Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 410 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡойон
2. кусм. Көслө атыш. □ Шквал. Ут ҡойоно. ■ Көнсығыштан килгән исемле һәм исемһеҙ ҙә яуҙар был ерҙәрҙән ҡойон булып уҙған, әммә башҡорт ғумерен меңәрләп ҡыйһа ла, уның ер-һыуы, урман-тауы, болондарына хужа була алмаған. «Ағиҙел», № 7, 2010.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса, өйрөлөп йөрөгән, ауырыуға һабыштырыусы, һыңар аяҡлы, һыңар күҙле яуыз зат. □ Вихрь (в башкирской мифологии одноногий, одноглазый злой дух, от соприкосновения с которым человек заболевает). Я «Ҡойон, ҡойон, ҡороп ҡал!» — тип ҡойонға бысаҡ ташлайҙар. Башҡорт мифологияһынан. Саңды өйрөл-төп-ойрөлтөп йылан кеуек кутәрелгән ел-буранды, ҡойондо, ен бейеуе тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
♦ Ҡойон булып {йәки кеүек) килеү саң-туҙан туҙҙырып, елеп килеү. □ Налетать вихрем. Ҡойон уйнатыу аяҡ аҫтында саң күтәреп бик тиҙ йөрөү, ҡыҙыу хәрәкәт итеү, елеү. □ Очень быстро двигаться, кружиться. ■ [Нина] тиҙлекте дуртенсегә кусерҙе, газын өҫтәй төштө лә ҡойон уйнатып алға елде. Н. Мусин, һыңараяҡ әбей, артынан ҡойон уйнатып, атылып килә. Әкиәттән. Куп тә утмәне, йәш ҡарҙы борҡотоп, һауала ҡойон уйнатып, эреле-ваҡлы таштар дәррәу дөмбөрләй башланы. Ә. Әминев. Әллә купме ваҡыт уткәс кенә, һыбайлылар офоҡ буйындағы ҡалҡыулыҡтан ҡойон уйнатып килеп сыҡтылар. Д. Бүләков.
ҠОЙОН II (Р.: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ, түңгәүер ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён кыпчак, тангаур. Ҡойон аймағынан булам.
ҠОЙОН-ДАУЫЛ (Р.: вихрь; И.: vortex; T.: hava hortumu) и.
Дауыллы көслө ҡойон. □ Вихрь, смерч. / Вихревой, смерчевой. ■ Йәйендәй тулап, һыу ярып, ҡойон-дауыл ҡуптарып, тау-
таштарҙы тетрәтеп, Шулгән куле төбөнән һәубән донъяға сыҡҡан. «Аҡбуҙат». Ҡойон-дауыл сыҡҡанда, куктә ҡош та оса алыр, ҡамғаҡ осһа, яр табып, уҙа елдән баҫа алыр. «Урал батыр».
♦ Ҡойон-дауыл уйнатыу шул уҡ ҡойон уйнатыу {ҡар. ҡойон I). М Куҙҙәр уң яҡҡа төбәлде, һырт яғалап барған ҡабырға юлда, тау шоңҡарындай ҡыйылып, ҡойон-дауыл уйнатып, һыбай елә ине. Ғ. Ибраһимов. Ял-ҡойроғо тулы тиеп, ябайҙан айғыр алмағыҙ: ҡойон-дауыл уйнатып, Урал һыртын саңлатып, яуға сабыр ат тыумаҫ. Ҡобайырҙан.
ҠОЙОНДОРОУ (ҡойондор ) (Р: купать; И.: give a bath; T.: dökmek) ҡ.
1. Башынан аша һыу ҡойоп сайын-дырыу. П Купать, искупать, выкупать. // Купание. Баланы мунсала ҡойондороу. Баланы душта тиҙ генә ҡойондороп алыу. Баланы йылы һыу менән көн аша ҡойондороп тороу.
2. Һиптертеү (һыу, бысраҡ, туҙан һ. б.). □ Обливать, обдавать чем-л., кого, что-л. (водой, грязью, пылью, слезами и т. п.). // Обливание, обдавание. Ямғыр ҡойондороп утте. Йылы ямғыр ерҙе ҡойондороп китте. Сәскәләрҙе көн дә шишмә һыуы менән ҡойондороп тороу. ■ Уны [Мәҙинәне], әйтерһең дә, баштан-аяҡ бысраҡ һыуға ҡо-йондорҙолар, битенә төкөрҙөләр. Г. Ғиззәтуллина.
3. кусм. Ҡаплап (сорнап, биләп) алыу. □ Обливать, заливать чем-л. (светом, запахом, шумом и т. п.). Я Көноҙон йылы нурҙарына ҡойондороп тәбиғәтте ҡыуандырған ҡояш инде әллә ҡасан уҡ яланғас ағастар аръяғына төшөп китте. И. Ноғоманов. Тубә, тирә-яҡты сағыу нурға ҡойондороп, әкрен генә кусә, алыҫлашҡандан-алыҫлаша, ә Арыҫландың уны туҡтатыр ҡөҙрәте юҡ. Ә. Хәкимов. Тауҙар тынына ҡойондороп, ҡаран һыуына йыуындырып ҡына Заһитов кеуек кешеләрҙең намыҫын таҙартып, куңелдәрен сафландырып булһын ине. Н. Мусин.
410