Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 419 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡол
һалыу. Ҡойтмаҡ менән сәй эсеу. Ҡойтмаҡ әҙерләу.
ҠОЙТО I (Р.: недостаточный; И.: insufficient; T.: yetersiz) с.
1. Тейеш кимәлдән, кәрәк саманан түбән; етешһеҙ, самалы. □ Недостаточный, в малом количестве. Тамаҡ яғы ҡойто. ■ Үлән ҡойто булғанлыҡтан, ҡышын бер нисә ай бесән ашатып тора торған малға аҙыҡ утә наҡыҫ әҙерләнде. Н. Мусин.
2. һөйл. Төҫө, килбәте меҫкен, йәмһеҙ, шөкәтһеҙ. □ Неважный, убогий на вид, неприглядный. Ҡойто ғына фатир. Ҡойто мал. ■ Инһәләр, өй эсе шундай ҡойто, ти, угеҙ мөгөҙөнә элеп сығырлыҡ сепрәк-сапраҡ заты юҡ, ти. Әкиәттән. [Заятуләк] ат бәйгеһендә өс көнлөк юлды ҡойто дунәнендә бер көндә уткәне өсөн — «ецеусе булып, батыр нарыҡланып» ҡала. «Заятүләк менән һыуһылыу».
ҠОЙТО II (Р.: неважно; И.: so-so; not much of; T.: fena) р.
Насар ғына; самалы. □ Неважно. Русса ҡойто ғына белеу. Я Лидия башҡортса әле бер нисә генә һуҙ аңлай, ә Зәбиҙә — русса ҡойто белә. Ғ. Әмири.
ҠОЙТОЛАНЫУ (ҡойтолан ) (Р: становиться недостаточным; И.: get insufficient; T.: yetersiz olmak) ҡ.
1. Ҡойтоға (1,1) әйләнеү, ҡойто булыу. □ Становиться недостаточным, не хватать. Ашау яғы ҡойтолана төшөу. Йылдан-йыл тамаҡ яғы ҡойтолана бара. Ашау-эсеу ҡойтоланып китеу. Аш яғы ҡойтоланып тора әле.
2. Төҫө, килбәте меҫкенләнеү, йәмһеҙләнеү. □ Становиться неважным, убогим, неприглядным. Ауыр эштән ҡойтоланыу. Ҡойтоланып бөтөу.
ҠОҠАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из
родовых подразделений башкир племени бурзян. Ҡокай араһы шәжәрәһен тикшереу.
ҠОҠАНА (Р: ленивец; И.: lazy-bones; Т.: tembel) и. һөйл.
Эшләмәй, рәхәт кенә йәшәргә, эшһеҙ ултырырға яратҡан кеше. □ Ленивец. / Ленивый, нерадивый. Ҡокана булыу. Ҡока-на ир. ■ Ҡулынан эш килмәй, ҡоҡана инде, торғаны ҡоҡана. «Йәшлек», 30 октябрь
2012.
ҠОҠРАУЫҠ (ҡоҡрауығы) и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡокрауыҡ шешеу. Ҡок-рауыҡты ауырттырыу.
ҠОЛ (Р.: раб; И.: slave; T.: köle) и.
1. Етештереү ҡорамалдарынан мәхрүм ителгән, тулыһынса үҙ хужаһының милке һаналған кеше. □ Раб. / Рабский. Ҡол хеҙмәте. Ҡолдар тормошо. Ҡолдар менән һатыу итеу. Я Дейеу кис менән уҙенең бөтә хеҙмәтселәрен, ҡолдарын йыйып алған да, бер төн эсендә бейек тау өйөргә ҡушҡан. Әкиәттән.
2. Иҙелеп йәшәгән, үҙ аллы, ирке булмау арҡаһында кемгәлер буйһонған кеше йәки ил һ. б. □ Раб, невольник. / Рабский, невольничий. Ҡол булып йәшәу. Я Матур ал сәскәләр йөҙөн йыуҙы, астар, ҡолдар иле йәнләнде. Д. Юлтый. • Ҡол ҡоторһа, ҡойоға ҡармаҡ һала. Әйтем.
3. кусм. Ирекһеҙ, хоҡуҡһыҙ, кемдеңдер ҡул аҫтында кемгәлер тулыһынса буйһоноп йәшәгән кеше. □ Раб, холоп (тот, кто раболепствует, низкопоклонничает). Ир ҡоло булыу. Я Мишәр ағай ауыр һалдат хеҙмәтенән зарлана башланы. «Ҡыуып алып килделәр мине, еңгә, ирекһеҙҙән генә ҡолмон», — тине ул Ҡәмәр инәйгә. В. Исхаҡов. Барсынбикә — Фәузиә исемле ҡаты ҡуллы, ҡаты бәғерле хакимәгә, ә Диңгеҙхан Сибәғәт атлы уның шәуләһенә, өнһөҙ ҡолона әуерелде. Т. Ғарипова.
4. кусм. Тормошон, маҡсатын, бөтә булмышын нимәгәлер буйһондорған кеше. □ Раб чего-л. (страстей, желаний, моды и т. п.). Хистәр ҡоло. Аҡса ҡоло. Сепрәк
419