ҠОЙОН СЫҒЫУ
4. кусм. Нимәгәлер баштан-аяҡ сумдырыу, күмдереү. □ Осыпать чем-л. (вопросами, похвалами, ласками, пулями и т. п.). Я Һуғыш бөткәс, Америка Японияны атом бомбаһы менән ҡойондорҙо. «Ағиҙел», № 5,
2010. Фрегаттар яр ситенә ук килеп якорь ташлай һәм порт ҡоролмаларын, йорттарҙы йәҙрәгә ҡойондора башлай. Б. Рафиҡов.
ҠОЙОНДО ҺЫУ (Р.: помои; И.: slops; Т.: bulaşık suyu) и. диал.
Берәй нәмәне йыуған бысраҡ һыу; йыуынды. □ Помои. Ҡойондо һыуҙы тугеу. • Ҡолонло бейәнән ҡойондо һыу ҙа артмай. Әйтем.
ҠОЙОН ЕЛПЕҮЕ (Р.: болезни от воздействия нечистых сил; И.: malady caused by the whirlwind spirit; T.: kasırgadan hastalanmak) и. миф.
Ҡойон ене тейеүҙән барлыҡҡа килгән ауырыу. □ Болезни от воздействия нечистых сил. Я Ҡойон елпеуе тейһә, кеше алмашынып ауырый. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЙОН ЕНЕ (Р: нечистая сила; И.: the Evil one; T.: şeytanlık) и. миф.
Төрлө рәүешкә инә алған мифик зат; ен-шайтан. □ Нечистая сила. Я Ҡойон ене һыңар куҙле, һыңар аяҡлы, оҙон ҡуллы була. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЙОНЛАУ (ҡойонла-) (Р: вихриться;
И.: whirl; T: dönmek) ҡ.
Ҡойон ҡалҡыу, ҡойонло булыу; өйөрө-лөү. □ Вихриться, кружиться. Урамдарҙа туҙан ҡойонлай. Ямғыр ҡойонлап килә.
ҠОЙОНОУ (ҡойон-) (Р: обливаться; И.: have a shower bath; T: dökünmek) ҡ.
1. Баштан аша һыу ҡойоп сайыныу. □ Обливаться (водой). // Обливание. Зарядканан һуң һалҡын һыу менән ҡойоноу. Йоҡлар алдынан ҡойоноп ятыу. Көн аша һалҡын душта ҡойоноп тороу. Һалҡын һыу менән ҡойоноп алыу. Я [Флурә] иртәнсәк һалҡын душта ҡойондо, ентекләп кейенде лә көҙгө алдына баҫты. Ш. Хажиәхмәтов. Сәй эсеп, душта ҡойоноп алғас, Нәфисә уҙҙәре алып ҡайтҡан кустәнәстәрен кутәреп, апаһы янына, аш
булмәһенә ярҙамлашырға инде. «Торатау», 16 ғинуар 2013. Йәше-ҡарты изге тауҙарға менеп, зыярат ҡылып төшәләр ҙә, изге шишмәнән һыу алып, ҡойоноп та сығалар. Й. Солтанов.
2. Йылға, күл кеүек һыу эсендә йыуыныу, йөҙөү; һыу инеү. □ Купаться, выкупаться. // Купание. Йәй буйы шифалы кулдә ҡойоноп ятыу. Иртән ук йылғаға ҡойонорға барыу. Я Һыу ҡойонорға, йөҙөргә яратҡан ҡыҙыҡай йыш ҡына Мейәс буйына килә. Л. Яҡшыбаева. Кул буйына алты аҡҡош осоп килер. Шунда улар уҙҙәренең мамыҡ тундарын һалып, һылыу-һылыу ҡыҙҙарға әйләнерҙәр ҙә кулгә төшөп ҡойона башларҙар. Әкиәттән. Ҙур кул булды кескәй йылға һыуы, унда хәҙер ҡоштар ҡойона. Ҡ. Даян. Кыҙҙар шундуҡ йылғаға йугерә, тиҙ-тиҙ сисенә һалып, һыуға ташланалар, сыр-сыу килеп ҡойоналар. А. Абдуллин, [һыуһылыу:] Был кул минең һарайым, көн дә сығып ҡойонам. «Заятүләк менән һыуһылыу». Ҡыҙ йылғала ҡойоноп сыҡҡас, төштә курһәң, ҡурҡып ҡотоң осорлоҡ, шул тиклем шөкәтһеҙ ҡатынға әйләнгән. Әкиәттән. Өйрәк ҡойонһа — һалҡынға. һынамыш.
3. кусм. Нимәгәлер баштан-аяҡ сумыу. □ Утопать в чём. Я Әммә каторжандарға был көндө ҡояш йылыһында туйғансы ҡойонорға тура килмәне. Б. Рафиҡов. Тормош иңе шау сәскәле туңәрәк аҡланды хәтерләтә, ә һин куҙҙе ҡамаштырырлыҡ нурҙарға ҡойонған ошо аҡланда иҙрәп йугерәһең. Р. Камал. Ирәндек тау! Иртәләрҙә нурға ҡойонаһың, төндәр һайын балҡып янаһың. С. Кулибай. Мендем, ай нуры менән ҡойондом, уйнаным, куп һөйөлдөм, һөйөнөс менән төйөлдөм, туйманым. Ш. Бабич. Абдулла Солтановтың юбилей кисәһендә тамашасы моңға ҡойондо. «Йәшлек», 18 ноябрь 2008.
ҠОЙОН СЫҒЫУ I (ҡойон сыҡ-) ҡ. ҡар. ҡойонлау. Көслө ҡойон сығыу. Кисәнән бирле ҡойон сығып тора.
411