Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 409 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡойон
етем булып ҡырҙа яталар. Шулар йөрәк итен ашайҙар. Д. Юлтый. Урҙаһында бер яҫтығы элеуле тора, уның да кәпрәне йыртылып бөткән була, йөнө ҡойолоп тора. Ж. Кейекбаев.
5. Үҫкән еренән йолҡолоп, һурылып сығып тороу, ҡубып, өҙөлөп төшөү (япраҡ, емеш, орлоҡ, сәс, йөн һ. б. бөртөклө нәмәләр тураһында). □ Падать, опадать, выпадать. // Опадание, выпадение. Ағастарҙың япраҡтары ҡойолоп бөткән. Алма ҡойола. Еләк ҡойола. Керпек ҡойола. ■ Таштуғайҡай елле туғай икән, сәскәләре ҡойола ел менән. Халыҡ йырынан. Былтыр ҡойолоп ергә тушәлгән, ҡыҙғылт-һары төҫтәге ылыҫтарҙы һирәк-мирәк кенә уләндәр тишкеләп сыҡҡан ерҙә Ишмырҙа тубығын ҡосаҡлап, башын өйгән килеш байтаҡ ҡыбырламай ултырҙы. Н. Мусин. Былтыр көҙҙән ҡойолоп, инде яртылаш серегән япраҡтарҙы ҡалҡытып, уләндәр бик иртә баш ҡалҡытты. Д. Юлтый. Бына тағы көҙ ҙә килеп етте, тағы бына ҡойола япраҡтар. X. Назар. Егет төшөп етә лә ер аҫтынан китеп ултыра. Бара торғас, бер баҡыр һарайға тап була. Баҡыр алмалар уҫеп, ҡойолоп тора, ти. Әкиәттән.
6. диал. Төшөнкөлөккә бирелеү. □ Впасть в апатию. Конө буйы ҡойолоп йөрөу.
7. диал. Ҡарындағы баланың төшөүе. □ Выкидыш.
♦ Ауыҙ һыуы ҡойолоу һеләгәй ағыу; күҙ ҡыҙыу. □ Слюнки потекли у кого. К Ә айыу .. бал өмөт итеп, ауыҙының һыуы ҡойолоп ятҡан төлкөнө бөтөнләй онотҡан. Ж. Кейекбаев. Йөҙ <ө> ҡара ҡойолоу ныҡ ҡайғырыу, бошоу. □ Быть не в духе. V Янһары, йөҙө ҡара ҡойолоп, өйөнә ҡайтып инә. Әкиәттән. Ҡойолоп төшөп барыу ныҡ һыҙланып йәки йонсоп ауырайыу (тәнгә ҡарата). □ Сильно устать, быть измотанным. Арыуҙан ҡойолоп төшөп барам, һөмһөрө ҡойолоу {йәки ҡасыу) кәйефһеҙләнеп төҫ үҙгәреү, сырай йәмһеҙләнеү. □ Хмуриться, быть не в духе. ■ Ә байҙарҙың һөмһөрө ҡойолоп,
йөҙө ҡарайып ҡала. Ә. Вахитов. [Ҡотдос:] Бәй, Сурағол ағай, һин ҡайттыңмы ни? Ниңә улай һөмһөрөң ҡойолоп ултыра? Әллә ауырыйһыңмы? Т. Хәйбуллин.
ҠОЙОЛТМАҠ (ҡойолтмағы) и. һөйл. ҡар. ҡуйылтмаҡ. Ҡойолтмаҡ әҙерләу. Ҡо-йолтмаҡ ялау.
ҠОЙОЛТОУ (ҡойолт-) ҡ. ҡар. ҡойолдороу. Бесән вағын ҡойолтоу.
ҠОЙОМ I и. диал. ҡар. ҡойон I. Ҡойом сыҡты. Ҡойомда ҡалыу.
ҠОЙОМ II и. ҡар. ҡойолма. Ҡорос ҡойомо. Көмөш ҡойомо. Алтын ҡойомо.
ҠОЙОМСО (Р.: ювелир; И.: jewelry maker; T: kuyumcu) и. иҫк.
1. Йөҙөк, беләҙек ҡойоусы. □ Ювелир, золотых дел мастер. ■ Еткән ҡыҙҙарға ата-инәһе ҡойомсонан йөҙөктәр һуҡтыра ине. Башҡорт мифологияһынан.
2. миф. Металл йәне менән бәйле илаһи көскә эйә булған мифик зат. □ Мастер по изготовлению колец, браслетов и других украшений (мифологизированное лицо, связанное с духом металла; человек, обладающий сверхъестественными знаниями).
ҠОЙОМСОЛОҠ (ҡойомсолоғо) (Р.: литьё (ювелирное искусство); И.: moulding; T: kuyumculuk) и.
Ҡойомсо эше, һәнәре. □ Литьё (ювелирное искусство). Койомсолоҡ менән шөғөл-ләнеу. Койомсолоҡ һәнәрен уҙләштереу. Ҡойомсолоҡтоң яңы ысулдарын табыу.
ҠОЙОН I (Р: вихрь; И.: whirlwind; Т: kasırga) и.
1. Өйөрөлөп юғары күтәрелгән көслө саң бураны; өйөрмә. □ Вихрь, смерч, ливень. / Вихревой, смерчевой, ливневый. Я Ҡойон урам буйындағы саңды өйөрөлтөп һауаға кутәрә: утынлыҡтарҙасы тап-топтарҙы, юнысҡыларҙы япраҡ һымаҡ осора. Ж. Кейекбаев. Ҡойон, Мәләуез йылғаһының уренә табан өйөрөлөп, алыҫлашҡандан-алыҫлаша ине. Ғ. Ибраһимов. • Халыҡ аҡылы — ҡойон, ҡаршы тороуы ҡыйын. Әйтем.
409