ҠОЛАҠ
Я. Хамматов. • Куршем һаңғырау тип һөйләнмә, ҡолағына салыныр. Әйтем. Ҡолаҡҡа төшөрөү (йәки өрөү, тишеү) бер нәмәне белдереү өсөн алдан әйтеп иҫкәртеп ҡуйыу.
□ Предупредить; нашептать. ■ Фатима ҡала ҡыҙының кем булыуы тураһында Ғариф ағайҙың уҙенең генә ҡолағына төшөрөп ҡуйырға ла өлгөргәйне. Б. Бикбай. Ҡолаҡҡа төшөү билдәле булыу, ишетелеү. □ Стать известным. ■ Ырымбурҙа Иванов менән булған бәйләнештең полиция шымсыларының ҡолағына төшөуе Сөнәғәтте борсоно. Ж. Кейекбаев. Ҡолаҡҡа туҡыу бер нәмә тураһында ҡабат-ҡабат ныҡлап әйтеү.
□ Прожужжать все уши кому. Ҡолаҡҡа элеү ҡар. ҡолаҡҡа алыу. һәр бер әйткәнде ҡолаҡҡа элеу. Ҡолаҡҡа элмәү ҡар. ҡолаҡҡа алмау. Минең әйткәнде ҡолағына ла элмәй. ■ [Рәхимә:] Оло кеше һин уҙең киҫәтеп әйт уға, Мәғфурә килен. Башҡаларҙың һуҙен ул [Асатай] ҡолағына ҡапыл ғына элмәй торған. Һ. Дәүләтшина. Ҡара һин уны, колхоз председателе райсовет председателенең һуҙен ҡолағына ла элмәҫкә самалай. Н. Мусин. Ҡолаҡҡа яҡмаған (йәки яҡмаҫ, ятмаған, ятмаҫ, йоҡмаған, йоҡмаҫ) һүҙ (йәки хәбәр) төптө дөрөҫ булмаған, килешһеҙ, буш хәбәр. □ Неправдоподобная вещь, чушь, небылица. К [Гәләмбай:] Һин дә, Кәримә, ҡолаҡҡа яҡмағанды һөйләп тораһың. Ф. Иҫәнғолов. [Гөлсөм — Байморат-ҡа:] Колаҡҡа ятмаҫ хәбәр һөйләп ултырма әле, тине киҫкен генә. Н. Мусин. Ҡолаҡҡа ятыу мәғәнәле булыу, күңелгә оҡшау (һуҙ, хәбәргә ҡарата). □ Быть по нраву, оказаться по душе, приходиться по душе, понравиться. ■ Катын-ҡыҙ элеккесә сырҡылдаша бирә, шул ғына ҡолаҡҡа ятмай. Н. Мусин. Ҡолаҡ өшөй һүҙе, хәбәре килешһеҙ, яғымһыҙ.
□ Неуместный, неподходящий. Һуҙенән ҡолаҡ өшөй. Ҡолаҡ сите менән генә һүҙҙе, хәбәрҙе әҙ-мәҙ генә, яҙа-сала ғына ишетеү.
□ Слышать краем уха. Ҡолаҡ сосайтыу нимәгәлер иғтибар итеп, һағайыу (кешегә ҡарата). □ Насторожиться. ■ Әхмәдулла
ҡарт ҡолағын сосайтып тирә-яҡты тыңларға кереште. Ә. Вәхитов. Ҡолаҡ сәнсеү ҡар. ҡолаҡ ҡайсылау. ■ Ҡолаҡтарын текә сәнсеп бышҡырҙы аттар. М. Тажи. Ҡолаҡтан ҡолаҡҡа аҫтыртын ғына, шым ғына һөйләү, һүҙ йөрөтөү тураһында. □ Шушукаться, шептаться. ■ Ҡолаҡтан ҡолаҡҡа һуҙ йорөтөу башланды. А. Таһиров. Был һуҙ ауыҙҙан ауыҙға, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа, ауылдан ауылға йәйелде. Т. Хәйбуллин. Ҡолаҡтан ҡолаҡҡа тағы бер хәбәр таралды. Имеш, Баймораттың атаһын болан тапағанды Атаһулла ҡарт боҫоп ҡына куҙәтеп торған. Н. Мусин. Ҡолаҡ торғоҙоу 1) әһәмиәт биреү, ҡыҙыҡһыныу. □ Заинтересоваться. ■ Был һорау бөтәбеҙҙең дә ҡолағын торғоҙҙо. С. Агиш; 2) һағайып тыңлау. □ Навострить уши. ■ Егет, бар көсөн йыйып, ҡолағын торғоҙоп, куҙен секрәйтеп, ныҡлап ҡараһа, таш ҡойманың аръяғында хырылдап ятҡан бер кешене кургән. Әкиәттән. Ҡолаҡ тотмау ҡар. ҡолаҡҡа ҡыҫтырмау. Ҡолаҡ төбөндә <генә> яҡында. □ Под самым ухом. Ҡолаҡ төбөндә генә ишетелеу. ■ Әллә ҡайҙа бытбылдаған буҙәнә тауыштары ҡолаҡ төбөндә генә ишетелә, һ. Дәүләтшина. Гәрәй тотош ҡалтыранды, йөрәк тибеше, ауыр балта менән төйгәндәй, ҡолаҡ төбөндә дөңкөлдәп ишетелә башланы. Б. Бикбай. Йылға уның [Сәғиҙәнең] ҡолаҡ төбөндә генә сылтырап-сылтырап ағып ятҡан һымаҡ ишетелә ине. М. Тажи. Пулялар ҡолаҡ төбөндә һыҙғырышты, ялан буйлап йугереуселәрҙе берәм-һәрәм супләне, ғумерен өҙҙө. Я. Хамматов. Ҡолаҡ төбөнән китмәү ҡасандыр ишеткән ниндәйҙер тауыштың ҡолаҡта сыңлап тороуы. □ Звучать в ушах, стоять в ушах (о чём-л. услышанном). ■ Гәрәй куҙҙәрен йомдо .. ләкин куҙ йомоу ҡайғынан ҡотҡарманы уны, тыштағыларҙың тауышы ҡолаҡ төбөнән китмәй. Б. Бикбай. Ҡолаҡ төбөнә тондороу (йәки ҡундырыу, биреү, ултыртыу, ямау) туҡмау. □ Дать (заехать) в ухо. ft Киҙәндем дә .. ҡолаҡ төбөнә тондорҙом. Ғ. Ғүмәр. Ҡолаҡ үрә тороу нимәгәлер ҡапыл апты
424