ҠОЙРОҠ өҫтө
ған бөжәк. □ Хвостатый кузнечик (лат. Tettigonia caudata). Ҡойроҡло сиңерткә тотоу. Ҡойроҡло сиңерткә тауышы.
ҠОЙРОҠ өҫтө (Р.: круп; И.: crupper; T.: sağrı) и. анат.
Йылҡының биле менән ҡойроҡ төбө араһындағы өлөшө; оса. □ Круп (у лошади). Ҡойроҡ өҫтөнә сыбыртҡы тейгәс, ат аҙымдарын ҡыҙыулатты.
ҠОЙРОҠСО (Р: рулевой; И.: helmsman; T.: dümenci) и.
Кәмәнең, һалдың ҡойроғон тотҡан кеше. □ Рулевой, кормовой. М Ҡойроҡсолар, һалдарҙы уртанан һыуҙың тәрән, шәп аға торған үҙәгенән йүнәлтер өсөн, ҡойроҡ көрәктәре менән һыуҙы уңға табан ишәләр ине. А. Таһиров. Кәмәселәрҙең береһе, был ҡотолоуҙың иң ҙур сәбәбе — ҡойроҡсоноң ғәҙәттән тыш маһирлығында, шул тау-таш ишелеп килгән тулҡындар өҫтөндә кәмәгә яндан һуҡтырмай йөрөтә алыуҙа, тине. Ғ. Ибраһимов. Ҡойроҡсоһоҙ ҡалған кәмәне аҡбаш тулҡындар, уңға ла, һулға ла борғолап, сайҡалта-сайҡалта ярға ҡыуып алып китте. 3. Биишева. Бары тик бер үргә, бер түбәнгә йөҙөп үткән караптарҙан, дымһыу елгә ҡушылып, ҡойроҡсоларҙың тамаҡ төбө менән ҡысҡырып хәбәрләшеүе генә ишетелеп ҡала. Ә. Хәкимов.
ҠОЙРОҠ ТӨБӨ и. анат. ҡар. ҡойроҡ умыртҡалары. 9 Ҡыҙрас энә менән ишәктең ҡойроҡ төбөнә ике тапҡыр сәнсеп алған. Әкиәттән.
ҠОЙРОҠ УМЫРТҠАЛАРЫ (Р.: позвонки хвостовые; И.: coccyges; T.: kuyruk omurları) и. анат.
Ҡойроҡло хайуандарҙа умыртҡалыҡтың дауамы булып һуҙылып киткән, ҡойроҡто барлыҡҡа килтерә торған һөйәктәр. □ Позвонки хвостовые. М Йорт ҡуянының ҡойроҡ умыртҡалары бәләкәй була. Картотека фондынан.
ҠОЙРОҠҺОҘ (Р: бесхвостый; И.: tailless; T: kuyruksuz) с.
1. Ҡойроғо булмаған, ҡойроғо юҡ. □ Бесхвостый. Ҡойроҡһоҙ ишәк. К Шәп йүгерә торған ҡоштар енесенән динорнис атлы ҡош булған. Өс бармаҡлы, ҡанатһыҙ һәм ҡойроҡһоҙ икән. М. Өмөтбаев.
2. күсм. Үҙ фекере булмаған ышанысһыҙ кешегә ҡарата әйтелә; аумаҡай. □ Непостоянный, ненадёжный, изменчивый, неустойчивый. Бынау егет бигерәк ҡойроҡһоҙ инде.
♦ Ҡойроҡһоҙ әҙәм кәмһ. ышанысһыҙ, үҙ һүҙендә тора белмәгән кешегә әйтелә. □ Ненадёжный, непостоянный. Ҡойроҡһоҙ әҙәм булдың инде.
ҠОЙРОҠҺОҘҘАР (Р: бесхвостые; И.: ecaudata; T.: kuyruksuzlar) и. зоол.
Тәлмәрйен, әрмәнде кеүек бөтә ер-һыу хайуандары. □ Бесхвостые (лат. Anura). Ҡойроҡһоҙҙарҙы өйрәнеү. Ҡойроҡһоҙҙарҙың төҙөлөшөн тикшереү.
ҠОЙРОҠҺОҘ ТӨРТКӨ (Р: беспроводная мышь; И.: wireless mouse; T.: kablosuz fare) и. инф.
Экрандағы курсорҙы хәрәкәткә килтереүсе сымһыҙ ҡоролма. □ Беспроводная мышь. Ҡойроҡһоҙ төрткө һатып алыу. ■ Башҡорт Викикитапханаһына башҡорт телендәге әкиәттәр һәм балалар өсөн әҫәрҙәр күсереп ҡуйыу бәйгеһендә иң күп әҫәр күсереп ҡуйған .. ҡатнашыусыға ҡойроҡһоҙ төрткө бүләк ителә. Интернет селтәренән.
ҠОЙРОҠ ҺӨЙӘГЕи.анат.ҡар.ҡойроҡ умыртҡалары. Ҡойроҡ һөйәген һындырыу.
ҠОЙТАЙЫУ (ҡойтай-, ҡойтая) ҡ. диал. ҡар. ҡойтоланыу. Һуңғы арала бигерәк ҡой-тайып киттек. Ашау яғы ҡойтайып кителде.
ҠОЙТМАҠ (ҡойтмағы) (Р: пища, приготовленная из свежего курута, сметаны; И.: mixture of fresh cream and Bashkir cheese; T.: bir çeşit yemek) и. диал.
Яңы ҡорот менән ҡаймаҡтан бутап яһалған ашамлыҡ. □ Пища, приготовленная из свежего курута, сметаны. Ашҡа ҡойтмаҡ
418