Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 416 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЙРОҠ
роктса баҫыу 1) кемделер ниндәйҙер бер эштә фаш итеү. □ Наступать на хвост кому, разоблачить; наступать на пятки. К [Ҡыҙҙар — һатыусыға:] Беҙ ҡайҙа яҙырға белербеҙ, әммә ҡойроғоңа баҫмай ҡуймабыҙ. И. Ғиззәтуллин; 2) берәй эш-ҡылыҡтан, һүҙҙән ҡәтғи генә тыйып ҡуйыу, туҡтатыу. □ Запрещать, воспрещать. ■ Ер бүлгәндә Муллаҡай, Сәлмәндәр быйыл да сығарырға итеп ҡарағайнылар ҙа, уларҙың ҡойроғона тиҙ баҫтылар. И. На-сыри. [Хәмди:] Минең Ҡотошом, саҡ күҙ яҙлыҡтырһаң, күҙен алан-ялан уйнатып, сит бисәләр артынан эйәрер ине. Ярай әле, үҙем һаҡ, ҡойроғона ныҡ баҫҡанмын. Ш. Янбаев. Ҡойроҡҡа тағылыу кемдеңдер артынан ҡалмай эйәреп йөрөү. □ Ходить (следовать) хвостом. Һәр ваҡыт ҡойроҡҡа тағылып йөрөү. Ҡойроҡ ҡыҫылыу ҡурҡыштан тынып ҡалыу, шым ғына йөрөү. □ Поджать хвост. ■ Ҡойроғо ҡыҫылған ҡарт мулла ҙур пландар ҡора башлағайны. И. Ғиззәтуллин. Ҡойроҡ сәнсеү ҡойроҡто юғары күтәреп сабыу. □ Держать хвост трубой. ■ Ялбыр эт тә урам буйынса, ҡойроғон сәнскән, телен аҫылындырған килеш, улар [малайҙар] артынан сапты. Ғ. Хәйри. Бер башмаҡ, эҫегә сыҙаша алмай, безләп сығып, ҡойроҡ сәнсеп, башы һуҡҡан яҡҡа сапты. Ф. Иҫәнғолов. Матур күренә йылҡылар, ҡойроҡ сәнсеп уйнап сапҡанда. Т. Йәнәби. Бына бер ваҡыт ҡаты үкереп, башын сайҡап, ҡойроғон сәнсеп, ер тырнай-тырнай майҙан уртаһына ғәләмәт ҙур бер үгеҙ килеп сыҡҡан. Әкиәттән. Ҡойроҡта барыу ҡар. ҡойроҡта һөйрәлеү. Эштә һәр ваҡыт ҡойроҡта барыу. Ҡойроҡта һөйрәлеү эш, хеҙмәттә һ. б. артта булыу, башҡаларҙан артта ҡалыу. □ Быть, идти, плестись в хвосте. ■ Миндәк руда идаралығы һуңғы йылдарҙа ҡойроҡта һөйрәлеп килде: алтын табыу планы йылдың-йылы үтәлмәй, разведка эштәре насар бара ине. М. Хәйҙәров. Ләкин шағир «ваҡиғаларҙың» ҡойроғонда һөйрәлеп барырға теләмәй. Картотека фон
дынан. Ҡайһы берәүҙәр яңғыҙ тороп ҡалыуҙан йә ҡойроҡта һөйрәлеү хурлығынан ҡурҡты, әлбиттә. Ғ. Ибраһимов. Ҡойроҡ текә тора көслө, ҡеүәтле (йәш кеше тураһында). □ Сильный, энергичный. Йәш заман, ҡойроҡ текә тора. Ҡойроҡто бороу шелтәләп кәрәген биреү. □ Накрутить хвост кому. Ҡойроҡто йәшереү ҡар. ҡойроҡто тоттормау. Ҡойроҡто ҡыҫыу ҡурҡып йыуашайыу, шымыу. □ Поджать хвост. Ҡойроҡто ла күрһәтмәү күҙгә лә күренмәй йөрөү. □ Не казать глаз, не казать носу. Ҡойроҡто тоттормау фаш итергә, тоторға ирек ҡуймау. □ Увиливать, не давать себя поймать. Ҡойроҡто һыртҡа һалыу ҡасыу. □ соотв. Удрать, смотать удочки. ■ Намыҫты йотоп, ҡойроҡто һыртҡа һалған әҙәмде һин түгел, мин дә им итә алмаҫ инем. Ш. Янбаев. Ҡойроҡ төйнәү ҡасып китергә әҙерләнеү. □ Удрать, смотать удочки. ■ Беҙ икәү генә кәңәшеп ҡойроҡто төйнәнек тә, атайҙарға белдермәй-нитмәй генә китергә булдыҡ. Б. Ишемғол. Ҡойроҡ төрөү ҡар. ҡойроҡ төйнәү. Ҡойроҡ туңыу ҡар. ҡойроҡ боҙға ҡатыу. Ҡырҡ ҡойроҡ ныҡлы һүҙе, характеры булмаған, һүҙҙе төрлөсә һөйләгән аумаҡай кешегә әйтелә. □ Непостоянный, неустойчивый. Тот ҡойроҡто мыҫҡ. тота алмаҫһың, мин тоттормам, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ соотв. Ищи ветра в поле. ■ Кеше еҫен толке әллә ҡайҙан һиҙеп килә лә, тот ҡойроғомдо, тип ҡапҡанды урап китә лә бара. М. Тажи. һыйыр ҡойроғоноң осо тейеү аҙыҡтың тәмле булыуын белерә. □ Быть вкусным (приправленное маслом, молоком и т. д.). ■ Табикмәк телде йоторлоҡ булды. — Һыйыр ҡойроғо тейҙе шул, — тине өләсәйем сәй артында, — шуға тәм керҙе. Р. Низамов. Эт ҡойроғонан төҙ булыу артыҡ ғәҙел, дөрөҫ булып ҡыланыу. □ Прямее прямого (о человеке, который старается показать себя излишне справедливым, правдивым). Ж [Тәттә — Гәндәлипкә:] Һин бында эт ҡойроғонан төҙ булып торма, кемлегеңде беләбеҙ. Ә. Мирзаһитов.
416