Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 420 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЛА
ҡоло. Я Ҡотлояр — кәйеф кешеһе, дауыллы тойғолар ҡоло. М. Минһажетдинов. Тәүге ҡәҙеренә ҡайтһа һүҙҙәр, рәхмәтлелер ҡәләм ҡулыма: әйләнмәйем уның ҡолона мин, әйләнмәй ул минең ҡолома. Н. Нәжми. Ата-бабалар рухында, тыуған еребеҙҙең, илебеҙҙең, телебеҙҙең киләсәге итеп тәрбиәләнергә тейешле балаларыбыҙ, иблис ҡотҡоһона бирелгән ахмаҡтай, аҙына, ваҡлана, енәйәт юлына баҫа, аҡса, матди байлыҡ ҡолона әүерелә. «Ағиҙел», № 7,2010. Әлфирә, донъя гиҙеп йөрөп, һатыу эшенә тотонһа, тормоштоң аҫты-өҫкә киләсәк, сөнки бындай кәсептең кешене йотоуын, аҡса ҡолона әйләндереүен бик яҡшы белә Ҡырымғужин. Н. Мусин.
5. ҡар. Алла ҡоло.
♦ Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына теләгәнең, уйлағаның алдыңа килеп торғанда әйтелә. □ соотв. На ловца и зверь бежит. Я Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, шыптырлап ваҡ ҡына ямғыр яуырға тотондо. С. Ильясов. [Гөлнур:] Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, ти ҡартәсәйем. Һиңә лә Хоҙай үҙе юл асҡан, Кәбир, шул форсатты кире ҡаҡһаң, гөнаһ булыр ине. Г. Яҡупова. Бәндә ҡоло ауырыу, ҡартайыу һ. б. сәбәпле үҙен ҡарап йәшәй алмаған, кеше ярҙамына мохтаж кеше. □ Человек, нуждающийся в помощи, беспомощный. Бәндә ҡоло булыу. Я [Тимеркәй:] Мин йәтим. Мин хеҙмәтсе, мин ҡол. Алла ҡоло ла түгел, бәндә ҡоло. Д. Юлтый.
ҠОЛА I (Р.: саврасый; И.: light brown with black main and tale; T.: kula) c.
Төрлө төҫтәге; сыбар (am төҫөнә ҡарата). □ Саврасый. Ҡола бейә. Ҡола тай. Я Иң арттан бер яңғыҙы барған ҡола, йөнтәй атлы Әкрәмде уҙҙырғас ҡына, Саҡай үҙ-үҙенә йылмайҙы. А. Таһиров. Кейеҙбай ҡола толпарын атланып, ҡалаға, батша һарайы алдындағы майҙанға ҡарай сығып китә. Әкиәттән. Шүлгәндән ала-ҡола сысҡан һыртлы мал сыҡҡан тиҙәр. Шуға ҡола ат
ҡотло, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан. Бара торғас, убырлы ҡарсыҡтың эте ҙур бер ҡола атҡа әйләнә. Әкиәттән. • Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа. Мәҡәл.
♦ Ала ла, ҡола ла төрлө-төрлө; бер төрлө генә түгел. □ Разный, различный. Кешенең алаһы ла була, ҡолаһы ла була.
ҠОЛА II (Р: пустырь; И.: bare; T: boş arazi) с.
Асыҡ, буп-буш, бер нәмә булмаған тигеҙ (ергә ҡарата). □ Пустырь, лишённый растительности (о земле). Ҡола дала. Үләндәр кибеп, тирә-яҡ ҡола булып ҡалған.
ҠОЛАП! (Р: савраска (лошадь)', И.: (cart) horse; T: kula) и.
1. Һары, ҡойроҡ-ялы ҡара төҫтәге ат.
□ Савраска (лошадь). Я Һөйөп менгән мал ҡотом, ти, Аҡһаҡ ҡолам — ул да юҡ. «Аҡһаҡ ҡола».
2. миф. Башҡорт мифологияһында һыу, ер аҫты донъяһы менән бәйле ала, алма-сыбар төҫтәге ат. □ Пегая лошадь (пегая масть лошадей в башкирской мифологии связана с водой, подводным, подземным миром).
ҠОЛА IV и. диал. ҡар. ҡула II, 1. Яланда ҡолала аш бешереү. Ҡолала бешкән балыҡ һурпаһы тәмле була.
ҠОЛА АЛА (Р: саврасо-пегий; И.: skewbald; T: kula) с.
һары, ҡара төҫтәр ҡушылған, сыбар.
□ Саврасо-пегий. Ҡола ала тай. Ҡола ала аттар. Ҡола ала ҡолондар.
ҠОЛАҒАЛҠАI и. диал. ҡар. һырға.
ҠОЛАҒАЛҠА II (Р: одуванчик; И.: dandelion after flowering; T: karahindiba) и. бот. диал.
Орлоҡланған бәпембә. □ Одуванчик (woo -ле цветения). Колағалҡа туҙғаҡ була. Ҡола-ғалҡа өрөп уйнау. Колағалҡа менән ялан тулған.
ҠОЛА ЕРӘН (Р.: булано-рыжий; И.: roan and red; T: kızıl sarı) c.
Ҡыҙыл менән һары ҡатыш; ҡыҙғылт һары. □ Булано-рыжий. Ҡола ерән ат.
420