Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 423 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЛАҠ
шеуҙән ҡылтайып, иркәмдән ҡолаҡ ҡаҡтым. А. Игебаев. [Билалов — Сабирға:] Сания-нан ҡолаҡ ҡаҡтың инде. Д. Исламов. Ҡабандыҡылар Себенле буйындағы сабынлыҡтарынан ҡолаҡ ҡаҡтылар. 3. Ураҡсин. • Тауыҡҡа куҙ һалып, һарыҡтан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Әйтем. Ҡолаҡ ҡайсылау һағайып, ике ҡолаҡты торғоҙоп ян-яҡҡа йөрөтөү (куберәк атҡа ҡарата). □ Навострить уши. ■ Аттар байтаҡ ҡына тыныслана алмай ҡолаҡтарын ҡайсылап, буре уҙған тарафҡа һирпелеп барҙы. Ә. Хәкимов. [Аҡбуҙат] текә баҫып, баш ташлап, йылғыр атлап бышҡырыр; ҡолаҡтарын ҡайсылап, алан-йолан ҡараныр. «Урал батыр». Ул [ат] өшөй, ҡалтырана-ҡалтырана буранға артын биргән дә, ҡолаҡтарын ҡайсылап, аяҡтарын типкеләп эйәһенең шахтанан сығыуын сабырһыҙлыҡ менән көтә ине. Т. Хәйбуллин. [Ҡуян] артҡы аяҡтарына баҫты, ҡолаҡтарын ҡайсыланы. Я. Хамматов. Ҡара айғыр, әллә уҙенең хужаһын таныны, ҡолаҡтарын ҡайсылап алды, тамаҡ төбө менән генә бышҡырып, тауыш биргәндәй итте. 3. Ураҡсин. Ҡолаҡҡа йәбешмәгән төптө дөрөҫ булмаған, килешһеҙ, буш хәбәр. □ Неправдоподобная вещь, чушь, небылица. М [Әхмәтдин] Бурыл тураһында һис бер ҡолаҡҡа йәбешмәгән ғәйбәттәр таратты. С. Агиш. Ҡолаҡҡа ҡаты 1) насар ишеткән; һаңғырау. □ Тугоухий. Ҡолаҡҡа ҡаты балалар. Ҡолаҡҡа ҡаты булыу. М Ул ҡолаҡҡа ҡаты, — тине һырғауыл, минең [Оморҙаҡтың] сәләм һуҙҙәре-мә әсәһенең иғтибар ҙа итмәуенә уңайһыҙланып. Ш. Бикҡолов. Шафиҡ дөм һуҡыр булыу өҫтөнә, ҡолаҡҡа ла бик ҡаты. Ә. Вахитов; 2) әйткән һүҙҙе тыңлап бармаған, үҙ һүҙле. □ Непослушный, упрямый, неуступчивый. Ҡолаҡҡа ҡыҫтырмау әйткәнгә бөтөнләй иғтибар итмәү. □ И ухом не вести; пропускать мимо ушей. Ҡолаҡ ҡарпайтыу нимәгәлер иғтибар итеү, һағайып тыңлау. □ Навострить уши, насторожиться. ■ Ханға оҡшаны был кәңәш. Шул уҡ ваҡытта ул кәңәште Ертыңлар ҙа, ҡолағын ҡарпайтып,
ишетепторғаникән. Әкиәттән. Төлкөсураның ҡыҙып-ҡыҙып, бик шыма, ҡыйыу һөйләуенә һоҡланып ултырған ир-ат, уның аҙаҡҡы һуҙ-ҙәрен ишеткәс, ҡолаҡтарын ҡарпайтты. Н. Мусин. Илтуған иһә, ҡолағын ҡарпайтып, тирмә эсендәге һөйләшеуҙе башынан аҙағынаса тыңлап торҙо. Ә. Хәкимов. Ҡолаҡтарын ҡарпайтып тыңлап ултырыусы һатлыҡ йәндәр был һуҙҙе кутәргәндәй тауыш менән ҡаршы алдылар. Т. Хәйбуллин. Ҡолаҡ ҡарпайыу нимәгәлер иғтибар итеп, һағайыу (кешегә ҡарата). □ Насторожиться. Ш Ҡыҙыҡһыныуҙан Шаһғәлиҙең дә ҡолаҡтары ҡарпайҙы. Ш. Янбаев. «Теге килә!» — тигән һуҙҙе ишеткәс, донъяларын онотоп уйнап йөрөгән малайҙарҙың да ҡолағы ҡарпайҙы. В. Нафиҡов. Ҡолаҡ ҡарп итеп ҡалыу бер һүҙгә иғтибар итеп, ҡапыл һағайғанда әйтелә. □ Насторожиться. М Милли холоҡ, милли уҙенсәлек тигәнерәк төшөнсәләр килеп сыҡһа, куптәрҙең ҡолаҡтары ҡарп итеп ҡала. «Шоңҡар», № 3, 2010. Ҡолаҡҡа сағылыу ҡар. ҡолаҡҡа салыныу. Тирә-яҡтағы тауыштар ҡолаҡҡа сағыла. Балалар тауышы ҡолаҡҡа сағылып ҡала. ■ Самолёт-тар геуләуе ҡолаҡҡа сағылды. Я. Хамматов. Ҡолаҡҡа салыныу әҙ-мәҙ генә ишетелеп ҡалыу. □ Послышаться. Ҡолаҡҡа ят тауыш салыныу. М [Ертыңлар батыр:] Бая, ер аҫты диңгеҙен тыңлаған саҡта, бер батшалыҡтың ығы-зығы килгәне ҡолағыма салынып ҡалды. Әкиәттән. Бая ҡолаҡҡа салынған тауыш хәҙер яҡын, ҡолаҡтың янында ғына булып ишетелә. С. Агиш. Йыраҡта, Дим аръяғында, косилканың тигеҙ генә келтерләуе ҡолаҡҡа салына, урҙә лә, тубәндә лә ял итеуселәрҙең шатлыҡлы ауаздарынан йылға өҫтө яңғырап тора. Д. Бүләков. Азамат йөҙ аҙым атлап өлгөрмәне, кинәт яҡында ғына ҡыштырлаған тауыш ҡолаҡҡа салынды. Ә. Бикчәнтәев. Төн. Шыбыр-шыбыр һөйләшкән тауыштар ҙа ҡолаҡҡа салынып ҡала. Т. Хәйбуллин. Үкенескә ҡаршы, бөтә урында тынлыҡ. Өршәкбаш йылғаһының сылтырап ағыуы ғына әлдән-әле ҡолаҡҡа салына.
423