәктә был таш урынында ҡойолма һәйкәлдәр ҙә ҡалҡып сығыр, тигән ышаныста улар, — тип, сараға килеуселәрҙе дәртләндерҙе ғалим [Әхмәт Сөләймәнов]. «Киске Өфө», № 10, 2012.
ҠОЙОЛОҠ I (ҡойолоғо) (Р.: родник; И.: spring; T.: kuyu) и.
1. Ер аҫтынан урғылып сығып ағып ятҡан һыу; шишмә. □ Родник. / Родниковый. ■ [Таңдысаның малдары] һыу эскәндә лә йылға баштарынан, ҡойолоҡтарҙан ғына эсеп, һыуһындарын ҡандыралар. «Ҡуңыр буға».
2. Шыйыҡланып ятҡан бысраҡ, батҡаҡ урын. □ Грязь. / Грязевой. ■ Аждаһала, юха ла һаҙлыҡ, ҡойолоҡ, мөлкөлдәк урындарҙа .. йәшәй. Әкиәттән.
ҠОЙОЛОҠ II (ҡойолоғо) (Р: омут; И.: slough; whirlpool; T.: longuz) и. диал.
Йылға йәки күл төбөндәге соҡор; сөңгөл.
□ Омут. Ҡойолоҡта һыу инергә ярамай.
ҠОЙОЛОП ТӨШӨҮ (ҡойолоп төш-) (Р.: высыпаться; И.: crumble; T.: dökülmek) ҡ.
1. Ҡайҙандыр емерелеп (ишелеп) төшөү.
□ Высыпаться; вывалиться, обвалиться. Өйҙөң балсығы ҡойолоп төшкән. ■ Машинаның алғы тәҙрәләре селпәрәмә килеп, ҡойолоп төштө. М. Ҡунафин. Баһадир таш һарайҙың стенаһына типһә, таш һарай ҡойолоп төшә. Әкиәттән.
2. ҡар. ҡойолоу 5. Алмалар ҡойолоп төшкән. Япраҡтар ҡойолоп төшкән.
3. кусм. Ҡапыл ныҡ ҡурҡыу, ҡаушау.
□ Растеряться, сильно испугаться. ■ Сихырсылар ҡорған хәйләләрҙе дан менән йырып уткән, ә уҙҙәрен ҡыйрата барған һәм уҫал йыртҡыстар менән ҡаһармандарса
алышҡан айбарлы батыр хәҙер .. бер кәрһеҙ ҡыҙҙан еңелә, уның алдында ҡойолоп төшә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Батыргәрәй бөтөнләй ҡойолоп уҡ төштө, ҡайҙалыр ҡасырға теләгәндәй, машинаһын туҡтатты ла ишеген асты. Р. Солтангәрәев. [Васильев — лейтенантҡа:] Һалдаттарға ҡурҡыуыңды, сетерекле хәлдә ҡойолоп төшөуеңде курһәтмә! Ә. Хәкимов. [Флорида ] рәссамдың уҙенең атаһы икәнен белгәс, ҡойолоп төштө. Т. Ғарипова. Тәуҙә Хәбибуллин ҡойолоп төштө, аҙаҡ уҙен ҡулға алырға тырышты. X. Ғиләжев. [Аҡйегет — Зөбәржәткә:] Ярай әле атайың ныҡ торған, ҡөҙрәтле Ҡарағужа тип ҡойолоп төшмәгән. М. Кәрим.
ҠОЙОЛОУ (ҡойол-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡойоу 1—3, 5—11. страд, от ҡойоу 1—3, 5—11. ■ Әйтерһең, ошо мәлдә һәнәктәр менән әсәйем араһында һуҙһеҙ алыш бара һәм кәбәндең ҡойолоу-ҡойолмауы кемдең еңеп сығыуына бәйле ине. Н. Мусин. [Өйәңкеләр] һырланып ҡарайғандар, әйтерһең, әле генә домна мейесендә ҡойолоп сыҡҡан ҡорос киҫәктәре. Р. Солтангәрәев.
2. Ҡайҙандыр бер ерҙән туҡтауһыҙ ағыу (шыйыҡ нәмәгә ҡарата). □ Литься, течь, проливаться. Куҙҙән субырлап йәш ҡойола. ■ [Баҡсы:] Ҡан ҡойолоуы йә ғәрәсәт ҡубыуы мөмкин. Тәнребеҙ ниңәлер рәнйей. 3. Ураҡсин. Ат һыу өҫтөндә йөҙөп әйләнде лә, кул ситенә еткәс ҡапыл-ҡапыл һикереп, ярға сыҡты, һелкенде. Уның өҫтөнән болғансыҡ һыу шыбырлап ҡойолдо. Ф. Иҫәнғолов.
3. кусм. Юғарынан һирпелеү, бөркөлөү (яҡтылыҡ, нур һ. б. ҡарата). □ Литься, течь, проливаться. Куктән яҡты нур ҡойолдо.
4. Ниндәйҙер бер ерҙән ваҡ-ваҡ булып һибелеү. □ Рассыпаться, посыпаться, обсыпаться (о многих мелких предметах или о чём-л. сыпучем). // Рассыпание, осыпание. Тоҡтоң тишегенән ашлыҡ ҡойола. Арба һикерткән ыңғайға тоҡтағы орлоҡтар ҡойолоп китте. ■ Юлда ҡойолоп ҡалған орлоҡтар, ҡырҙа сәселеп ҡалған башаҡтар
408