ҡолҡ
маҡтары, зәр менән биҙәлгән кейем-һалым, кул кеуек затлы келәмдәр, ебәк сатырҙар, ҡиммәтле шараптар һатып алыуға китә. Ә. Хәкимов.
ҠОЛҠ (Р.: бульк; И.: gurgle; T.: İlklik) оҡш.
Шыйыҡ нәмәне ашығып ҡапыл йотҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Бульк (подражание бульканью). «Ҡолҡ» тип ҡалыу.
ҠОЛҠАЙ и. диал. ҡар. ҡолоҡай. Ҡол-ҡайҙар утлап йорөй.
ҠОЛҠАЙЛАУ (ҡолҡайла-) ҡ. диал. ҡар. ҡолонлау. Бейә ҡолҡайлаған. Йыл һайын ҡолҡайлау.
ҠОЛҠ ИТЕҮ (ҡолҡ ит-) (Р.: булькать; И.: gurgle; T.: yutkunmak) ҡ.
Шыйыҡ нәмәне ашығып ҡапыл йотҡанда сыҡҡан тауыш сығарыу. □ Булькать, һыу эскән һайын тамаҡ ҡолҡ итә. Ҡолҡ итеп йотоу.
ҠОЛҠ-ҠОЛҠ (Р: бульк-бульк; И.: sound imitative word; T.: lıkırtı) оҡш.
Шыйыҡ нәмәне ашығып ҡапыл-ҡапыл йотҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Бульк-бульк (подражание звукам многократного бульканья). Ҡолҡ-ҡолк итеу. Ҡолк-ҡолҡ итеп йотоу.
ҠОЛҠОЛДАТЫУ (ҡолҡолдат-) (Р: булькать; И.: gurgle; T.: fokurdatmak) ҡ.
Ҡолҡ-ҡолҡ итеү. □ Булькать, клокотать. // Бульканье. Һыуҙы ҡолҡолдатып йотоу.
ҠОЛҠОЛДАУ (ҡолҡолда-) (Р: булькать; И.: gurgle; T.: fokurdamak) ҡ.
1. Ҡолҡ-ҡолҡ итеү. □ Булькать, клокотать. // Бульканье. Быҙауҙың һөт эскәндә тамағы ҡолҡолдап тора.
2. кусм. Нимәлер эсергә ныҡ теләп, ашҡынып тороу. □ Пересыхать; жаждать. // Жажда (в горле). Тамаҡ ҡолҡолдай.
ҠОЛҠОН и. балҡ. диал. ҡар. ҡалҡыуыс.
ҠОЛЛАНЫУ (ҡоллан-) ҡ. төш. ҡар. ҡоллау, страд, от ҡоллау.
ҠОЛЛАУ (ҡолла-) (Р: обращать в рабство; И.: make a slave; T.: köleleştirmek) ҡ.
1. Ҡолға әйләндереү, ҡол итеү. □ Обращать в рабство, порабощать. // Порабощение. ■ Оло бабаң Ҡатилдың ҡоллап алған дурт батыр, бабаң ҡушҡас, яу астыҡ, яуыз ҡанға олғаштыҡ. «Урал батыр». Нуғай илдең ирҙәрен, .. көләс йөҙлө ҡыҙҙарын — барын ҡоллап хан булған. «Мәргән менән Маян».
2. Хеҙмәтсе, эшсе сифатында файҙаланыу. □ Эксплуатировать. Ябай халыҡты ҡоллау.
ҠОЛЛОҠ (ҡоллоғо) (Р: рабство; И.: slavery; T: kölecilik) и.
1. тар. Ҡол биләүгә ҡоролған ижтимағи һәм иҡтисади ҡоролош. □ Рабство (об общественном строе). / Рабовладельческий. Антик ҡоллоҡ. Ҡоллоҡ дәуере. Боронғо ҡоллоҡ йәмғиәте.
2. Хоҡуҡһыҙланған, иҙелгән хәл; иҙгенлек. □ Рабство, неволя, зависимость, кабала. / Рабский, невольничий. Ҡоллоҡҡа төшөу. Ҡоллоҡтан азат итеу. Ҡоллоҡҡа ҡаршы көрәш. ■ Уларға ҡарап [крәҫтиәндәргә], аһ-зарҙарын ишетеп, башҡорттар уҙҙәренә лә шундай уҡ ҡоллоҡтоң яман тулҡындары яҡынайғандан -яҡынайыуын курҙеләр, алпауыттар табаны аҫтында ҡаласаҡтарын тойҙолар. Ғ. Ибраһимов. [Әсирҙәр] улемесле ҡоллоҡ ғазабынан ҡото-лоуҙарына ышаныр-ышанмаҫ, бутәндәргә бигук ҡушылып бармай, уҙҙәренә башҡараҡ төркөмдәргә тупланып, айырыуса ныҡ миктәгән иптәштәренә ярҙам итергә тырыша. Ә. Хәкимов. Әсир булған һалдаттарҙы япон батшаһы бөтөнләй ҡайтармай, ҡоллоҡҡа алып ҡала, имеш, тигән хәбәрҙәр таралғайны. Ж. Кейекбаев. Ҡуҙ йәш, әрнеу, һыҡрау, бәхетһеҙлек, ялған менән тулған ер өҫтө, вәхшәт, золом, ҡоллоҡ, тигеҙһеҙлек, әҙәм ҡанын йотҡан ер өҫтө. Д. Юлтый. • Наҙанлыҡ — ҡоллоҡ, ҡоллоҡ көнө — хурлыҡ. Әйтем.
438