ҠОЙРОҠ
хвост женского головного убора, спускающая -ся на спину). Суҡлы ҡойроҡ. ■ Ҡашмау ике өлөштән — кәләпүш менән ҡойроҡтан торған. Ҡойроҡто сәйлән, тәңкә менән биҙәгәндәр. Картотека фондынан.
3. Пароход, самолёт һымаҡ төрлө нәмәнең артҡы өлөшө. □ Корма; руль. / Кормовой; рулевой (у судна, самолёта; лодки, плота). Ҡойроҡ ишкәге. ■ Һал өҫтөндә ике кеше баҫып килә: береһе — алғы кәшмәктә, икенсеһе — ҡойроҡта. «Ағиҙел», № 4,
2011. • Ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай. Мәҡәл.
4. күсм. һөйл. Ҡемдеңдер артынан ҡалмай эйәреп йөрөгән кеше. □ Прихвостень, охвостье. Ҡойроҡто эйәртеп йөрөү.
5. күсм. һөйл. Эшләнергә тейеш булып та бөтмәй ҡалып, һуңынан үтәлергә тейеш эш. □ Задолженность по чему-л., хвост. Ҡойроҡтан ҡотолоу. ■ Булат, хөкүмәткә иген тапшырып, үҙе әйткәнсә, «ҡойроғон бөтөрөп» ҡайтып килә. Ф. Иҫәнғолов.
6. диал. Аҙбар арты, арт яҡ. □ Задворки. Ҡойроҡта тиҙәк түгеү.
♦ Дөйә ҡойроғо ергә еткәс {йәки етер) бер ваҡытта ла булмаҫ нәмәгә әйтелә; ҡыҙыл ҡар яуғас. □ соотв. Когда рак на горе свистнет. Ике ҡанат бер ҡойроҡ берәй эшкә ҡушҡуллап риза булғанды белдергәндә әйтелә. □ Всегда готов, с удовольствием (при выражении готовности к исполнению просьбы). Ш Мин ни, Әбделнәғим бабай менән йөрөүгә ике ҡанат бер ҡойроҡ инде. Ятҡан еремдән һикереп торҙом. Н. Мусин. Ҡойроғо бергә туңған бәрәй насар эште бергә башҡарған кешеләр хаҡында әйтелә. □ Соучастник в деле, подельник. Н Бында барыбыҙҙы ла һөйләп тораһы юҡ. Бындай мөнтөктәрҙән берегеҙ ҙә буш түгелһегеҙ. Ҡилдебайҙың да беҙҙең менән бергә ҡойроғо туңған. Ғ. Дәүләтшин. Ҡойроғона баҫтыра торған түгел бик хәйләкәр, үткер кеше хаҡында. □ На хвост не наступишь. Ҡойроғонан (йәки ҡойроҡтан) барыу кемдеңдер артынан эйәреү, эйәреп
барыу. □ Последовать за кем-л. Ҡойроғон бороу бик ҡаты шелтәләү, орошоу. □ Накрутить хвост кому-л. М [Хәмит — Солтановҡа:] Бажа кеше була бит, бер аҙ ҡойроғон борһасы шуның. Б. Бикбай. Ҡойроғон да тота алмаҫһың яуаплылыҡтан бик оҫта ҡотолоп йөрөй алған кеше хаҡында. □ соотв. Ищи ветра в поле. Ҡойроғон ҡыҫыу (йәки ҡыҫҡартыу) кемделер ҡыҫмаҡҡа алыу, эш-хәлен сикләү. □ Прижимать (прищемлять) хвост кому. ■ [Бай] ҙурыраҡ магазин һалырға ла әҙерләнә ине, ләкин улары барып сыҡманы—уның ҡойроғон ҡыҫтылар: ауылда колхоз ойоштора башланылар. Ғ. Ибраһимов. Ҡойроғон тотоу берәй мутлыҡ ҡылған, эш боҙған кешене фашлау, ҡасырға ирек бирмәү. □ Уличать, разоблачать, изобличать кого, что. ■ [Ғилаж:] Ҡасҡан кеше бында торамы ни? Әллә ҡайһы яҡҡа сығып киткәндәрҙер әле. Уларҙың ҡойроғон тоторһоң. Ж. Кейекбаев. Ҡойроҡ боҙға ҡатыу берәй кешегә йәки урынға ихтыярһыҙ бәйле булыу. □ Быть зависимым от кого-л. или чего-л. Ҡойроҡ болғау 1) ярарға тырышыу; ярамһаҡланыу. □ Угодничать перед кем-л., льстить кому, подхалимничать перед кем. ■ [Азат — Кәримгә:] Ялағай. Ҡулыңдан бер эш килмәй, мастер тирәһендә ҡойроғоңдо болғап, ударник булып йөрөйһөң. И. Абдуллин. Ҡолсобай Сафу анға гелән ҡойроҡ болғай, ярарға тырыша. Я. Хамматов. Шулай ҙа Усман үҙе губернатор алдында ҡойроҡ болғарға яратты. Ж. Кейекбаев; 2) дөрөҫөн әйтмәй борғоланыу, хәйләләү. □ Плутовать. В Ҡу лак, төлкө төҫлө ҡойроҡ болғап, йөҙөн йәшерергә ҡылана. Д. Юлтый. Ҡойроҡ бороу тәртипте, ҡарашты үҙгәртеп тороу. □ Плутовать. ■ Йөрөмәҫе, Зыя Насир, һин төрлөсә ҡойроҡ бороп, мәғәнә сыҡмай төрлө бабтарға кереп йүгереп йөрөп. Ш. Бабич. Ҡойроҡ күтәреү 1) ҡар. ҡойроҡ сәнсеү. Ҡойроҡ күтәреп сабыу; 2) кеше менән иҫәпләшмәй башлау, эреләнеү, кәпәренеү. □ Задрать хвост; зазнаваться. Ҡойроҡ күтәреп йөрөү. Ҡой-
415