Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 412 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЙОН СЫҒЫУ
ҠОЙОН СЫҒЫУ II (ҡойон сыҡ-) (Р.: появляться (о вихре)\ И.: whirlwind appearance; T.: cinlerin öfkesiyle kasırga çıkmak) к. миф.
Ен-шайтандар ҡоторғанда барлыҡҡа килгән ел-дауыл. □ Появляться (о вихре) (мифологизированное явление, связанное с нечистой силой). ■ Ҡойон сыҡһа, «убыр ҡарсыҡ» тип бысаҡ ташлайҙар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЙОНТО и. диал. ҡар. ҡойолдоҡ. Алма ҡойонтоларын йыйыу. Еләк-емеш ҡойонто-һонан ҡайнатма ҡайнатыу.
ҠОЙОН УЙНАУ I (ҡойон уйна ) ҡ. ҡар. ҡойонлау. ■ [Перовский — Егор Николаевич-ҡа:] Ағас кәрәк был далаға, ағас, туғанҡай, юғиһә бит бында ҡышын ҡар тормай, йәй булһа, ҡойон уйнай, ҡыуан елдән бар тереклек көйә. 3. Ураҡсин.
ҠОЙОН УЙНАУ II (ҡойон уйна ) ҡ. и. миф. ҡар. ҡойон сығыу II. ■ Ҡойон уйнаһа: «Ташҡа теймә, миңә теймә, сиркәүеңә барып ҡун!» — тип әйтергә кәрәк. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЙОН ҺУҒЫУ (Р.: болезнь от прикосновения нечистой силы; И.: sickness from an evil spirit; T.: cin çarpmak) и. миф.
Ҡойон ене ҡағылыуҙан ауырыуға һабышыу; ел ҡағылыу. □ Болезнь от прикосновения нечистой силы. ■ Яулығымды бер мәл ел алып ташланы. Шуны алдым да бала башына бәйләнем. Баламдың эсе шеште, ҡоҫа, илай башланы. Өшкөрөүсе әбейгә алып барғайным: «Ҡойон һуғыу булған бит, ниңә яулыҡты башына бәйләнең?», — тине. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЙОҪҠАН и. диал. ҡар. ҡойошҡан 1.
Еҙ ҡойоҫҡан. Ҡөмөш ҡойоҫҡан.
ҠОЙОТҠАҠ (ҡойотҡағы) и. диал. ҡар. ҡойо 2. Ҡойотҡаҡка батыу.
ҠОЙОУ (ҡой-, ҡоя) (Р.: лить; И.: pour; T.: koymak) ҡ.
1. һауыттан ағыҙыу (шыйыҡ нәмәне). □ Лить, вливать, заливать, наливать, разливать. // Вливание, наливание, разливание. Ҡымыҙ ҡойоп биреү. Ҡомғанға һыу
ҡойоу. Тәрилкәгә аш ҡойоу. ■ [Әлеүкәй — ҡыҙға:] Апайыңдың ҡулына һыу ҡойғанда ошо балдаҡты усына төшөр, — тигән. Әкиәттән. Ҡайғы, бәлә-ҡазанан һаҡланыу йөҙөнән кәкүк ултырған ағасҡа, бағанаға һөт йә булмаһа ҡатыҡ ҡойоу ғәҙәте бар. Башҡорт мифологияһынан.
2. Бер урындан, һауыттан икенсе ергә күпләп ағыҙыу, бушатыу, ағылдырыу (ваҡ, бөртөклө нәмәләргә ҡарата). П Сыпать, ссыпать, засыпать (что-л. сыпучее или мелкое). Ашлыҡты тоҡҡа ҡойоу.
3. Емереп-ватып, ваҡлап төшөрөү. □ Выбивать. Яр буйындағы балсыҡты ҡойоп төшөрөү. Теште ҡойоу.
4. Ағып барып икенсе бер һыуға, күлгә, диңгеҙгә һ. б. төшөү, ҡушылып китеү. □ Впадать, втекать. // Впадение. ■ Был яҡтарҙағы бөтә йылғалар кеүек үк, Ҡамышлы ла Ағиҙелгә ҡоя. Д. Исламов.
5. Түгеү, күпләп ағыҙыу (һыу, ямғыр, күҙ йәше һ. б.). □ Лить, проливать. ■ Берәүҙең йәшен ҡоймай, ҡайһыһы тамыр ашап, ҡайһыһы үлән емшәп, һаман ғүмер иткәнен, йыртҡыстарға ем өсөн балаһын үрсеткәнен барығыҙ ҙа беләлер. «Урал батыр». Ә ямғыр елләп-дауыллап ҡоя ла ҡоя һаман. Н. Нәжми. Күҙ йәшеңде ҡоймай, минең менән бер көн килеп, һөйләш яҙ һайын. Р. Ғарипов. [Шәфәҡ:] Юлмырҙамды һаҡлай күр, тип сәхәр ваҡыттарында, ҡанлы йәштәр ҡойоп, аҡ теләктәр теләйем. М. Кәрим.
6. Өҙөлөп төшөү, тирелеү, йолҡоноп сығыу (үҫемлек орлоҡтары, япраҡ, сәскә һ. б. ҡарата). □ Осыпать, сбрасывать.//Сбрасывание. Ағастар япраҡ ҡойған.
7. Билдәле бер мәлдә өҙөлөп төшөү, йолҡоноп сығыу (ҡош-ҡорт, йәнлектәрҙең йөнө төшөүгә ҡарата). □ Линять. // Линька (о животных, птицах). Эт йөнөн ҡоя. ■ Заятүләк йүгәнен шылтыратһа, уға баҡтаһын да ҡойоп бөтмәгән күк дүнән ҡараған, ти. Әкиәттән. Аҡҡош осор, йөнөн ҡойор, уның йөнөн кем йыйыр? Халыҡ йырынан.
412