ҠОЙРОҠЛО СИҢЕРТКӘ
ҠОЙРОҠ II (ҡойроғо) (Р.: вентерь; И.: trap net; T.: ablatya) и. диал.
Ептән үрелгән мурҙа; битәл. □ Вентерь, мерёжа. Ҡойроҡ уреу.
ҠОЙРОҠБАУ и. диал. ҡар. ҡойошҡан 1. Көмөш ҡойроҡбау. Ҡойроҡбауҙы бушатыу. Ҡойроҡбауҙы бәйләу.
ҠОЙРОҠ ЕБЕ и. диал. ҡар. кизе 1. Төрлө төҫтән ҡойроҡ ебе һатып алыу. Ҡойроҡ ебе менән сигеу.
ҠОЙРОҠЛАНЫУ (ҡойроҡлай ) (Р.: становиться хвостатым; И.: acquire a tail; T.: kuyruklu olmak) ҡ.
Ҡойроҡлоға әйләнеү, ҡойроҡ формаһын алыу. □ Становиться, быть хвостатым. Йондоҙҙоң осо ҡойроҡланып тора. Кулдең бер яҡ башы ҡойроҡланып килеп, йылғаға ҡоя. ■ Шулай, бер ваҡыт әуендә ашлыҡ һуғып ятабыҙ. Кинәт кенә беҙҙән йыраҡ тугел ялбырап ут осто ла китте. Ҡойроҡланып осоп бара, ергә төшмәй. Экспедиция материалдарынан.
ҠОЙРОҠЛАУ (ҡойроҡла-) (Р: поднять за хвост; И.: take by the tail; T.: zayıf hayvanları kuyruklarından kaldırmak) ҡ.
Ҡойроғонан тотоу, ҡойроғонан тотоп күтәреү (астан тора алмаған малды). □ Поднять за хвост (слабых от голода животных). ■ Һуғыштан һуңғы йылдар ауыр. һанаулы ғына аттарҙы яҙға сыҡһаң, ҡойроҡлап кутәреуҙән бушамайһың. Ғ. Вәлиев.
ҠОЙРОҠЛО (Р: хвостатый; И.: having а tail; T.: kuyruklu) с.
Ҡойроғо бар, ҡойроғо булған. □ Хвостатый. Оҙон ҡойроҡло хайуан. К Ҡыҙрас, шатланып, алтын ҡойроҡло, көмөш яллы ҡолондо ауылға, бай янына алып ҡайта. Әкиәттән. Дәу ҡойроҡло, муҡсалы, йөнтәҫ тәнле көнгөрә, шәп йөрөгән сағында һикрән-ләп йугерә. А. Игебаев. Суп-cap аҫтынан кәзәнең тәуҙә аҡ ҡойроҡло арт һаны килеп сыҡты, унан һырлы һыңар мөгөҙө куренде. М. Кәрим. Ялбыр яллы, оҙон ҡойроҡло, киң тушле, асҡаҡ эсле аттарға Алдарбай
һоҡланып ҡарап торҙо. Н. Мусин. Өй алдында тибенеп йөрөгән йолҡош ҡойроҡло ҡара әтәс бер нисә тапҡыр ҡот-ҡот тине лә ситкә тайпылды. Ә. Вәли.
ҠОЙРОҠЛО ЙОНДОҘ (Р.: комета; И.: comet; T.: kuyruklu yıldız) и.
1. астр. Ҡояш тирәһендә әйләнеп, шул юлдың Ҡояшҡа яҡын еренә килгәндә ҡойроҡлана торған яҡты тап рәүешендәге күк есеме. □ Комета. / Кометный. Ҡойроҡло йондоҙ куреу. Ҡойроҡло йондоҙҙо тик-шереу. • Ҡойроҡло йондоҙ көн дә тыумай. Мәҡәл.
2. миф. Бәхетһеҙлек, ҡайғы менән бәйле мифик күк есеме. □ Комета (мифологизированное небесное тело, связанное с несчастьями, бедами). М Ҡойроҡло йондоҙ куренһә, һуғыш сыға. Башҡорт мифологияһынан. 1941 йылда ҡойроҡло йондоҙҙо беҙҙең ауылда ҡояш байышындағы Арҡыры тау башында кургәндәр. Экспедиция материалдарынан. Ҡойроҡло йондоҙ — афәткә. һынамыш.
ҠОЙРОҠЛОҠ (ҡойроҡлоғо) и. анат. диал. ҡар. ҡоймос 1. Ҡойроҡлоғо ауыртҡан.
ҠОЙРОҠЛО ҠУҢЫҘ и. зоол. диал. ҡар. асағойроҡ. Ҡойроҡло ҡуңыҙҙар еуеш ергә эйәләй.
ҠОЙРОҠЛОЛАР (Р : хвостатые земноводные; И.: caudate animals; T: semenderler) и. зоол.
Оҙонса тәнле ҡойроҡло ер-һыу хайуандары. □ Хвостатые земноводные (лат. Caudata). Ике ҡойроҡлолар. ■ Шырт ҡойроҡлолар — бик аҙ һанлы отряд. СССР территорияһында уларҙың 5 төрө табылған булһа, хәҙерге көндә Рәсәйҙә 2 генә төрө бар: меңаяҡ махилис һәм ябай тәңкәтән. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 7, 2011.
ҠОЙРОҠЛО СИҢЕРТКӘ (Р: хвостатый кузнечик; И.: grasshopper species; T.: bir tür kuyruklı çekirge) и. зоол.
Тышҡы ҡиәфәте һәм йәшәү рәүеше менән йәшел сиңерткәгә оҡшаған, тик уларҙан күкәй һалғысының оҙонлоғо менән айырыл
417