ҠОЛАҠ
8. кусм. Сабынлыҡтың урман эсенә инеп торған асыҡ өлөшө; урман эсендә бәләкәй генә асыҡ урын. □ Ложбина. Ҡолаҡтағы бесәнде ҡул менән сабыу.
9. диал. Елгәргестең эре сүп өсөн ҡабырғанан аҫҡа төшөрөлгән улағы. □ Жёлоб (веялки для отделения крупных примесей).
10. Айҙың, ҡояштың ике яғынан оҙон ҡолаҡ кеүек барлыҡҡа килгән нур. □ Ореол вокруг солнца, луны; венец. Ай ҡолағы. Көн ҡолағы.
11. кул. диал. ҡар. сумар I. Я Бибеш байрам табыны өсөн бауырһаҡ, ҡолаҡ бешерҙе. 3. Биишева.
12. кул. диал. Эремсек билмәне. □ Вареники с творогом. Ҡолаҡ бешереу. Ҡолаҡ әҙерләу. Ҡолаҡ ашау.
13. диал. ҡар. ҡолаҡсын 1. Ҡолаҡ кейеу.
♦ Ауыҙ ҡолаҡҡа етеү ныҡ шатланып йылмайыу. □ Очень обрадоваться, букв. Растянуть рот до ушей. Я Йәғәфәрҙең ауыҙы ҡолағына еткән. Ул, ах та ух килеп, һәр балығының нисек эләккәнен һөйләй. Ф. Иҫәнғолов. Баҙарҙа ҡолаҡ һаталар, ти ишетмәй ҡалып, яңынан һораған кешегә мәрәкәләп әйтелә. □ Говорят, на базаре уши продают (о человеке, который часто переспрашивает). Бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға кеше һүҙен иҫәпкә алмаған, әйткәнде тыңламаған кешегә әйтелә. □ В одно ухо входит, из другого выходит. Я Уның [Рәхимәнең] аҙаҡҡы бойороҡтары ла Айбулаттың бер ҡолағынан инеп, икенсе ҡолағынан сыҡты. һ. Дәүләтшина. Сәғиҙә уның [Алтынбикәнең] һөйләгәндәрен бер ҙә куңел биреп тыңламаны. Уның һуҙҙәре бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сығып китте. М. Тажи. Кейеҙғолаҡ ҡар. кейеҙ ҡолаҡ. Я Донъяның һаҡсыһы, ҡараусыһы булыр өсөн осло куҙ, һаҡ ҡолаҡ кәрәк, ә курәғарау, кейеҙғолаҡ тугел. Р. Солтангәрәев. Кейеҙ ҡолаҡ әйткәнде ишет-мәйерәк торған кешегә әйтелә. □ Тугоухий. Я Беҙҙең Тимеркәй бик кейеҙ ҡолаҡ, бер ҙә әйткәнде ишетмәй. М. Буранғолов.
[Имай — Айбулатҡа:] Һиңә әйтәм бит, кейеҙ ҡолаҡ! Д. Юлтый. Ҡаты ҡолаҡ ҡар. ҡолаҡҡа ҡаты. Ҡолағына айыу баҫҡан йырға, көйгә һәләте булмаған кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Медведь на ухо наступил. Ҡолағына кейеҙ ҡаплаған (йәки ҡолағына мамыҡ тыҡҡан) әйткәнде ишетмәй, өндәшмәй торған саҡта әйтелә. □ Притворяться, что не слышит. Ҡолағыңа киртеп (йәки элеп) ҡуй ниндәйҙер ҡылыҡты ҡабатламаҫҡа ныҡ иҫкәрткәндә әйтелә. □ соотв. Заруби себе на носу, намотай себе на ус. Я [Рамазан — Юлбирҙингә:] Шуны ҡолағыңа киртеп ҡуй: һәр урында уҙеңде тейешле дәрәжәлә тота, таныта бел. Р. Низамов. [Полковник — Нарынбайға:] һуғыш өҫтөндә буш ҡул менән йөрөмәйҙәр — был дыуамаллыҡ. Быны ҡолағыңа элеп ҡуй. Ш. Насыров. Ҡолағыңа киртеп тороу кәрәк. С. Ҡудаш. Ҡолағың менән ишет (йәки ишетһен ҡолағың) ныҡ итеп киҫәткәндә әйтелә.
□ Заруби себе на носу! Ҡолағы осло ҡар. оҙон ҡолаҡ. Ҡолаҡ итен ашау (йәки сәйнәү) бер нәмәне оҙаҡ, ҡабат-ҡабат һөйләнеп шелтәләү. □ Прожужжать все уши. Я Балалар ҙа, Рәми менән Рәйфәнең әттәһе ҡасан килә инде, тип ҡолаҡ итен ашап бөттөләр. Ф. Иҫәнғолов. [Ғариф ҡарт — ҡыҙҙарға:] Тегеһе етмәй ҙә быныһы юҡ, тип ҡолаҡ итемде сәйнәй инегеҙ — бына уға [Әхнәфкә] һөйләгеҙ аһ-зарығыҙҙы. Д. Исламов. Ҡолак-ҡа алмау кемдеңдер әйткәнен иҫәпкә алмау, тыңламау. □ Игнорировать кого. Әйткәнде ҡолаҡҡа ла алмау. Кәңәште ҡолаҡҡа алмау. Ҡолаҡҡа алыу кемдеңдер әйткәнен тыңлау, ҡаршы килмәү. □ Принимать во внимание, слушаться. Ололарҙың әйткәнен ҡолаҡҡа алыу. Уҡытыусының кәңәштәрен ҡолаҡҡа алыу. Ҡолаҡ ҡағыу ниәт иткән, өмөт тотҡан, булған нәмәңдән ҡоро ҡалыу, һемәйеү.
□ Остаться с носом. Я [Нәркәс — һәубән-гә:] Мине һыуҙан алырһың, бәхеттән буш ҡалырһың, барынан ҡолаҡ ҡағырһың. «Аҡбуҙат». Бер уткенсе һуҙенә ҡарап, уҙ байлығыңдан колаҡ ҡаҡ инде. X. Ғиләжев. Их, көнлә-
422