Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 414 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЙОШОУ
■ [Көтөүҙә] айыл етмәҫ ала ат юҡ, ти, ҡойошҡан етмәҫ ҡола ат юҡ, ти. «Аҡһаҡ ҡола». Көмөш кенә эйәр, eş ҡойошҡан килешә икән күксәй дүнәнгә. Халыҡ йырынан. Ишектең бер яғында көмөш өҙәңгеле, аҡыҡ ҡашлы эйәр, көмөш ҡойошҡан, күмелдерек. Т. Хәйбуллин. Эйәр артынса, шундай уҡ көмөшләп, ысын аҡыҡтар менән биҙәп эшләнгән ҡайыш йүгән, ҡойошҡан, унан ҡынына арыҫлан менән күк күгәрсен төшөрөлгән ауыр яҫы ҡылыс өҫтәлгә сығып ятты. 3. Биишева. Ғәжәп эйәр ине был: ҡапталдары, күмелдерек, ҡойошҡаны тарамыш менән беркетелгән, айылдарына көмөш баҫылған, өҙәңге, тарайғылары еҙҙән эшләнгән. 3. Ураҡсин. Эйәренең ҡашы алтын, йүгәненең башы алтын, көмөшләнгән ҡойошҡан, ялт-йолт килә ҡояштан. Ҡобайырҙан.
2. этн. Ырыу йәки араның танытмаһы булған шартлы билдә, тамға. □ Родовой знак. М Бер бабай беҙгә элек ырыу ағасының — миләш, тамғаһының — ҡойошҡан булғанлығын әйтте. К. Мәргән.
ҠОЙОШОУ (ҡойош-) ҡ. урт. ҡар. ҡойоу 1, 5, 8—11. взаимн. от ҡойоу 1, 5, 8—11. Кәбән ҡойошоу. ■ Бер көндө киленде кәбән ҡойошорға алып киткәндәр һәм кәбән осларға мендергәндәр. «Йәшлек», 16 февраль 2008.
ҠОЙО ЭЙӘҺЕ и. миф. ҡар. ҡоҙоҡ эйәһе.
■ Койо эйәһенә, тип, ҡойоға тәңкә һалалар ине. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЙРОҒАЯҠ ҺЫМАҠТАР (Р.: ногохвостки; И.: springtail; T.: yay kuyruk böceği) и. зоол.
Алты аяҡлы, дымлы урында йәшәгән, ваҡ ҡына (1—5 мм) бөжәктәр. □ Ногохвостки (лат. Collembola). Койроғаяҡ һымаҡтарҙы өйрәнеү. Койроғаяҡ һымаҡтарҙы тикшереү.
ҠОЙРОҒҮЛӘН (Р: хвостник обыкновенный; И.: wild grass species; T.: atkuyruğu) и. бот.
Юл япрағы һымаҡтарға ҡараған ваҡ сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Хвостник обыкновенный (лат. Hippuris vulgaris). Ялан
да ҡойроғүлән йыйыу. Койроғүлән сәскәһе. Койроғүләндең төҙөлөшөн өйрәнеү.
ҠОЙРОҠ I (ҡойроғо) (Р: хвост; И.: tail; T.: kuyruk) и.
1. Хайуан, ҡош, йәнлек һәм бөжәктәрҙең артынан сығып торған үҫенде. □ Хвост. / Хвостовой. Ат ҡойроғо. Балыҡ ҡойроғо. Йылан ҡойроғо. ■ Кыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ ҡуяны күп Уралтау. Ҡобайырҙан. Туҡмаҡ ҡойроҡ ҡара бәрәс һуйып ҡунаҡ итәйем. Халыҡ йырынан. Карлуғасҡайҙарҙың ҡойроғо ҡайсы ғына кеүек айыры. Халыҡ йырынан. Күк ат, башын салыҡлап, моронон киреп, арҡаһындағы күбектәрен сәсрәтеп, ҡойроғон үҙ еленә елберләтеп, Айбулат янына килеп етте. Һ. Дәүләтшина. Алпамыша буҙ толпарҙың ҡойроғона йәбешеп сыҡты ла, менеп алып, ҡайтып та китте, ти. «Алпамыша». [Егет] атының ялынан өс ҡыл, ҡойроғонан өс ҡыл өҙөп алды ла яланға ашарға ебәрҙе, ти. Әкиәттән. [Сәғиҙә:] Алдыңа уҫал эт абалап сыҡҡанда, эт арбау доғаһын уҡыһаң, эт ҡолағын шымтайтып, ҡойроғон болғап тора ла ҡала ул. М. Тажи. Аҡбай хужаһы янына йөнтәҫ ҡойроғон болғай-болғай килеп тә етте. Р. Ғабдрахманов. Эт өрөүенән туҡтай. Ялағайланып, ҡойроғон болғап, һунарсы янына килә башлай. Әкиәттән. Ат ҡойроҡтарын болғап бер аҙ бара ла, һыйыр кеүек тояҡтарын шаҡылдатып атларға тотона. С. Агиш. Йәйек ҡойроҡ кир бейә, ти, тайҙар менән ул да юҡ, ти. «Аҡһаҡ ҡола». • Һыу менән уттың ҡойроғо юҡ. Мәҡәл. Бер һыйырҙың ҡойроғо йөҙ һыйырҙы бысратыр. Мәҡәл. Койроғона баҫһаң, йылан да ыҫылдай. Әйтем. Эт — эткә, эт — ҡойроҡҡа, ҡойроҡ — һыртҡа. Мәҡәл. Койроҡ баштан алда йөрөмәй. Әйтем. Ялғансының ҡойроғо ҡырҡ ҡолас. Әйтем. Хужаһы кемде ҡабул итһә, эт шуға ҡойроҡ болғар. Әйтем. Кәзә ҡойроҡ күтәрә тип, һарыҡ та ҡойроғон күтәргән. Әйтем. Әтәстең күрке — ҡойроҡ. Әйтем.
2. этн. Ҡашмауҙың оҙон булып арҡаға төшөп торған өлөшө. □ Наспинник (лента-
414