ҠОЛАҠ
Ҡола ерән тай. Бейәбеҙ ҡола ерән ҡолон килтерҙе.
ҠОЛА ЕТЕМ (Р.: круглый сирота; И.: total orphan; T.: öksüz) и.
Әсәһе, атаһы булмаған; үкһеҙ етем. □ Круглый сирота. Ҡола етем булыу. Ҡола етемуҫеу. ■ [Гөлзаһира:] Эй, балам, балам, ҡола етем ҡалдың бит инде. Й. Солтанов.
ҠОЛАЖЫН (Р: корова второго отёла; И.: cow going to calve again; T.: ikinci defa buzağılayan inek) и. диал.
Икенсе быҙаулар һыйыр. □ Корова второго отёла. Ҡолажынды һауыу. Ҡолажынды көтөуҙән ҡаршы алыу. Ҡолажын һатып алыу.
ҠОЛАҠ (ҡолағы) (Р: ухо; И.: ear; Т.: kulak) и.
1. анат. Кешенең һәм умыртҡалы хайуандарҙың ишетеү ағзаһы. □ Ухо, уши. / Ушной. Тышҡы ҡолаҡ. Урта ҡолаҡ. Эске ҡолаҡ. Ҡолаҡ ауыртыу. Ҡолаҡ һыҙлау. М Уң ҡолаҡ ҡысытһа — йылытыр, һул ҡолаҡ ҡысытһа — һыуытыр, һынамыш. • Ҡолаҡтан кергән һалҡын һуҙ, йөрәккә етһә, боҙ була. Әйтем.
2. анат. Ишетеү ағзаһының тишеге тирәһендәге кимерсәкле өлөшө; ҡолаҡ япрағы. □ Раковина ушная. Мөтөр ҡолаҡ. Ҙур ҡолаҡлы. Һалпы ҡолаҡ. ■ Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ, убырлы ҡарсыҡты ултереп, һыуҙан сығаралар. Убыр береһенең ҡолағын өҙөп алған икән. Әкиәттән. Алтын алҡа ҡолаҡта, ҡуш беләҙек беләктә. Халыҡ йырынан. Мотаһар ботинкаһын һалды, тур башында ятҡан кескәй мендәрҙе ҡолаҡ аҫтына ҡыҫтырып, стена буйына янтайҙы. Й. Солтанов. Мәзин ҡарт аҙан әйтергә тип ике ҡулы менән ҡолаҡтарын ғына тотҡайны, ауыл яғынан председатель менән бер нисә кеше килеп сыҡты. А. Карнай. Бына батыр бөтөнләй иҫһеҙ ята. Ҡолаҡтарынан, ауыҙ-танауынан ҡан аға. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Бесәй битен йыуғанда ҡолаҡ артын һыйпаһа, ямғыр булыр, һынамыш. Ул [батыр] ергә һуҙылып ятҡан да оҙон ҡолаҡтары
менән ниҙер тыңлай, ти. Әкиәттән. Аттар ялтырап ятҡан купергә, ҡолаҡтарын текә торғоҙоп, пырш-пырш килеп, ризаһыҙ ғына инделәр. Н. Мусин. • Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һелкенһен. Әйтем. Ҡон һыуығы — ҡолаҡҡа көс, юл боҙоғо — тояҡҡа көс. Әйтем. Алабуғала ҡолаҡ юҡ, алйот кешелә оят юҡ. Әйтем.
3. Төрлө тауыш һ. б. ҡабул итеү, ишетеү һәләте. □ Слух. / Слуховой. Ҡолаҡҡа сос булыу. Һиҙгер ҡолаҡ. Ҡолаҡҡа ятышлы йыр.
■ Ҡолаҡҡа ят ғыжылдауыҡ музыка ишетелде. Р. Камал. Ҡолаҡҡа сос ҡарт, боролоп ҡарамаһа ла, һыбайлыларҙың икешәрләп ки-леуен, ә егеуле аттарҙың әле ук, ҡар йоҡа һөҙәккә ук, ауыр тартҡанын белеп барҙы. Б. Рафиҡов. • Ҡолағың менән ишеткәнде куҙең менән куреп бел. Әйтем. Ҡолаҡ ишеткәнде куҙ курер. Әйтем.
4. диал. ҡар. ҡолаҡса 1. Буректең ҡолағын кутэреп кейеу. К Тышта көн ҡатыра төшкән, ахыры — утеп-һутеп йөрөгән кешеләр бөршәйеп, бәләкәйләнеп ҡалғандар. Малайҙар ҙа бурек ҡолаҡтарын төшөргәндәр. Ш. Бикҡолов.
5. Төрлө нәмәләрҙе тотоу, эл еү һ. б. өсөн уларҙың ике яғына ҡуйылған ҡулайлама. □ Ушко; дужка. ■ [Мөслим] ҡолаҡтары төшкән силәктәр менән төпһөҙ ҡомғандарға, тешһеҙ тырмаларға механик булып йөрөй. К. Әхмәтйәнов. Мәғфурә ҡунаҡтарға әҙерләнгән өлкән-өлкән өс самауырҙың тояҡтарын, ҡолаҡ төптәрен һөрттө, көбәгенә бер нисә тапҡыр өрөп ҡуйҙы. Һ. Дәүләтшина. • Ҡаҙансының ирке бар, ҡайҙан ҡолаҡ сығарһа. Әйтем.
6. махс. Музыка ҡоралының ҡылын тарттыра торған ҡулайлама; борғос. □ Колок (музыкальных инструментов). Гитара ҡолағы.
7. Ҙур һыуҙың бүленеп ярға инеп торған өлөшө. □ Маленький залив, затон, заводь (на реке). Ҡэмәне ҡолаҡҡа индереп ҡуйыу.
■ Ысыҡкул әллә ни тиклем ҡултыҡ, ҡолаҡ яһай икән. Ғ. Хөсәйенов.
421