Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 439 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЛОМБАЙ
3. кусм. Ирек-ихтыярҙан мәхрүм, кемдеңдер ҡул аҫтында уға буйһонған хәл. □ Раболепие, раболепство. ■ Уның [Сибәғәттең] Раузаға бәйләнеуе ғумерендә бер булһа ла ҡоллоҡтан ысҡынырға тырышыуы, аҙ булһа ла уҙенсә йәшәп ҡалырға ынтылыуы булғандыр? Т. Ғарипова.
ҠОЛЛОҠҠА ТӨШӨРӨҮ (ҡоллоҡҡа төшөр-) ҡ. ҡар. ҡоллау 1. Ябай халыҡты ҡоллоҡҡа тошорөу.
ҠОЛЛОҠҠА ТӨШӨҮ (ҡоллоҡҡа төш-) (Р.: попасть в рабство; И.: fall into slavery; T.: kul olmak) ҡ.
Буйһоноу, иректе юғалтыу. □ Попасть в рабство. Ирекһеҙҙән ҡоллоҡҡа төшөу.
ҠОЛМАҠ I (ҡолмағы) и. бот. диал. ҡар. ҡомалаҡ 1. ■ Икмәк башы өсөн ҡолмаҡ ҡайнатабыҙ. Экспедиция материалдарынан.
ҠОЛМАҠ II (ҡолмағы) (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени айле.
ҠОЛМАН (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T.: Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын, ҡыпсаҡ, ҡатай ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён табын, кыпчак, катай. Был ауылда ҡол-ман араһы иң ҙуры.
ҠОЛ МЫРҘА (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Танып ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени танып. Ҡолмырҙа аймағынан булалар.
ҠОЛМӘМӘТ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of
Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡалмаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени калмак. Ул ҡолмәмәт аймағынан.
ҠОЛОЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени табын. Ҡолой араһы шәжәрәһе.
ҠОЛОҠ (ҡолоғо) (Р: кобыла; И.: mare; T: kısrak) и. диал.
Тай йәшенән сыҡҡандан тәү ҡолонлағанға тиклемге бейә малы; байтал. □ Кобыла (нежеребившаяся). • Ҡолоҡ бейәнең ҡолоно елгә ҡаршы туҙмәй. Мәҡәл.
ҠОЛОҠАЙ (Р.: жеребёнок-сосунок; И.: suckling foal; T: kulun) и. ирк.
1. Йылҡы малының яңы тыуған балаһы; ҡолон. □ Жеребёнок-сосунок. * Өйөр эсендә бер-береһенә һырығып, йылынып йоҡлап торған ҡолоҡайҙар, ел у теп инеуенә иләуһе-рәп, уянып киттеләр ҙә, асығып, һәр береһе инәләрен супылдатып имергә кереште. С. Ильясов.
2. эйл. ф. ҡолоҡайым. Балаға яратып, иркәләп әйтелә. □ ласк. Жеребёночек мой (по отношению к ребёнку). Ҡолоҡайымды һағындым.
ҠОЛОҠАС и. ҡар. ҡолоҡай 1, 2. К Ҡолоҡастың муйынына аҫылырға ниәтләгән был буре яҙлыҡты, тешләп өлгөрә алмай, Һарыҡайҙан аша барып төштө. С. Ильясов. [Ҡартәсәһе — ейәнсәренә:] Бына лаһа, ҡолоҡасым, һиндә — минең манмайым, танауың да ҡырласланды — беҙҙең нәҫел мисәте. Г. Яҡупова. [Мөһөйә:] Балам, ҡолоҡасым, килсәле, һөйәйем. Я. Хамматов.
ҠОЛОМБАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of
439