Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 413 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЙОШҠАН
8. Руданы иретеп суйын, ҡорос һ. б. эшләү. □ Плавить, выплавлять, варить. // Плавка, выплавка, варка. Суйын ҡойоу. Ҡорос ҡойоу. ■ [Исмәғил Тасимов] заводтың бөтә цехтары, домна мейестәре, баҡыр ҡойоу эше менән танышып йөрөнө. Ғ. Хөсәйенов.
9. Металл, руданы иретеп, унан ниҙер яһау. □ Лить, отливать, изготовлять литьём. // Литьё. Балдаҡ ҡойоу. ■ [Сәйфелмөлөк] беләҙек-йөҙөк ҡойоу кеуек берәй йомош һылтауынан файҙаланып, курше кустәргә һуғылды. Ә. Хәкимов. • Унда уҡ юнмаған — утыҙҙа ҡылыс та ҡоймай. Әйтем.
10. Береһе өҫтөнә береһен һалып, өйөп яһау. □ Метать. // Метание (копну, стог, скирду). М Ҡарап торғанығыҙ бармы һеҙҙең бесәнсенең кәбән ҡойоу ын? Бер кубәне тотош сәнсеп алып, ғәйрәт менән уны елпеп һалып, наҙлап ҡына ҡағып ҡуйыуын. Р. Сафин. Ҡәбән ҡойоу — егет ҡорона инеу ул, тип юҡҡа әйтә тиһеңме ни Йәноҙаҡ бабай. Н. Мусин.
11. Махсус бер ысул менән аҙыҡ бешереү, эсемлек яһау. □ Делать, ставить, готовить пищу каким-л. способом. Ҡоймаҡ ҡойоу. Һолонан буҙа ҡойоу.
12. кусм. Мул итеп таратыу, һибеү, сәсеү (яҡтылыҡты, нурҙы һ. б.). □ Лить, источать (лучи и т. п.). Ҡояш яҡты нурын ҡоя.
♦ Кеше тирмәненә һыу ҡойоу кемдеңдер файҙаһына эш итеү. □ Лить воду на мельницу кого, чью. Ҡараһын ҡойоу асыуланыу. □ Почернеть от злости. ■ Мағазов Бикбаевтан ниндәйҙер һуҙ көттө, тик теге һаман ҡараһын ҡойоп өндәшмәй ултырғас, серҙе аҙағынаса асып бөтөргә булды. Р. Солтангәрәев. Ҡойоп ҡуйған (һымаҡ, кеүек) 1) бик матур, сибәр. □ Изящный, красивый. ■ Мария-Терезаны, әлбиттә, ҡойоп ҡуйған сибәрҙәрҙән тип булмай. Ләкин барыбер уны Хоҙайҙың ябай һөнәрсеһе генә әуәләп ташламаған, илаһи ҡул уҙе ҡағылған уға. М. Кәрим; 2) килешле (кейем-һалым һ. б. тураһында). □ Подходящий, гармонирующий. ■ Был йугән .. ерән атҡа ҡойоп ҡуйған
кеуек була инде. Б. Бикбай; 3) нәҡ шулай, тура килеп торған; һәйбәт. □ Законченный, совершенный. Ҡойоп ҡуйған йырсы’, 4) бик ныҡ оҡшаған; хас. □ Очень похожий, вылитый. S Оло улы Фәйзрахман инде еткән егет ине, ҡойоп ҡуйған атаһы. Д. Бүләков. Ҡойоп ҡуйыу матур итеп, оҫта, бик килештереп эшләү. □ Делать, исполнить отлично, искусно, мастерски, һөмөрөн ҡойоу шул уҡ һөмһөрө ҡойолоу (ҡар. ҡойоу). М һөмөрөн ҡойоп тауыш-тынһыҙ ғына Ҡасьяновка эйәреп килде Наҡышев. Я. Хамматов.
ҠОЙОУ ЗАВОДЫ (Р: литейный завод; И.: foundry works; T.: dökümhane) и.
Металды ҡойоу (8) эшен башҡарған учреждение. □ Литейный завод. Ҡойоу заводын асыу. Ҡойоу заводында эшләу. Ҡойоу заводы эшселәре. ■ Мәғдән ҡойоу заводында ла, кейем тегеу фабрикаһында ла эшләп өлгөрә ул [Альбина]. «Башҡортостан ҡыҙы», №9,2012.
ҠОЙОУСЫ (Р: литейщик; И.: caster; Т.: dökümcü) и.
Нимәнелер иретеп, төрлө металл ҡөйоу менән шөғөлләнгән эшсе. □ Литейщик, плавильщик. ■ Артабан быяласылар, һауыт-һаба ҡойоусылар, таштай ҡаты таҡталарҙы юнып-шымартып, өҫтәл, ултырғыс, кәштә кеуек йорт монаяттары яһаусылар [теҙелгән]. Ә. Хәкимов. [Архип:] Суйын ҡойоусы мин — туп оҫтаһы. Эш һорарға килеп сыҡтым әле. Б. Бикбай.
ҠОЙОУ ЦЕХЫ (Р: литейный цех; И.: foundry shop; T.: dökümhane) и.
Металды, иретеп ҡойоу юлы менән, эшкәртеү оҫтаханаһы. □ Литейный цех. Ҡойоу цехы эшсеһе. ■ Баймаҡ ҡойоу заводының ҡойоу цехы иң ауыр етештереу участкаһы һанала, «һаҡмар», 16 июль 2012.
ҠОЙОШҠАН (Р.: подхвостник; И.: crupper; T.: lastik kayış) и.
1. Эйәр алға шылмаһын өсөн, аттың ҡойроғо аҫтынан тарттырыла торған бау; эйәр ҡайышы; эйәр бауы. □ Подхвостник (хвостовой ремень седла). Суҡлы ҡойошҡан.
413